Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Хакимдар 12 - Изге Яҙма


Ифтах менән әфраимдар

1 Әфраимдар йыйылышып Иордан йылғаһы аша Сафонға сыҡтылар һәм Ифтахҡа: – Ниңә һин ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа беҙҙе лә үҙең менән саҡырманың? Беҙ һине йортоң менән бергә яндырабыҙ, – тинеләр.

2 – Халҡымдың һәм минең ғаммондар менән бик ҡаты ыҙғыш сыҡҡайны. Мин һеҙҙе саҡырғайным – һеҙ миңә ярҙамға килмәнегеҙ.

3 Һеҙҙән миңә ярҙам булмаясағын аңлап, мин үҙ ғүмеремде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙым, ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа күтәрелдем. Раббы уларҙы минең ҡулға тапшырҙы. Ниңә әле һеҙ минең менән яғалашырға килдегеҙ? – тине Ифтах уларға.

4 Әфраим ырыуы кешеләре Ғилғәд халҡына: «Ҡасҡын ғилғәдтәр! Ғилғәд бит ул Әфраим менән Менашше араһындағы бер төбәк кенә!» – тип әйткәйнеләр. Ифтах Ғилғәдтәге бөтә ир-егеттәрҙе йыйҙы ла әфраимдар менән алышҡа күтәрелде һәм уларҙы еңде.

5 Ғилғәдтәр әфраимдарҙың сигенеү юлдарын ҡаплар өсөн Иордан аша кисеүҙәрҙе ҡулдарына алды һәм, ҡасып барған әфраимдарҙан берәйһе: «Аръяҡҡа сығайым әле», – тип рөхсәт һораһа, «Һин Әфраим кешеһеме?» – тип һорар булды. Ул: «Юҡ», – тип яуаплаһа,

6 уға: «Шибболеҫ, тип әйт», – тиҙәр. Ә теге дөрөҫ итеп әйтә алмайынса: «Сибболеҫ», – тиһә, ғилғәдтәр уны Иордан аша сыға торған кисеүҙәр эргәһендә сәнсеп үлтерә торғайны. Был мәлдә әфраимдарҙан ҡырҡ ике мең кеше һәләк булды.

7 Ифтах алты йыл Исраил хакимы булды. Ғилғәд улы Ифтах, вафат булғас, үҙенең Ғилғәдтәге ҡалаһына ерләнде.


Ивсан

8 Унан һуң Бейт-Ләхәмдән Ивсан Исраил хакимы булды.

9 Уның утыҙ улы һәм утыҙ ҡыҙы бар ине. Ҡыҙҙарын ул, кейәүгә биреп, үҙ өйөнән оҙатты, ә улдарына ситтән утыҙ кәләш алып бирҙе. Ете йыл Исраил хакимы булып торҙо.

10 Ивсан, вафат булғандан һуң, Бейт-Ләхәмдә ерләнде.


Элон

11 Унан һуң Зевулун ырыуынан Элон Исраил хакимы булды. Ул ун йыл хакимлыҡ итте.

12 Элон, вафат булғандан һуң, Зевулун ерендә, Айялонда ерләнде.


Ғавдон

13 Унан һуң Пирғаҫондан Һиллел улы Ғавдон Исраил хакимы булды.

14 Уның ҡырҡ улы һәм утыҙ ейәне бар ине. Уларҙың етмеше лә ишәккә атланып йөрөр булды. Ул Исраилда һигеҙ йыл хакимлыҡ итте.

15 Вафат булғандан һуң, Һиллел улы Ғавдон Әфраим ерендәге Пирғаҫонда, Ғәмәлек таулығында ерләнде.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan