Хакимдар 1 - Изге ЯҙмаҠәнғәниҙәр менән һуғыш 1 Йушағ вафат булғандан һуң, исраилдар Раббынан: – Ҡәнғәниҙәргә ҡаршы һуғышҡа арабыҙҙан кем беренсе булып күтәрелһен? – тип һораны. 2 – Йәһүҙә күтәрелер. Мин был ерҙе уның ырыуының ҡулына бирәм, – тине Раббы. 3 Йәһүҙә ырыуы үҙҙәренең ҡәрҙәштәре булған Шимғон ырыуына: – Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә беҙҙең менән барығыҙ, беҙҙең өлөшкә төшкән ерҙәрҙе тартып алыр өсөн, ҡәнғәниҙәргә ҡаршы бергәләп һуғышайыҡ. Һуңынан беҙ ҙә һеҙгә төшкән өлөштө алырға ярҙам итербеҙ, – тине. Шулай итеп, Шимғон нәҫеле улар менән бергә китте. 4 Йәһүҙә ырыуы яу асты һәм Раббы ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе уның ҡулына тапшырҙы. Йәһүҙиҙәр Бәзәҡтә ун мең кешене ҡырып ташланы. 5 Бәзәҡтә улар Адони-Бәзәҡ менән осрашты, уға һөжүм итеп, ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе тар-мар итте. 6 Адони-Бәзәҡ ҡасып ҡотолмаҡ булды, ләкин уны ҡыуып етеп, аяҡ-ҡулының баш бармаҡтарын сабып өҙҙөләр. 7 Шунда Адони-Бәзәҡ: – Аяҡ-ҡулының баш бармаҡтары ҡырҡылған етмеш батша минең өҫтәлем аҫтына төшкән валсыҡты йыя торғайны. Инде хәҙер Алла миңә ҡылған ғәмәлдәремдең әжерен бирҙе, – тине. Адони-Бәзәҡте Йәрүсәлимгә килтерҙеләр, ул шунда вафат булды. 8 Йәһүҙә ырыуы Йәрүсәлимгә һөжүм итеп, уны алды, халҡын ҡылыстан үткәрҙе, ҡаланы яндырҙы. 9 Шунан улар таулыҡтарҙа, Негевта һәм Шефелала йәшәгән ҡәнғәниҙәргә яу менән барҙы. 10 Артабан Йәһүҙә ырыуы элекке исеме Ҡыръяҫ-Арбағ булған Хевронда йәшәгән ҡәнғәниҙәргә һөжүм итеп, Шешайҙы, Ахиманды һәм Талмайҙы тар-мар итте. 11 Бынан Йәһүҙә ырыуы кешеләре, Девир ҡалаһында йәшәүселәргә һөжүм итер өсөн, юлға сыҡты. Девирҙың элекке исеме Ҡыръяҫ-Сәфәр ине. 12 Шунда Калев: – Ҡыръяҫ-Сәфәрҙә еңеү яулап, ҡаланы ҡулға төшөргән кешегә ҡыҙым Ғахсаны кәләш итеп бирәм, – тине. 13 Ҡаланы Калевтың ҡустыһы Ҡыназдың улы Ғоҫниил алды, шуға ла Калев уға ҡыҙы Ғахсаны кәләш итеп бирҙе. 14 Ғоҫниилға кейәүгә сыҡҡас, Ғахса, ирен атаһы Калевтан бер баҫыу һорарға өгөтләне. Ҡыҙы ишәк өҫтөнән төшөүгә атаһы: – Нимә теләйһең? – тип һораны. 15 – Миңә фатихаңды күндерһәңсе, – тине Ғахса. – Һин миңә Негевта ер бирҙең, хәҙер инде һыу сығанаҡтары ла бирһәң ине. Калев уға шул ерҙәге үрге һәм түбәнге һыу сығанаҡтарын бирҙе. 16 Мусаның ҡайныһы нәҫеленән булған ҡыниҙар Йәһүҙә ырыуының кешеләре менән бергә Хөрмәләр ҡалаһынан китеп, Йәһүҙә сүленә – Негевҡа, Ғарад еренә килде һәм унда йәшәгән халыҡ араһында төпләнде. 17 Йәһүҙә ирҙәре ҡәрҙәштәре булған Шимғон ырыуы кешеләре менән бергә Сефаҫта йәшәгән ҡәнғәниҙәргә һөжүм итте. Улар был ҡаланы харам ҡылып тулыһынса юҡ итте. Шуның өсөн был ҡала Хорма тип атала. 18 Йәһүҙә нәҫеле тағы ла әйләнә-тирәһендәге ерҙәре менән бергә Газа, Ашҡылон һәм Ғәҡрон ҡалаларын алды. 19 Раббы Үҙе Йәһүҙә ырыуы менән булған өсөн, улар таулыҡтағы ерҙәрҙе яуланы. Ләкин үҙәндә йәшәүселәрҙе ҡыуып ебәрә алманы: уларҙың тимерҙән эшләнгән яу арбалары бар ине. 20 Муса әйткәнсә, Хеврон ҡалаһын Калевҡа бирҙеләр, ул бынан Ғанаҡтың өс улының тоҡомон ҡыуып ебәрҙе. 21 Ләкин Бинйәмин ырыуы Йәрүсәлимдә йәшәгән йевусиҙәрҙе ҡыуманы, шуның өсөн дә йевусиҙәр Йәрүсәлимдә Бинйәмин нәҫеле менән һаман да йәнәш йәшәй. 22 Йософ нәҫеле Бейт-Илгә һөжүм итте, Раббы улар менән булды. 23 Улар, элекке исеме Луз булған Бейт-Ил ҡалаһы тураһында мәғлүмәт туплар өсөн, шымсылар ебәрҙе. 24 Шымсылар ҡаланан сығып килгән бер кешене күреп, уға: – Ҡалаға инер юлды күрһәтһәң, яҡшылығыңа яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарырбыҙ, – тинеләр. 25 Теге кеше уларға юл күрһәтте. Улар ҡала халҡының барыһын да ҡылыстан үткәрҙе, ә теге кешене бөтөн нәҫел-нәсәбе менән бергә ебәрҙеләр. 26 Юл күрһәткән кеше хиттиҙәр еренә барып төйәкләнде, унда Луз тигән ҡала төҙөнө. Ул ҡала әле лә шулай тип йөрөтөлә. 27 Менашше ырыуы Бейт-Шеан, Тағанах, Дор, Йивлеғам, Мегиддо ҡалаларында һәм уларҙың әйләнә-тирәһендәге ауылдарҙа көн иткән халыҡты ҡыуманы, ҡәнғәниҙәр ошо ерҙә йәшәп ҡалды. 28 Нығынып-көсәйеп киткәндән һуң, исраилдар ҡәнғәниҙәрҙе үҙҙәренә буйһондороп, мәжбүри эшселәр итте. Әммә уларҙы үҙ ерҙәренән тулыһынса ҡыуып ебәрмәне. 29 Әфраим ырыуы ла Гәзәрҙә йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып ебәрмәне; ҡәнғәниҙәр улар араһында Гәзәрҙә йәшәй бирҙе. 30 Зевулун да Ҡитрон һәм Наһалол кешеләрен ҡыуманы; ҡәнғәниҙәр улар араһында йәшәне һәм мәжбүри эшләргә тейеш булды. 31 Ашер ырыуы ла Ғакко, Сидон менән Ахлав, Ахзив, Хелба, Афиҡ һәм Рехов ҡалаларында йәшәгән халыҡты ерҙәренән ҡыуып сығарманы. 32 Ашер ырыуы шул ерҙәрҙе биләгән ҡәнғәниҙәр араһында йәшәп ҡалды, уларҙың ерҙәренә эйә була алманы. 33 Нафтали ырыуы ла Бейт-Шәмәш һәм Бейт-Ғанаҫ ҡалалары кешеләрен ҡыуып сығарманы, шул ерҙәге кешеләр – ҡәнғәниҙәр араһында йәшәп ҡалды. Әммә Бейт-Шәмәш һәм Бейт-Ғанаҫ кешеләре уларға мәжбүри эшләргә тейеш булды. 34 Әмөриҙәр Дан ырыуын тауға табан ҡыҫырыҡланы, уларға үҙәнгә төшөргә мөмкинлек бирмәне. 35 Әмөриҙәр Хәрәс тауында, Айялонда һәм Шағалвимда йәшәп ҡалды. Ләкин, Йософ ырыуы көсәйеп киткәндән һуң, әмөриҙәр уларға мәжбүри эшләргә тейеш булды. 36 Әмөри ерҙәренең сиктәре Ғаҡраббим тарлауығы менән Селанан ары һуҙыла ине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia