Хакимдар 15 - Изге ЯҙмаШимшондың үс алыуы 1 Бер нисә көндән, бойҙай урағы осоронда, Шимшон, бер кәзә бәрәсе алып, ҡатынын күрергә килде. – Ҡатынымдың янына, уның бүлмәһенә керәйем әле, – тигәйне, ҡыҙҙың атаһы Шимшонды индермәне. 2 – Һин ҡыҙымды ташлап киткәнһең тип уйлағайным, – тине ул. – Шуға күрә уны кейәү егеттәреңдең береһенә бирҙем. Ана, һеңлеһе унан да матурыраҡ. Әйҙә, оло ҡыҙым урынына булһын, – тине. 3 Ләкин Шимшон: – Хәҙер инде мин пелештиҙәргә яманлыҡ эшләһәм дә хаҡлымын, – тине. 4 Ҡырға сығып, өс йөҙ төлкө тотто. Уларҙың һәр икеһенең ҡойроғон ҡуша бәйләне лә ҡойроҡ араһына сыраҡ ҡыҫтырҙы. 5 Шунан сыраҡтарҙы тоҡандырҙы ла төлкөләрҙе пелештиҙәр баҫыуы яғына ысҡындырып ебәрҙе. Төлкөләр эҫкерттәрҙе, урылмаған баҫыуҙарҙы, шулай уҡ йөҙөм баҡсаларын, зәйтүн ағастарын яндырып бөттө. 6 – Кем эшләне быны? – тип һораша башланы пелештиҙәр. – Шимшон, теге Тимнала йәшәгән бер кешенең кейәүе. Ҡайныһы уның кәләшен кейәүҙең дуҫына биреп ебәргән, – тип яуап ҡайтарҙылар уларға. Шунан пелештиҙәр барып теге ҡатынды ла, уның атаһын да яндырҙылар. 7 Шимшон быны ишеткәс, уларға: – Әгәр былай иткәнһегеҙ икән, һеҙҙән үсемде алмай туҡтамам, – тине. 8 Шимшон уларға ташланды һәм күптәрен аяуһыҙ рәүештә ҡырып ташланы. Шунан Ғетам ҡаялығындағы мәмерйәгә барып йәшәй башланы. 9 Пелештиҙәр Йәһүҙә еренә килеп, туплам булып урынлаштылар һәм Лехигә йүнәлделәр. 10 Йәһүҙә кешеләре уларҙан: – Ниңә беҙгә яу менән килдегеҙ? – тип һораны. Тегеләр: – Беҙ, Шимшондың аяҡ-ҡулын бәйләп, беҙгә эшләгәнен үҙенә эшләргә килдек, – тинеләр. 11 Йәһүҙәнән өс мең кеше Ғетам ҡаялығындағы мәмерйәгә барып, Шимшонға: – Һин пелештиҙәрҙең беҙгә хакимлыҡ иткәнен белмәйһеңме ни? – тинеләр. – Нимә эшләнең һин беҙгә? Шимшон: – Улар минең менән ни эшләне, мин дә уларға шуны эшләнем, – тип яуап ҡайтарҙы. 12 – Беҙ һине тотоп бәйләп, пелештиҙәр ҡулына бирер өсөн килдек, – тине йәһүҙиҙәр. – Миңә яманлыҡ ҡылмаҫҡа ант итегеҙ, – тине Шимшон. 13 – Юҡ, тотоп бәйләп, пелештиҙәр ҡулына ғына бирәбеҙ, беҙ һине үлтермәйбеҙ, – тинеләр. Уны ике өр-яңы бау менән бәйләнеләр ҙә мәмерйәнән алып сыҡтылар. 14 Лехигә яҡынлашҡас, пелештиҙәр уны һөрән һалып ҡаршыланы. Шул саҡ Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм уның ҡулындағы бауҙар, янып бөткән етен шикелле, һыпырылып төштө. 15 Шимшондың күҙенә ишәктең әле кибеп тә бөтмәгән яңаҡ һөйәге салынды. Ул шул һөйәкте алды ла мең пелештиҙе һуғып үлтерҙе. 16 Шунан Шимшон былай тине: – Ишәктең яңаҡ һөйәге менән – өйөм өҫтөнә өйөм! Ишәктең яңаҡ һөйәге менән меңде һуғып үлтерҙем! 17 Шулай тине лә ҡулындағы һөйәкте ситкә быраҡтырҙы. Был урынды Рамаҫ-Лехи тип атанылар. 18 Шимшон шул тиклем сарсап китте, Раббыға ялбарып, былай тине: – Ҡолоңа ошо бөйөк еңеүҙе бирҙең. Инде хәҙер сарсауҙан үлеп, сөннәтһеҙҙәр ҡулына төшәйемме? 19 Алла Лехиҙә соҡор хасил итте һәм унан һыу ағып сыҡты. Шимшон туйғансы һыу эсте һәм уға йәнә хәл өҫтәлде. Шуның өсөн дә был урынды Ғейн-Һаҡҡоре тип атанылар. Ул әлеге көндә лә Лехиҙә бар. 20 Шимшон пелештиҙәр заманында егерме йыл Исраил хакимы булып торҙо. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia