Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Хакимдар 21 - Изге Яҙма


Бинйәмин егеттәрен өйләндереү

1 Исраилдар Миспала йыйылғас: «Беҙҙең беребеҙ ҙә ҡыҙҙарын Бинйәмин улдарына кәләш итеп бирмәйәсәк», – тип ант иткәйне.

2 Ә хәҙер исраилдар Бейт-Илгә килделәр һәм, Алла хозурында ултырып, кискә тиклем ҡысҡырып-ҡысҡырып иланылар.

3 – Эй Исраил Аллаһы Раббы! Ниңә Исраилда был хәл булды? Ни өсөн Исраилдың бер ырыуы ҡыйылды? – тиештеләр.

4 Иртәгәһенә исраилдар иртүк торҙолар ҙа ошо урында ҡорбан усағы төҙөнөләр һәм тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтерҙеләр.

5 Улар бер-береһенән: – Исраилдың барлыҡ ырыуҙарынан Раббы хозурында уҙғарылған йыйынға килмәй ҡалғандар бармы? – тип һораны. Сөнки улар Миспаға Раббы алдына килмәгән һәр бер кеше үлемгә дусар ителәсәк, тип ныҡлы ант иткәйне.

6 Исраил халҡы үҙ туғандары булған Бинйәмин ырыуын ҡыҙғанды һәм: – Бөгөн Исраилдың бер ырыуы юҡ булды, – тип әсенде. –

7 Уларҙың иҫән ҡалғандары өсөн ҡайҙан кәләш табабыҙ? Беҙ бит үҙ ҡыҙҙарыбыҙҙы уларға ҡатынлыҡҡа бирмәҫкә Раббының исеме менән ант иттек.

8 Шунан улар бер-береһенән: – Исраил ырыуҙарынан Раббы алдына Миспаға килмәй ҡалғандар бармы? – тип һораша башланылар. Шунда Ғилғәд Явешында йәшәүселәрҙән һис кем тупламға йыйынға килмәгәне мәғлүм булды,

9 сөнки халыҡты барлағанда, Ғилғәд Явешынан берәү ҙә юҡ ине.

10 Исраил йәмғиәте Ғилғәд Явешына ун ике мең яугирҙе юлланы һәм уларға: – Барығыҙ, Ғилғәд Явешы кешеләрен ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағалары менән бергә ҡылыстан үткәрегеҙ, – тип бойорҙо.

11 – Бына нимә эшләгеҙ: һәр ир-атты һәм ир татыған ҡатынды, харам ҡылып, юҡ итегеҙ.

12 Яугирҙәр, Ғилғәд Явешында ир-ат татымаған дүрт йөҙ ғиффәтле ҡыҙҙы табып, уларҙы Ҡәнғән ерендәге Шилоға тупламға алып килделәр.

13 Тотош йәмғиәт Риммон ҡаяһындағы Бинйәмин яугирҙәренә хәбәр ебәреп, тыныслыҡ иғлан итте.

14 Бинйәмин яугирҙәре өйҙәренә ҡайтты, һәм исраилдар уларға Ғилғәд Явешының тере ҡалдырылған ҡыҙҙарын кәләш итеп бирҙе. Ләкин ҡыҙҙар етмәй булып сыҡты.

15 Халыҡ Бинйәмин ырыуын ҡыҙғанды, сөнки Раббы Исраил ырыуҙарын бөтөн килеш һаҡламаны.

16 Халыҡтың аҡһаҡалдары: – Ҡалған Бинйәмин улдарына ҡайҙан кәләш табып бирәбеҙ? Уларҙың ырыуынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡырылып бөттө бит, – тинеләр.

17 – Биләмә итеп бирелгән ер, әйҙә, Бинйәмин ырыуында ҡалһын. Исраилдың бер ырыуы ла ҡоромаһын!

18 Ләкин беҙ ҡыҙҙарыбыҙҙы уларға кәләш итеп бирә алмайбыҙ, сөнки Исраил халҡы: «Бинйәмингә кәләш биргән кешегә ҡарғыш төшһөн», – тип ант итте.

19 Улар: – Бына Шило ҡалаһында йыл да Раббы байрамы була бит. Был Бейт-Илдән төньяҡтараҡ, Бейт-Илдән Шәхәмгә бара торған юлдан көнсығышта һәм Левонанан көньяҡтараҡ, – тинеләр.

20 Бинйәмин егеттәренә: – Барығыҙ ҙа йөҙөм баҡсаларында йәшенеп тороғоҙ.

21 Шило ҡыҙҙары күмәкләшеп бейергә төшһә, йүгереп сығығыҙ ҙа, һәр ҡайһығыҙ үҙегеҙгә кәләшлеккә берәй ҡыҙ эләктерә һалып, Бинйәмин еренә ҡайтығыҙ.

22 Аталары йә ағалары ялыу менән килһә, беҙ: «Беҙҙең хаҡҡа уларҙы ғәфү итегеҙ инде. Беҙ уларҙың һәр ҡайһыһын һуғышта кәләшле итә алманыҡ. Ә һеҙ ҡыҙҙарығыҙҙы уларға үҙегеҙ бирмәгәс, был эштә һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ», – тип әйтербеҙ.

23 Бинйәминдәр шулай эшләне. Улар, күмәк бейеүҙә ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙы урлап, үҙ биләмәләренә кәләш итеп алып ҡайтты. Шунда ҡалаларын ҡабат төҙөп, йәшәй башланылар.

24 Исраилдар ҙа өйҙәренә таралышты, һәр береһе үҙ ырыуына, үҙ нәҫеленә әйләнеп ҡайтты – барыһы ла үҙ биләмәләренә таралышты.

25 Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине: һәр кем нисек дөрөҫ тип тапһа, шулай эшләй торғайны.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan