Хакимдар 17 - Изге ЯҙмаМихаяһ һәм уның ҡаһины 1 Әфраим таулығында Михаяһ тигән кеше йәшәй ине. 2 Ул әсәһенә: – Теге ваҡытта бер мең дә бер йөҙ шекел көмөшөң юғалғас, һин ҡараҡты минең алдымда ҡарғағайның. Ул көмөш миндә, уны мин алғайным, – тине. – Раббы һиңә фатиха бирһен, улым, – тине әсәһе. 3 Улы әсәһенә бер мең дә бер йөҙ шекел көмөштө кире ҡайтарып бирҙе. Әсәһе: – Был көмөштө мин улым хаҡына Раббыға бағышлайым. Унан бот менән ҡойолма илаһ яһатып алам. Көмөш шул рәүешле, улым, үҙеңә ҡайтһын, – тине. 4 Улы ҡайтарып биргәс, әсәһе ике йөҙ шекел көмөштө алып, уны көмөшсөгә илтте лә бот менән ҡойолма илаһ яһатып алды. Шул ваҡыттан алып, ул бот Михаяһтың өйөндә торҙо. 5 Шул рәүешле был Михаяһ тигән кешенең ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килде. Эфод менән йорт илаһтарының һындарын эшләтеп, улдарының береһен ҡаһин итеп ҡуйҙы. 6 Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине: һәр кем нисек дөрөҫ тип тапһа, шулай эшләй торғайны. 7 Йәһүҙә ырыуы халҡы араһында бер йәш леви йәшәй ине. Ул Йәһүҙә Бейт-Ләхәмендә тыуып үҫеп, 8 йәшәгән төйәген алмаштырыу ниәте менән, был ҡаланан сығып китте һәм юл ыңғайында Әфраим таулығындағы Михаяһ йортона һуғылды. 9 Михаяһ унан: – Ҡайҙан киләһең? – тип һораны. Теге егет: – Мин Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынанмын, леви булам, төйәкләнер урын эҙләйем, – тине. 10 Михаяһ уға: – Улай булғас, миндә ҡал, атайым һымаҡ кәңәшсе, ҡаһин булырһың, – тине. – Мин һиңә йылына унар шекел көмөш, өҫтәүенә кейем һәм ашарға аҙыҡ-түлек бирермен. 11 Йәш леви был кешелә ҡалырға булды. Михаяһ уны улы һымаҡ күрҙе, 12 ҡаһин итеп ҡуйҙы, һәм егет Михаяһ йортонда йәшәне. 13 Михаяһ: – Хәҙер инде Раббының миңә фатихалы булыуын беләм, сөнки минең ҡаһиным левиҙәрҙән, – тине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia