Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 5 - Изге Яҙма


Ун бойороҡ

1 Муса, бөтә Исраилды саҡырып, былай тине: – Эй Исраил, бөгөн мин һеҙгә белдерәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла! Уларҙы өйрәнегеҙ, һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ.

2 Аллабыҙ Раббы Хорев тауында беҙҙең менән килешеү төҙөнө.

3 Раббы был килешеүҙе аталарыбыҙ менән түгел, беҙҙең менән, бына бөгөн бында иҫән-аман баҫып торған барыбыҙ менән төҙөнө.

4 Раббы тауҙа ут эсенән һеҙҙең менән йөҙгә йөҙ килеп һөйләште.

5 Мин иһә ул саҡта Раббы әйткән һүҙҙәрҙе һеҙгә еткерер өсөн һеҙҙең менән Раббы араһында торҙом, сөнки, уттан ҡурҡып, тауға менмәнегеҙ. Ул саҡта Раббы әйтте:

6 «Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан, алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.

7 Минән башҡа аллаларың булмаһын.

8 Үҙеңә бер ниндәй ҙә бот яһама. Юғарыла – күк көмбәҙендә, түбәндә – ер өҫтөндә йәки ерҙән түбән һыуҙа йәшәгән йән эйәләренә оҡшатып, һын-һүрәттәр яһама.

9 Уларға табынып, сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.

10 Ә Мине яратҡан һәм бойороҡтарымды үтәгәндәрҙең меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтемде күрһәтермен.

11 Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ.

12 Аллаң Раббы бойорғанса, шәмбе көнөн тот һәм уны изге ит.

13 Алты көн буйы бөтә эштәреңде башҡар.

14 Әммә етенсе көн – шәмбе – Аллаң Раббыға бағышланған ял көнө. Был көндө бер кемгә лә эшләргә ярамай – үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, ҡолиәң дә, үгеҙең дә, ишәгең дә, һәр төрлө малың да, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә бер нәмә лә эшләмәгеҙ. Үҙең кеүек ҡолоң да, ҡолиәң дә ял итһен.

15 Иҫеңдә тот, һин дә Мысыр ерендә ҡол булдың, тик Аллаң Раббы һине унан Үҙенең ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы менән алып сыҡты. Шуға күрә Аллаң Раббы шәмбе көнөн тоторға бойорҙо.

16 Аллаң Раббы бойорғанса, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, ғүмерең – оҙон, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә тормошоң яҡшы булыр.

17 Кеше үлтермә.

18 Зина ҡылма.

19 Урлашма.

20 Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма.

21 Яҡыныңдың ҡатынын көҫәмә. Уның өйөн дә, баҫыуын да, ҡолон да, ҡолиәһен дә, үгеҙен дә, ишәген дә – бер нәмәһен дә көҫәмә».

22 Раббы был һүҙҙәрҙе тауҙа бөтә йыйынға ут, болот һәм ҡараңғылыҡ эсенән көслө тауыш менән һөйләне һәм быға өҫтәп башҡа бер нәмә лә әйтмәне. Шунан уларҙы ике таҡтаташҡа яҙып, миңә бирҙе.

23 Тау ялҡынланып янғанда ҡараңғылыҡ эсенән һеҙгә тауыш ишетелгәс, бөтә ырыу башлыҡтарығыҙ һәм аҡһаҡалдарығыҙ минең яныма килде лә

24 әйтте: «Аллабыҙ Раббы беҙгә үҙенең шөһрәтен һәм бөйөклөгөн күрһәтте. Ут эсенән Уның тауышын да ишеттек. Бөгөн беҙ Алланың кешегә мөрәжәғәт иткәнен һәм кешенең тере ҡалғанын күрҙек.

25 Тик беҙгә хәҙер ниңә үлергә? Был бөйөк ут беҙҙе ялмап юҡ итәсәк. Әгәр беҙ Аллабыҙ Раббының тауышын тағы ишетһәк, үләсәкбеҙ.

26 Беҙҙең кеүек ут эсенән һөйләгән тере Алланың тауышын ишетеп тә, иҫән ҡалған йән эйәһе бармы?

27 Һин Аллабыҙ Раббының янына барып Уның һөйләгәнен тыңла ла беҙгә еткер. Беҙ иһә тыңларбыҙ ҙа үтәрбеҙ».

28 Раббы миңә әйткәндәрегеҙҙе ишетте лә былай тине: «Был халыҡтың һүҙҙәрен ишеттем. Әйткәндәре дөрөҫ.

29 Әгәр уларҙың йөрәктәре лә шулай булһа икән! Ғүмер буйы Минән ҡурҡһындар һәм бөтә бойороҡтарымды үтәһендәр ине. Ул саҡта үҙҙәренә лә, балаларына ла мәңге яҡшы булыр.

30 Бар, сатырҙарына ҡайтырға ҡуш,

31 ә үҙең бында Минең менән ҡал. Һин уларға өйрәтергә тейешле бөтә бойороҡтарҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы бирермен. Мин уларға биләмә итеп бирәсәк ерҙә шуларҙы еренә еткереп үтәһендәр».

32 Ҡарағыҙ уны, Аллағыҙ Раббы нисек бойорһа, шулай эшләгеҙ, уңға ла, һулға ла тайпылмағыҙ.

33 Һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббы бойорған юлдан йөрөгөҙ. Шул саҡта биләмә итеп аласаҡ ерҙә имен-аман оҙаҡ ғүмер итерһегеҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan