Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Хакимдар 18 - Изге Яҙма


Дан ырыуының яңы ерҙәр эҙләүе

1 Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине. Дан ырыуы ул көндәрҙә, ҡайҙа барып урынлашырға белмәй, йәшәр урын эҙләне, сөнки Исраил ырыуҙары араһында уға ер биләмәһе эләкмәгәйне.

2 Дан улдары үҙ ырыуынан биш кешене – Сорға һәм Әштәол ҡалаларында йәшәгән көслө ир-атты – ер ҡарап-тикшереп килергә ебәрҙе. – Барығыҙ, ул илде тикшереп килегеҙ, – тинеләр. Улар Әфраим таулығындағы Михаяһ йортона килеп туҡтанылар ҙа ҡуна ҡалдылар.

3 Михаяһ йортонда саҡта йәш левиҙең тауышын танып ҡалдылар. Унан: – Һине бында кем алып килде? Бында нимә эшләйһең, ниңә бында ҡалдың? – тип һоранылар.

4 Ул: – Михаяһ мине ялланы, мин унда ҡаһин булып торам, – тине. Михаяһтың үҙенә ҡылған яҡшылыҡтарын һөйләне.

5 Тегеләр егеттән: – Алланан һора әле, юлыбыҙ уң булырмы икән? – тип үтенделәр.

6 Ҡаһин уларға: – Күңелегеҙ тыныс булһын. Һеҙҙең юлығыҙ Раббының күҙе алдында! – тине.

7 Теге биш ир ары китеп Лаишта туҡтаны һәм ундағы халыҡтың сидондар һымаҡ тыныс, ғәмһеҙ, бошмаҫ йәшәп ятыуын күрҙе. Был ерҙә кемдеңдер берәйһен ҡыйырһытҡаны, буйһондорғаны юҡ ине. Улар сидондарҙан йыраҡ йәшәй, бер кемдә лә эштәре юҡ ине.

8 Әлеге биш кеше Сорғаға һәм Әштәолға әйләнеп ҡайтты. Ағай-энеләре: – Йә, ни менән ҡайттығыҙ? – тип һораны.

9 Улар: – Әйҙәгеҙ, ундағы халыҡҡа һөжүм итәйек. Беҙ бик шәп ер күреп ҡайттыҡ. Икеләнеп тә тормағыҙ, ул ерҙе тиҙерәк барып яулайыҡ.

10 Унда барғас, күрерһегеҙ, халыҡ бик вайымһыҙ, ерҙәре киң. Алла уны һеҙҙең ҡулға тапшыра. Ул ерҙә бер нәмәгә лә ҡытлыҡ юҡ, – тинеләр.

11 Дан нәҫеленән алты йөҙ ир-ат, ҡоралланып, Сорға менән Әштәолдан юлға ҡуҙғалды.

12 Улар Йәһүҙәләге Ҡыръяҫ-Еғаримда туплам булып торҙо. Шуның өсөн дә был ерҙе әле булһа Махане-Дан тип йөрөтәләр. Ул Ҡыръяҫ-Еғаримдан көнбайыштараҡ урынлашҡан.

13 Бынан улар Әфраим таулығына йүнәлделәр, Михаяһ йортона килеп еттеләр.

14 Лаиш ерен ҡарарға барған теге биш кеше туғандарына: – Беләһегеҙме, ошо йорттарҙа эфод, йорт илаһтарының һындары, бот менән ҡойолма илаһ бар. Уйлағыҙ, улар менән нимә эшләргә? – тине.

15 Тегеләр, йәш леви ҡаһины торған, йәғни Михаяһ йортона боролоп инеп, уға сәләм бирҙеләр.

16 Дан ырыуынан һуғыш ҡоралын билдәренә аҫҡан алты йөҙ кеше ҡапҡа төбөндә тора ине.

17 Теге ерҙе ҡарарға барған биш кеше иһә, йортҡа кереп, ботто, эфод менән йорт илаһтарын һәм ҡойолма илаһты алып сыҡты. Был ваҡытта ҡаһин теге алты йөҙ ҡораллы кеше эргәһендә ҡапҡа төбөндә тора ине.

18 Тегеләр Михаяһ йортонан ботто, эфодты, йорт илаһтарының һындарын һәм ҡойолма илаһты алып сыҡҡас, ҡаһин уларға: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тине.

19 Тегеләр ҡаһинға: – Шым, ауыҙыңды яп та беҙҙең менән бар. Беҙҙә атай һымаҡ кәңәшсе һәм ҡаһин булырһың. Һиңә бер кешенең йортонда ҡаһин булғансы, Исраилдың тотош бер ырыуында йәки Исраилдың бер нәҫелендә ҡаһин булыу яҡшыраҡ түгелме ни? – тинеләр.

20 Ҡаһинға был тәҡдим бик оҡшаны һәм, эфодты, йорт илаһтарының һындарын һәм ботто алып, халыҡ менән бергә китте.

21 Улар артабан юлланды, бала-сағаны, мал-мөлкәтте алдан үткәреп, сәфәрҙәрен дауам иттеләр.

22 Дан ырыуы кешеләре Михаяһ йортонан байтаҡ йыраҡлашҡас, Михаяһ һәм уның күршеләре йыйылышып килеп уларҙы ҡыуып етте.

23 Улар Дан ырыуы кешеләренә ҡысҡыра-ҡысҡыра килә ине, тегеләр боролоп, Михаяһтан: – Һиңә нимә кәрәк? Шул тиклем кеше йыйғанһың? – тип һораны.

24 – Һеҙ мин яһаттырған илаһтар менән ҡаһинымды алып киткәнһегеҙ. Ә минең нимәм ҡалды? Хәҙер килеп: «Һиңә нимә кәрәк?» – тип тораһығыҙ! – тине Михаяһ уларға.

25 Дан кешеләре уға: – Шаулама, тауышыңды сығараһы булма! Һуғышсыларыбыҙ былай ҙа асыулы, ташланырҙар ҙа үҙеңде лә, ғаиләңде лә харап итерһең, – тине.

26 Дан ырыуы кешеләре юлдарында булды. Михаяһ, уларҙың үҙенән көслөрәк булғанын күреп, кире боролдо һәм өйөнә ҡайтып китте.

27 Ә Дан кешеләре Михаяһ яһатҡан бөтә нәмәләрҙе, шулай уҡ уның ҡаһинын алып, Лаишҡа, тыныс һәм вайымһыҙ йәшәп ятҡан халыҡҡа һөжүм итергә китте. Халыҡты ҡылыстан үткәреп, ҡаланы үртәнеләр.

28 Лаиш халҡына ярҙамға килеүсе булманы, сөнки был ҡала Сидондан алыҫ, ә күршеләре менән аралашмай инеләр. Лаиш Бейт-Реховҡа яҡын үҙәндә урынлашҡайны. Дан кешеләре, ҡаланы яңынан аяҡҡа баҫтырып, шунда йәшәй башланы.

29 Ҡалаға Исраил улдарының береһе, үҙҙәренең ата-бабалары булған Дандың исемен бирҙеләр. Ҡаланың элекке исеме Лаиш ине.

30 Дан ырыуы кешеләре Михаяһтан тартып алған ботто үҙҙәренә ҡуйҙы. Мусанан тыуған Гершомдың улы Йонаҫан үҙе лә, уның улдары ла һөргөн дәүеренә тиклем ошо Дан ырыуында ҡаһин булды.

31 Алла йорто Шилола булғанда, Дан ырыуы Михаяһ яһатҡан ботто үҙҙәрендә һаҡланы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan