Хакимдар 8 - Изге ЯҙмаГидғондың Зәвах менән Салмуннағты үлтереүе 1 Әфраимдар: – Ниңә мидйәндәргә ҡаршы һуғышҡа сыҡҡаныңда беҙҙе саҡырманың? – тип Гидғонға ныҡ үпкәләнеләр. 2 Гидғон уларға: – Һеҙҙең эшегеҙ менән сағыштырғанда, минең эшем нимә генә ул? – тип ҡаршы төштө. – Әфраим йыйған ҡалдыҡ йөҙөм Авиғәзәрҙең бөтә йөҙөм уңышынан артығыраҡ түгелме? 3 Мидйән башлыҡтары Ғорев менән Зеевты Алла һеҙҙең ҡулға тапшырҙы, һеҙҙең менән сағыштырғанда, мин ул тиклем нимә эшләй алдым? Гидғон шулай тигәндән һуң, уларҙың асыуы баҫылды. 4 Гидғон өс йөҙ кешеһе менән Иордан буйына килеп, йылғаны аша сыҡты. Улар хәлдән тайған булһалар ҙа, дошманды баҫтырыуҙарын дауам итте. 5 Гидғон Суккоҫ халҡына: – Минең кешеләремә икмәк бирегеҙ әле, улар бик арыған, – тине. – Беҙ Мидйән батшалары Зәвах менән Салмуннағты эҙәрләп китеп барабыҙ. 6 Әммә Суккоҫ түрәләре: – Һинең ғәскәреңде нимә тип ашатайыҡ беҙ? Ә һин Зәвах менән Салмуннағты ҡулыңа төшөрҙөңмө әле? – тип яуап ҡайтарҙы. 7 – Раббы Зәвах менән Салмуннағты минең ҡулға тапшырғандан һуң, һеҙҙе сәнскеле ҡыуаҡ сыбығы менән һуҡтырасаҡмын, – тине Гидғон. 8 Бынан ул Пенуилға китте һәм унда йәшәүселәргә лә шул уҡ үтенес менән мөрәжәғәт итте. Пенуил халҡы ла Суккоҫ кешеләре һымаҡ яуап бирҙе. 9 Гидғон Пенуил кешеләренә: – Еңеп ҡайтҡандан һуң, был манарағыҙҙы емерәм, – тип әйтеп китте. 10 Зәвах һәм Салмуннағ ун биш меңлек ғәскәр менән Ҡарҡорҙа ине. Көнсығыш халыҡтары ғәскәренән йөҙ егерме мең һуғышсы һәләк булып, ошо хәтле генә яугир ҡалғайны. 11 Гидғон Новах менән Йогбеһаның көнсығышындағы күсмә халыҡтар юлынан барып, тупламда вайымһыҙ йөрөп ятҡан дошман ғәскәренә һөжүм итте. 12 Зәвах менән Салмуннағ ҡасып китте, Гидғон иһә улар артынан ҡыуа төштө. Ул Мидйән батшаларының икеһен дә ҡулға алып, бөтә ғәскәрҙең ҡотон осорҙо. 13 Йоаш улы Гидғон Хәрәс тарлауығы буйлап һуғыштан ҡайтып килешләй, 14 Суккоҫта йәшәгән бер йәш егетте тотоп алды ла, унан Суккоҫ түрәләре менән аҡһаҡалдары тураһында һораны. Егет етмеш ете кешенең исемен яҙҙырҙы. 15 Шунан Гидғон, Суккоҫ халҡына килеп: – Бына Зәвах менән Салмуннағ! Ә һеҙ: «Зәвах менән Салмуннағты ҡулыңа төшөрмәгәс, беҙ һинең хәлдән тайған кешеләреңде ниңә ашатайыҡ?» – тип минән көлгәйнегеҙ. 16 Ул ҡаланың аҡһаҡалдарын ҡулға алырға бойорҙо, ҡала кешеләрен сәнскеле ҡыуаҡ сыбығы менән һуҡтырҙы. 17 Пенуилдағы манараны емереп, ҡалала йәшәүселәрҙе ҡырып ташланы. 18 Зәвах менән Салмуннағтан: – Һеҙ Таворҙа үлтергән кешеләр ниндәй ине? – тип һораны. Тегеләр: – Улар һиңә оҡшаған, ҡиәфәттәре менән батша улдары һымаҡ ине, – тип яуап ҡайтарҙы. 19 Гидғон: – Улар минең бер туғандарым, әсәйемдең улдары ине. Тере Раббы шаһит: әгәр ҙә һеҙ уларҙы иҫән ҡалдырған булһағыҙ, мин һеҙҙе үлтермәҫ инем, – тине. 20 Унан баш балаһы Йәҫәргә: – Бар, уларҙы үлтер, – тине. Ләкин егет ҡылысын сығарманы, сөнки, әле йәш булғанлыҡтан, ҡурҡа ине. 21 Зәвах менән Салмуннағ: – Һин беҙҙе үҙең үлтер. Кеше ниндәй, уның көсө лә шундай, – тине. Гидғон Зәвах менән Салмуннағты үлтерҙе, шунан уларҙың дөйәләренең муйынындағы ярым ай рәүешендәге биҙәүестәрҙе һалдырып алды. 22 Исраилдар Гидғонға: – Беҙгә хакимлыҡ ит, артабан һинең улың, унан улыңдың улы хакимлыҡ итер, сөнки һин беҙҙе мидйәндәр ҡулынан ҡотҡарҙың, – тине. 23 Гидғон уларға: – Мин һеҙгә хакимлыҡ итмәйем, минең улым да хакимлыҡ итмәйәсәк: һеҙгә Раббы хакимлыҡ итер, – тине. 24 Шунан: – Бер генә нәмә һорайым, һәр берегеҙ миңә үҙ яумалығыҙҙан берәр һырға бирһен, – тине. Сөнки дошмандары – исмәғилдәр – алтын һырға тағып йөрөй ине. 25 Исраилдар: – Бирәбеҙ-бирәбеҙ, – тип ергә кейем йәйеп һалды ла һәр береһе үҙ яумалынан берәр һырға ырғытты. 26 Ул һорап алған алтын һырғаларҙың ауырлығы, ярым ай рәүешендәге биҙәүестәрҙән, мунсаҡтарҙан һәм Мидйән батшаларының ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемдәренән һәм уларҙың дөйәләренең муйынынан сисеп алынған алтын биҙәүестәрҙән тыш, бер мең ете йөҙ алтын шекел ине. 27 Гидғон был алтындан эфод эшләтте лә үҙенең ҡалаһы Ғофрала урынлаштырҙы. Исраилдар, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бында табынырға йөрөй башланы. Был эфод Гидғонға һәм уның бөтә зат-зәүеренә тоҙаҡ булды. 28 Мидйәндәр ана шулай Исраил халҡына буйһондо, башҡаса баш күтәрмәне. Гидғон хакимлыҡ иткән заманда илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты. Гидғондың вафаты 29 Йоаш улы Йеруббәғел ҡайтып үҙ йортонда ғүмер итте. 30 Уның етмеш улы бар ине, сөнки ҡатындары күп булды. 31 Шулай уҡ Шәхәмдә йәшәгән йәриәһе лә уға малай табып бирҙе. Гидғон был улына Авимәләх тип исем ҡушты. 32 Йоаш улы Гидғон бик ҡартайып үлде һәм Авиғәзәр нәҫеле йәшәгән Ғофрала атаһы Йоаштың төрбәһендә дәфен ҡылынды. 33 Гидғон үлгәс, Исраил халҡы йәнә элекке ҡылыҡтарына тотондо, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бәғелдәргә табына башланы һәм үҙҙәренә илаһ итеп Бәғел-Бериҫты эшләп ҡуйҙы. 34 Исраил халҡы үҙҙәрен уратып алған барса дошмандарынан ҡотҡарған Аллалары Раббыны иҫкә лә төшөрмәне. 35 Шулай уҡ Йеруббәғел, йәғни Гидғон йортона ла, уның күрһәткән яҡшылыҡтарына ҡарамай, тоғролоҡ һаҡламанылар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia