Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 9 - Изге Яҙма

1 Тыңла, Исраил! Бөгөн һеҙҙән күберәк һәм көслөрәк ҡәүемдәрҙең ерҙәрен биләү өсөн Иордан аша сығырһың. Уларҙың ҙур, күккә олғашып торған нығытмалар менән уратылған ҡалаларын алыр өсөн

2 күп һанлы, оҙон буйлы халыҡҡа, Ғанаҡ тоҡомдарына, ҡаршы бараһың. Уларҙы һин беләһең. «Кем ғанаҡтарға ҡаршы тора алыр?» – тигәнде ишеткәнең бар.

3 Бөгөн иһә бел, Аллаң Раббы ялмап алыусы ялҡын кеүек һинән алда бара. Уларҙы ҡырып-емерәсәк, алдыңа ҡолатып һаласаҡ. Уларҙы ҡыуалаясаҡһың һәм, Раббы һиңә нисек әйткән булһа, тиҙҙән шулай юҡ итәсәкһең.

4 Аллағыҙ Раббы был ҡәүемдәрҙе алдығыҙҙан ҡыуғанда: «Раббы беҙҙе тоғро булғанға күрә был ерҙе биләргә алып килде», – тип уйламағыҙ. Раббы был ҡәүемдәрҙе ҡылған яуызлыҡтары өсөн алдығыҙҙан ҡыуа.

5 Был ерҙе тоғролоғоң һәм тәҡүәлегең өсөн милек итеп алырға бармайһың. Аллаң Раббы был халыҡтарҙы ҡылған яуызлыҡтары өсөн һәм ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа ант итеп әйткән вәғәҙәһен үтәр өсөн күҙ алдыңдан ҡыуа.

6 Шуны аңла: был бәрәкәтле ерҙе Аллаң Раббы һиңә биләмәгә тоғро йөрәгең өсөн бирмәй. Ысынында һеҙ – тиҫкәре халыҡ.

7 Аллаң Раббыны сүлдә нисәмә тапҡыр асыуландырғаныңды иҫеңдә тот, һис онотма. Мысырҙан сыҡҡан көндән башлап, бөгөн ошо ергә килеп еткәнгә тиклем, һеҙ һәр саҡ Раббыға ҡаршылаштығыҙ.

8 Хорев тауында ла Раббыны шул тиклем ҡыҙҙырҙығыҙ, хатта Ул, асыуланып, һеҙҙе юҡ итергә теләне.

9 Мин таҡтаташтарҙы – Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүе яҙылған таҡтаташтарҙы – алырға тауға мендем; унда ҡырҡ көн, ҡырҡ төн булдым: икмәк ашаманым, һыу эсмәнем.

10 Миңә Раббы ике таҡтаташ бирҙе. Алла ҡулы менән яҙылған был таҡтаташтарҙа Раббы һеҙгә йыйын көнөндә ут эсенән әйткән һүҙҙәр яҙылғайны.

11 Ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәс, ике таҡтаташ, килешеү таҡтаташтарын бирҙе.

12 Шунан Раббы: «Тиҙерәк түбәнгә төш, сөнки һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың тамам аҙҙы. Мин бойорған юлдан бик тиҙ тайпылдылар, үҙҙәренә ҡойолма илаһ яһап алдылар», – тине.

13 Раббы миңә тағы: «Күреп торам, был халыҡ ысынлап та тиҫкәре, – тине.

14 – Туҡтатырға тырышма Мине. Уларҙы ҡырып бөтөрәм, күк йөҙө аҫтында исемдәрен юям. Ә һинән уларҙан да көслөрәк һәм күберәк халыҡты бар ҡылам».

15 Мин боролоп тауҙан төшөп киттем. Тау иһә ут булып яна ине, ә минең ҡулымда – килешеү таҡтаташтары.

16 Күрҙем, Аллағыҙ Раббыға ҡаршы гонаһ эшләгәнһегеҙ, үҙегеҙгә үгеҙ башмаҡҡа оҡшаған һын ҡойоп алғанһығыҙ. Раббының һеҙгә бойорған юлынан бик тиҙ тайпылғанһығыҙ.

17 Ҡулымдағы ике таҡтаташты күҙ алдығыҙҙа ергә күтәреп бәрҙем дә улар селпәрәмә килеп ватылды.

18 Һеҙҙең барлыҡ гонаһтарығыҙ өсөн, Раббы алдында яуызлыҡ ҡылып Уны асыуландырған өсөн йәнә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ашамай-эсмәй Раббы алдында ергә ҡапланып, ялбарып һораным.

19 Раббының һеҙгә булған асыуынан һәм ярһыуынан ҡурҡтым, сөнки Ул һеҙҙе юҡ итергә теләне. Әммә Раббы мине был юлы ла тыңланы.

20 Раббы Һарунға ла бик ныҡ асыуланды, уны ла һәләк итергә теләне. Әммә мин Һарун өсөн дә ялбарҙым.

21 Ә яһаған гонаһ әйберегеҙҙе – һеҙ ҡойоп яһаған үгеҙ башмаҡ һынын алып утта яндырҙым, уны ваттым да, туҙанға әйләнгәнсе онтаным. Шунан ул саңды тауҙан сыҡҡан ағын һыуға һиптем.

22 Тавғырала, Массала, Ҡивроҫ-Һаттауала ла Раббыны асыуландырҙығыҙ.

23 Ул һеҙгә Ҡадеш-Барнеағта: «Барығыҙ, Мин һеҙгә биргән ерҙе барып алығыҙ», – тип ҡушҡанда ла Аллағыҙ Раббының бойороғона ҡаршы төштөгөҙ. Уға ышанманығыҙ, әйткәндәренә ҡолаҡ һалманығыҙ.

24 Мин һеҙҙе белә башлағандан алып, Раббыға буйһонмаҫ бер халыҡ булдығыҙ.

25 Раббы һеҙҙе юҡ итәсәген әйткән өсөн, Уның алдында ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ергә ҡапланып яттым.

26 Раббыға ялбарып әйттем: «Хакимым Раббы, бөйөк ҡеүәтең менән йолоп алған, ҡулыңдың ҡөҙрәте менән Мысырҙан сығарған халҡыңды, Үҙ биләмәңде, һәләк итмә.

27 Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты иҫкә ал. Һин был халыҡтың тиҫкәрелегенә, яуызлығына һәм гонаһтарына ҡарама.

28 Юҡһа Һин беҙҙе алып сыҡҡан ерҙә йәшәүселәр: „Раббы уларҙы бирергә вәғәҙә иткән ергә алып бара алманы. Ул был халыҡҡа нәфрәтләнгән өсөн уларҙы сүлдә үлтереү маҡсаты менән бынан алып сыҡты“, – тип әйтер.

29 Әммә улар – Һинең халҡың, Һинең биләмәң. Һин уларҙы бөйөк көсөң, һуҙылған ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡтың».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan