Хакимдар 2 - Изге ЯҙмаБохимға Раббы фәрештәһенең килеүе 1 Раббы фәрештәһе Гилгалдан Бохимға килде лә уларға Раббы һүҙен еткерҙе: – Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым, ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән ергә килтерҙем. Уларға: «Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеүемде мәңге боҙмам, 2 ә һеҙ был илдә йәшәгән кешеләр менән килешеү төҙөмәгеҙ, уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ», – тинем. Ләкин һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ. Нисек шулай эшләй алдығыҙ һеҙ? 3 Шуға күрә Мин дә былай тип әйтәм: «Был халыҡтарҙы һеҙҙең аранан ҡыуып ебәрмәйем. Улар һеҙгә – элмәк, ә уларҙың илаһтары һеҙҙең өсөн тоҙаҡ булыр». 4 Раббы фәрештәһе был һүҙҙәрҙе әйткәс, бөтә Исраил халҡы ҡысҡырып илай башланы. 5 Шуға ла был урынды Бохим тип атанылар һәм шунда Раббыға ҡорбан килтерҙеләр. Нун улы Йушағтың вафаты 6 Йушағ халыҡҡа китергә рөхсәт иткәс, исраилдарҙың һәр береһе үҙ өлөшөнә төшкән ерҙәргә таралды. Был ерҙәр уларҙың биләмәһенә әйләнде. 7 Йушағ үҙе һәм унан һуң йәшәгән аҡһаҡалдар Раббының Исраил өсөн ҡылған бөйөк эштәрен күргән дәүерҙәрҙә халыҡ Раббыға тоғро хеҙмәт итә ине. 8 Нун улы Йушағ, Раббы ҡоло, йөҙ ҙә ун йәшендә вафат булды. 9 Ул Гағаш тауынан төньяҡтараҡ ятҡан Әфраим таулығында урынлашҡан биләмәһе Тимнаҫ-Хәрәстә ерләнде. Исраилдарҙың Раббынан йөҙ сөйөрөүе 10 Был быуындан булғандар үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, уларға алмашҡа Раббыны һәм Уның Исраил өсөн ҡылған эштәрен белмәгән быуын килде. 11 Исраилдар Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла, бәғелдәргә табына башланы. 12 Раббынан, үҙҙәренең ата-бабаларын Мысыр еренән алып сыҡҡан Алланан, баш тартып, икенсе илаһтарға, үҙҙәрен уратып алған халыҡтарҙың илаһтарына әүрәп, уларға сәждә ҡылды, бының менән Раббыны асыуландырҙы. 13 Улар, Раббыны ташлап, Бәғел һәм Ғаштареҫ боттарына табына башланылар. 14 Быға асыуланған Раббы исраилдарҙы баҫҡынсылар ҡулына тапшырҙы – тегеләр уларҙы таланы; уларҙы уратып алған дошмандары ихтыярына бирҙе һәм исраилдар дошмандарына ҡаршы тора алмаҫ булды. 15 Ҡайҙа ғына яу сапһалар ҙа, Раббы, алдан иҫкәртеп ҡуйғанса һәм ант иткәнсә, уларҙы бәлә-ҡазаға дусар итте. Исраилдарҙың хәле мөшкөлләнде. 16 Раббы, исраилдарҙы баҫҡынсыларҙан ҡотҡарыр өсөн, уларға хакимдар ҡуя башланы. 17 Ләкин улар үҙҙәренең хакимдарын да тыңламанылар, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бүтән илаһтарға табындылар. Раббының бойороҡтарын ғәмәлгә ашырған ата-бабалары һымаҡ эшләмәнеләр, улар йөрөгән юлдан тиҙ арала тайпылдылар. 18 Раббы уларға хаким ебәргәндә, шул хаким менән Үҙе була торғайны. Хаким иҫән саҡта исраилдарҙы дошмандарынан ҡотҡарыр булды, сөнки иҙеүселәрҙән һәм ҡыҫырыҡлаусыларҙан иңрәгән халыҡты йәлләне. 19 Ләкин хаким үлеү менән, исраилдар йәнә элекке ҡылыҡтарына тотондо, сит илаһтарға әүрәп, уларға эйәреп китә, хеҙмәт итә һәм сәждә ҡыла башлар булды, аталарынан да хәтәрерәк ғәмәлдәр ҡылды – үҙҙәренең яман эштәренән ваз кисмәне һәм тиҫкәрелектәрен дауам итте. 20 Исраилдарға ныҡ асыуланған Раббы былай тине: – Был халыҡ ата-бабалары менән Мин төҙөгән килешеүҙе боҙған һәм Мин әйткәндәрҙе тыңламаған өсөн, 21 инде Мин Йушағтың вафатынан һуң бында ҡалған ҡәүемдәрҙең береһен дә ҡыумайым. 22 Исраилдарҙың Раббы юлынан, элек ата-бабалары тотҡан юлдан, йөрөймө-юҡмы икәнен һынар өсөн, 23 Раббы был халыҡтарҙы ҡыуманы, Йушағтың ҡулына тапшырмайынса, уларҙы был ерҙә ҡалдырҙы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia