Ҡанун 8 - Изге ЯҙмаАллағыҙ Раббыны онотоуҙан һаҡланығыҙ 1 Бөгөн мин һеҙгә белдергән бойороҡтарҙы теүәл үтәгеҙ, шул сағында имен-аман йәшәрһегеҙ, ишәйерһегеҙ һәм Раббы ата-бабаларығыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә инеп, уны биләрһегеҙ. 2 Аллаң Раббы һеҙҙе ҡырҡ йыл буйына сүлдә йөрөткән оҙон юлды онотма! Бойороҡтарын үтәрһеңме, күңелеңдә ниҙәр бар – Ул шуларҙы белер, һине баҫалҡыландырыр өсөн, һине һынауҙарға дусар итте. 3 Ул һине аслыҡ менән интектереп баҫалҡыландырҙы. Һуңынан һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән майҙә менән туйындырҙы. Кешенең икмәк менән генә түгел, ә Раббы әйткән һәр бер һүҙ менән дә йәшәгәнен белдерер өсөн эшләне быны. 4 Ҡырҡ йыл буйы өҫтөңдәге кейемең дә туҙманы, аяғың да шешмәне. 5 Күңелеңдән шуны бел, кеше үҙ балаһына нисек тәрбиә бирә, Аллаң Раббы ла һине шулай тәрбиәләй. 6 Шулай итеп, Аллаң Раббының бойороҡтарын үтә, Уның юлынан йөрө, Унан ҡурҡ. 7 Аллаң Раббы һине йылғалар аҡҡан, үҙәндәрҙән һәм тауҙарҙан инештәр, шишмәләр сыҡҡан бәрәкәтле ергә алып бара. 8 Бойҙайы, арпаһы, йөҙөм, инжир, анар, зәйтүн ағастары һәм балы булған ергә. 9 Унда икмәгеңде фәҡирҙәрсә ашамаҫһың, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ күрмәҫһең. Ерендәге таштарҙан тимер, ә тауҙарынан баҡыр сығарырһың. 10 Тамағыңа ашап туйғас, һеҙгә бирелгән бәрәкәтле ер өсөн Аллаң Раббыға шөкөр ит. 11 Ҡара уны, Раббының бөгөн минең аша һеҙгә белдергән бойороҡтарын, ҡанундарын һәм ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән, Аллаң Раббыны онотоуҙан һаҡлан. 12 Ашап-эсеп туйғанда ла, матур өйҙәр төҙөп уларҙа йәшәгәндә лә, 13 эре малың да, ваҡ малың да, алтының да, көмөшөң дә – бөтә нәмәң мул булғанда, 14 ҡара уны, йөрәгең тәкәбберләнеп, Раббыны, һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңды, онота күрмә. 15 Ул һине бөйөк һәм дәһшәтле сүллектән, ағыулы йыландар, саяндар тулы булған, ҡорғаҡһыған ҡоро ерҙәрҙән алып сыҡты. Ул һиңә саҡматаш ҡаянан шишмә сығарҙы. 16 Ул сүлдә ата-бабаларың да белмәгән майҙә менән тамағыңды туйҙырҙы. Ә Ул быларҙы һине баҫалҡыландырыр һәм һынар, ә һуңынан игелек ҡылыр өсөн эшләне. 17 «Был байлыҡты үҙ тырышлығым һәм ҡул көсөм менән таптым», – тип уйлама. 18 Аллаң Раббыны иҫеңдә тот, сөнки Ул һиңә байлыҡ табырға көс бирә – ата-бабаларың менән антлашып төҙөгән килешеүҙе шул рәүешле Ул бөгөнгәсә үтәп килә. 19 Әгәр Аллаң Раббыны онотоп, башҡа илаһтар артынан китһәң, уларға хеҙмәт итеп алдарында баш эйһәң, бөгөн шаһитлыҡ ҡылып әйтәм, һеҙ юҡҡа сығасаҡһығыҙ. 20 Әгәр Аллағыҙ Раббының әйткәнен тыңламаһағыҙ, алдығыҙҙан юҡ итәсәк башҡа халыҡтар кеүек, һеҙ ҙә һәләк буласаҡһығыҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia