Ҡанун 7 - Изге ЯҙмаАлланың Үҙ халҡы 1 Аллағыҙ Раббы, һеҙҙе биләйәсәк ерҙәрегеҙгә килтереп, күҙ алдығыҙҙан күп халыҡтарҙы: хиттиҙәрҙе, гиргашиҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе, йевусиҙәрҙе – һеҙҙән күберәк тә, көслөрәк тә булған ете халыҡты ҡыуып ебәрер. 2 Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ уларҙы еңерһегеҙ. Бына шул саҡта уларҙы харам ҡылығыҙ – тотош юҡ итегеҙ. Был халыҡтар менән килешеүгә кермәгеҙ һәм уларҙы йәлләмәгеҙ. 3 Улар менән туғанлашмағыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, улдарығыҙҙы уларҙың ҡыҙҙарына өйләндермәгеҙ. 4 Юғиһә улар улдарығыҙҙы Раббынан биҙҙерер һәм балаларығыҙ башҡа илаһтарға хеҙмәт итә башлар. Бына шул саҡта һеҙгә ҡаршы Раббының асыуы ялҡынланыр һәм Ул һеҙҙе юҡ итер. 5 Уларға былай эшләгеҙ: ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын ватығыҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын ҡырҡып ташлағыҙ, боттарын утта яндырығыҙ. 6 Сөнки һин – Аллаң Раббы өсөн изге халыҡ. Аллаң Раббы һине ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итер өсөн һайлап алды. 7 Раббы ни өсөн һеҙҙе яратты һәм, һайлап алды һуң? Һеҙ башҡа халыҡтарҙан күберәк һанлы булған өсөн түгел бит. Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ бүтән халыҡтарҙан әҙерәкһегеҙ. 8 Әммә Раббы һеҙҙе ярата һәм, аталарығыҙға биргән антына тоғро ҡалып, әйткән һүҙен бойомға ашырыр өсөн, ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ҡоллоҡ йортонан, Мысыр батшаһы фирғәүен ҡулынан йолоп алды. 9 Шулай итеп, Аллаң Раббының берҙән-бер Алла икәнен бел. Ул – тоғро Алла. Ул Үҙенең килешеүенә тоғро ҡалып, Үҙен яратҡандарға, Уның бойороҡтарын теүәл үтәгәндәргә меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтен күрһәтә. 10 Ә Уны күрә алмаусыларға һәләкәт ебәрә. Кисектереп тормай, язаны Уны күрә алмаусының үҙенә бирә. 11 Шуға күрә бөгөн мин һеҙгә биргән бойороҡтарҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы теүәл үтәгеҙ. Бойороҡтарҙы үтәгәндәргә киләсәк бәрәкәт 12 Әгәр был ҡанундарға ҡолаҡ һалып, теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы ата-бабаларығыҙға ант иткәнсә, төҙөгән килешеүгә тоғро ҡалыр һәм һәр ваҡыт һеҙгә мөхәббәтен һаҡлар. 13 Ул һине яратыр, фатихаһын бирер һәм үрсетер. Ата-бабаларыңа ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә ҡарыныңдың емеше булған балаңды ишле итер, ереңдең уңышын – ашлығыңды, яңы шарабыңды, зәйтүн майыңды ла, эре һәм ваҡ малыңды ла бәрәкәтле ҡылыр. 14 Башҡа халыҡтарҙың барыһынан да фатихалыраҡ булырһың. Һиндә түлһеҙ ҡалған ир ҙә, ҡатын да, мал да булмаҫ. 15 Раббы һине һәр төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлар. Мысырҙа күргән ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһен дә һеҙгә ебәрмәҫ. Был бәләләргә һиңә нәфрәт тотҡандарҙы дусар итер. 16 Аллаң Раббы ҡулыңа тапшырасаҡ бар халыҡтарҙы юҡ ит; уларҙы ҡыҙғанма, илаһтарына табынма, сөнки был – һинең өсөн тоҙаҡ. 17 Бәлки, күңелеңдән генә: «Был халыҡтар беҙҙән күпкә артығыраҡ, нисек уларҙы ҡыуып ебәрәйек?» – тип уйлайһыңдыр. 18 Әммә уларҙан ҡурҡма, Аллаң Раббының фирғәүенгә һәм бөтә Мысырға ниҙәр ҡылғанын иҫеңә төшөр. 19 Аллаң Раббының һеҙҙе Мысырҙан алып сығыр өсөн эшләгән бөйөк һынауҙар, хикмәттәр, бөйөк мөғжизәләрҙе, Уның ҡөҙрәтен, һуҙылған ҡулын үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Аллағыҙ Раббы әле һеҙ ҡурҡҡан башҡа халыҡтар менән дә шулай эшләйәсәк. 20 Быларҙан тыш, иҫән ҡалған һәм һеҙҙән йәшеренгәндәре үлеп бөтһөн өсөн, Аллаң Раббы улар араһына траштар ебәрер. 21 Уларҙан һис ҡурҡмағыҙ, сөнки арағыҙҙа булған Аллағыҙ Раббы – бөйөк һәм дәһшәтле Алла. 22 Аллағыҙ Раббы был ҡәүемдәрҙе алдығыҙҙан әкренләп ҡыуып бөтөрөр. Һеҙгә уларҙы тиҙ арала ҡырып бөтөрөргә кәрәкмәй, юғиһә тирә-яғығыҙҙа ҡырағай хайуандар үрсеп китеүе ихтимал. 23 Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы һеҙҙең ҡулға тапшырыр – улар юҡҡа сығып бөткәнсе, был халыҡтарға Ул ҡурҡыу һалып торор. 24 Батшаларын да ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ был күк аҫтында уларҙың исемен юйып ташларһығыҙ. Берәү ҙә һеҙгә ҡаршы тора алмаҫ, уларҙы тамырынан ҡороторһоғоҙ. 25 Илаһтарының боттарын утта яндырығыҙ. Боттарҙың өҫтөндә булған алтынға ла, көмөшкә лә күҙегеҙ ҡыҙмаһын. Уларҙы алмағыҙ, юғиһә тоҙаҡҡа төшөрһөгөҙ. Сөнки был боттар Аллағыҙ Раббыға ерәнгес. 26 Был әшәкелекте өйөңә алып кермә, юҡһа уның менән бергә үҙең дә юҡ ителерһең. Уларға нәфрәтлән һәм ерән, сөнки улар тамам юҡ ителергә тейеш. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia