Ҡанун 6 - Изге ЯҙмаАллағыҙ Раббыны яратығыҙ 1 Бына Аллағыҙ Раббы һеҙгә өйрәтергә ҡушҡан бойороҡтар, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар. Һеҙ үҙегеҙгә биләмә итеп алыр өсөн барған ерҙә уларҙы үтәргә тейешһегеҙ. 2 Ғүмерегеҙ оҙон булһын өсөн үҙегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа, балаларығыҙҙың балалары ла Аллағыҙ Раббынан ҡурҡығыҙ, һеҙгә минең аша еткерелгән барлыҡ ҡағиҙә һәм бойороҡтарын ғүмерегеҙ буйы үтәгеҙ. 3 Шулай итеп, тыңла, Исраил! Ошо әйткәндәрҙе үтәһәгеҙ, ата-бабаларыңдың Аллаһы Раббы вәғәҙә иткәнсә, һөт менән бал ағып торған ерҙә рәхәт йәшәрһегеҙ һәм ишәйерһегеҙ. 4 Тыңла, Исраил! Раббы, Аллабыҙ беҙҙең – берҙән-бер Раббы. 5 Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, йәнең һәм бар көсөң менән ярат. 6 Бөгөн мин һеҙгә биргән был бойороҡтарҙы хәтереңдә тот. 7 Уларҙы балаларыңа өйрәт, өйҙә ултырғанда ла, юл йөрөгәндә лә, ятҡанда ла, торғанда ла телеңдән төшөрмә. 8 Уларҙы билдә итеп ҡулыңа бәйлә, ҡаш өҫтөңдә маңлайса итеп йөрөт. 9 Уларҙы өйөңдөң ишек яңаҡтарына, ҡала ҡапҡаларына яҙып ҡуй. Раббыны онотмағыҙ 10 Аллаң Раббы ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа биргән антына күрә һеҙҙе бирәсәк ергә алып барыр. Һин төҙөмәгән ҙур һәм матур ҡалаларҙы, 11 һин байлыҡ менән тултырмаған өйҙәрҙе, һин таштарын уйып яһамаған һыу соҡорҙарын, һин ултыртмаған йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларын бирер. Унда туйғансы ашарһың. 12 Шул саҡта абай бул! Һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Раббыңды онотма! 13 Аллаң Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, бары Уның исеме менән ант ит. 14 Башҡа илаһтарға, эргә-тирәгеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың илаһтарына, эйәрмәгеҙ. 15 Сөнки арағыҙҙа булған Аллаң Раббы – көнсөл Алла. Асыуы ялҡынланһа, һеҙҙе ер йөҙөнән юҡ итер. 16 Аллағыҙ Раббыны Массалағы һымаҡ һынамағыҙ. 17 Аллағыҙ Раббының бойороҡтарын, һеҙгә биргән күрһәтмәләрен, ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. 18 Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр генә ҡылығыҙ. Шул саҡта ғына һеҙгә яҡшы булыр, Раббы аталарығыҙға ант менән вәғәҙә иткән күркәм ергә инерһең һәм уға хужа булырһың. 19 Раббы ла, Үҙе әйткәнсә, бөтә дошмандарыңды алдыңдан ҡыуып ебәрер. 20 Киләсәктә улың һинән: «Аллабыҙ Раббының һеҙгә биргән күрһәтмәләре, ҡағиҙәләре һәм ҡанундары нимә аңлата?» – тип һорағанда, 21 уға былай тип әйт: «Беҙ Мысырҙа фирғәүендең ҡолдары инек, ә Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән беҙҙе унан алып сыҡты. 22 Күҙ алдыбыҙҙа Мысырға, фирғәүенгә һәм уның халҡына ҡаршы хикмәттәр, бөйөк мөғжизәләр һәм язалар ҡылды. 23 Беҙҙе ата-бабаларыбыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә килтерер һәм уны беҙгә бирер өсөн Мысырҙан алып сыҡты. 24 Беҙ Аллабыҙ Раббынан ҡурҡһын һәм, бөгөнгө көндә йәшәү биргәндәй, барлыҡ көндәребеҙҙә лә беҙгә һәйбәт булһын өсөн Раббы ошо барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәргә бойорҙо. 25 Әгәр Аллабыҙ Раббының беҙгә биргән бөтә был бойороҡтарын теүәл үтәһәк, Уға тоғролоғобоҙ шул булыр». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia