Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 4 - Изге Яҙма


Мусаның халыҡҡа Раббы ҡанундарын үтәргә ҡушыуы

1 Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ.

2 Мин һеҙгә бирәсәк әмерҙәргә бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә. Аллағыҙ Раббының минең аша белдергән бойороҡтарын үтәгеҙ.

3 Раббының Бәғел-Пеғор тауында нимәләр эшләгәнен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Аллағыҙ Раббы Пеғорҙағы Бәғелгә табынған һәр кемде арағыҙҙан юҡ итте.

4 Ә һеҙ, Аллағыҙ Раббыға тоғро булған өсөн, бөгөнгө көнгә тиклем бөтәгеҙ ҙә иҫәнһегеҙ.

5 Ҡарағыҙ, мин, Аллам Раббы бойорғанса, һеҙ биләйәсәк ерҙә үтәргә тейешле ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы өйрәттем.

6 Уларҙы һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ. Был башҡа халыҡтар күҙендә һеҙҙең аҡылығыҙҙы һәм белдеклелегегеҙҙе күрһәтер. Улар, был ҡағиҙәләр тураһында ишетеп: «Был бөйөк милләт, ысынлап та, аҡыллы һәм төплө фекерле», – тиер.

7 Ялбарған саҡта Аллабыҙ Раббы беҙгә яҡын булған һымаҡ, аллалары шулай яҡын булған тағын берәй бөйөк халыҡ бармы икән?

8 Бөгөн мин һеҙгә биргән был ҡанун һымаҡ ғәҙел ҡағиҙәләре һәм ҡарарҙары булған башҡа берәй бөйөк халыҡ бармы?

9 Бары тик абай һәм иғтибарлы бул, үҙ күҙҙәрең менән күргәндәрҙе онотма, ғүмерең буйы хәтереңдә тот. Улар тураһында балаларыңа һәм ейәндәреңә һөйлә.

10 Хоревта Аллаң Раббы ҡаршыһында баҫып торған көнөңдө иҫеңдән сығарма. Ул ваҡытта Раббы миңә былай тине: «Миңә халыҡты йый. Уларға һүҙҙәремде әйтеп ишеттерәйем. Ерҙә йәшәгән бөтә көндәрендә Минән ҡурҡырға өйрәнһендәр һәм балаларын да өйрәтһендәр».

11 Бына һеҙ, яҡынлашып, тауҙың итәгенә баҫтығыҙ. Тау, ялҡыны күктәргә олғашып, яна ине. Тирә-яҡты ҡара болоттар менән ҡуйы ҡараңғылыҡ ҡаплағайны.

12 Раббы һеҙҙең менән ут эсенән һөйләште. Һеҙ Уның һүҙҙәрен ишеттегеҙ, әммә рәүешен күрмәнегеҙ – бары тауыш ҡына бар ине.

13 Ул һеҙгә килешеүен, йәғни һеҙгә үтәргә әмер иткән ун бойороғон иғлан итте. Уларҙы ике таҡтаташҡа яҙҙы.

14 Шул саҡта Раббы миңә һеҙ биләмә итеп алыр өсөн барған ергә ингәс үтәргә тейешле ҡағиҙә һәм ҡанундарҙы өйрәтергә бойорҙо.


Боттарға табыныуҙан иҫкәртеү

15 Раббы Хоревта ут эсенән һеҙҙең менән һөйләшкән көндө бер ниндәй ҙә рәүеш-ҡиәфәт күрмәнегеҙ. Шуға күрә һаҡ булығыҙ,

16-18 юлдан яҙып, үҙегеҙгә ир йәки ҡатын, ерҙә йәшәгән берәй хайуан, йә күктә осҡан ҡош, ерҙә шыуышып йөрөгән йәнлек, йәки ерҙең тәрәнлектәрендә һыуҙа йәшәгән балыҡҡа оҡшаш һын эшләп, бот яһамағыҙ.

19 Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.

20 Ә һеҙгә килгәндә иһә, бөгөн күргәнегеҙсә, Раббы һеҙҙе Үҙенең халҡы, Үҙ биләмәһе итер өсөн тимер иретә торған мейестән, Мысырҙан, алып сыҡты.

21 Раббы һеҙҙең арҡала миңә асыуланды һәм минең Иордан аша сыҡмаясағым һәм Аллаң Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк күркәм ергә аяҡ баҫмаясағым хаҡында ант итте.

22 Мин, Иордан аша сыҡмайынса, ошо ерҙә үлермен. Ә һеҙ уны аша сығырһығыҙ һәм шул күркәм ергә хужа булырһығыҙ.

23 Аллағыҙ Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүен онотоуҙан, Аллағыҙ Раббы бойорғанса, нимәнелер һынландырған боттар яһауҙан һаҡ булығыҙ.

24 Сөнки Аллағыҙ Раббы – ялмап йотоусы ут; көнсөл Алла.

25 Һеҙ был ерҙә оҙаҡ йәшәрһегеҙ, балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ тыуыр: әгәр һеҙ аҙып китеп, берәй нәмәгә оҡшатып һындар яһаһағыҙ һәм, Аллағыҙ Раббы күҙендә яман булғанды ҡылып, Уны асыуландырһағыҙ,

26 бөгөн һеҙгә ер менән күкте шаһит ҡылып әйтәм, һеҙ Иордан аша сығып, биләмәгә аласаҡ ерегеҙҙе бик тиҙ юғалтырһығыҙ, унда оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ, мотлаҡ юҡ ителерһегеҙ.

27 Раббы һеҙҙе башҡа халыҡтар араһына таратыр, унда һеҙҙең бик аҙығыҙ ғына иҫән ҡалыр.

28 Унда һеҙ кеше ҡулы менән ағастан, таштан яһалған, күрмәгән, ишетмәгән, еҫ һиҙмәгән, ашамаған-эсмәгән илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.

29 Әммә ул ерҙә Аллағыҙ Раббыны эҙләйәсәкһегеҙ. Әгәр Уны бөтә йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ.

30 Башығыҙға ҡайғы килгәс, ошо һәләкәттәр ябырылғас, Аллағыҙ Раббыға ҡайтырһығыҙ һәм Уның һүҙенә ҡолаҡ һалырһығыҙ.

31 Сөнки Аллағыҙ Раббы – рәхимле Алла. Ул һеҙҙе ташламаҫ, һәләк итмәҫ һәм ата-бабаларығыҙға ант итеп төҙөгән килешеүҙе онотмаҫ.

32 Үткәндәр, һеҙгә тиклем булған дәүерҙәр, Алла ерҙә кешене яратҡандан алып быға тиклем булған замандар тураһында һораштырығыҙ, күктең бер сигенән икенсе сигенә тиклем эҙләп ҡарағыҙ: ҡасан да булһа ошондай бөйөк ваҡиғаларҙың булғаны йәки шуға оҡшаған эштәрҙең ишетелгәне булдымы икән?

33 Ут эсенән һөйләшкән Алланың тауышын ишетеп тә иҫән ҡалған һеҙҙең кеүек башҡа берәй халыҡ бармы?

34 Берәй алланың Аллағыҙ Раббы Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа һеҙҙең өсөн эшләгән һымаҡ төрлө һынауҙар, хикмәт һәм мөғжизәләр ҡылғаны, һуғышып, ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы, оло дәһшәттәре менән килеп башҡа бер халыҡ араһынан Үҙенә халыҡ алырға баҙнат иткәне бармы?

35 Былар һеҙгә фәҡәт Раббының ғына Алла булыуын һәм Унан башҡаһы юҡ икәнен белдерер өсөн күрһәтелде.

36 Раббы һеҙгә өгөт-нәсихәт биреү өсөн күктән Үҙенең тауышын ишеттерҙе; ерҙә Ул һеҙгә бөйөк ут-ялҡынын күрһәтте, һәм ут эсенән һеҙ Уның һүҙҙәрен ишеттегеҙ.

37 Аталарығыҙҙы яратҡанға күрә уларҙан һуң һеҙҙе, уларҙың тоҡомон һайланы һәм Үҙенең бөйөк ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡты.

38 Һеҙҙән көслөрәк тә, күберәк тә булған ҡәүемдәрҙе алдығыҙҙан ҡыуып, һеҙҙе алып килер, бына бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уларҙың ерҙәрен һеҙгә биләмәгә бирер өсөн шулай эшләне.

39 Шуға күрә бөгөн Раббының юғарыла – күктә һәм түбәндә – ерҙә Алла икәнен, Унан башҡаһы юҡлығын бел һәм күңелеңә һалып ҡуй.

40 Һинең үҙеңә, һинән һуң килгән балаларыңа яҡшы булһын өсөн һәм Аллаң Раббы һиңә мәңгелеккә биләмәгә бирәсәк ерҙә һеҙ оҙаҡ йылдар йәшәһен өсөн Раббының бөгөн мин һиңә белдергән ҡағиҙәләрен һәм бойороҡтарын үтә.


Һыйыныу ҡалалары

41 Шунан Муса Иордан йылғаһының ҡояш сығышы яғында өс ҡаланы һайлап алды.

42 Был шуның өсөн кәрәк ине: әгәр берәү, икенсе кешегә күңелендә дошманлыҡ һаҡламайынса, уны яңылышлыҡ менән үлтерһә, шул ҡалаларҙың береһенә ҡасып ғүмерен һаҡлап ҡала ала.

43 Рәүвән ырыуының кешеләре өсөн сүлдә яҫы таулыҡта урынлашҡан Бәсәр, Ғад ырыуына Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһы һәм Менашше ырыуына Башандағы Голан ҡалаһы булды.


Ҡанунды иғлан итеү

44 Бына Муса исраилдарға биргән ҡанун.

45-46 Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Муса исраилдарға белдергән күрһәтмәләр, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар ошо. Муса уларҙы исраилдар Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Иордан йылғаһының көнсығыш ярында Бейт-Пеғорға ҡаршы үҙәндә торғанда иғлан итте. Элек бында Хешбонда идара иткән әмөриҙәр батшаһы Сихондың ере ине. Әммә Муса һәм Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡандан һуң уны тар-мар итте.

47 Уның һәм Башан батшаһы Ғоғтың ерҙәрен, Иордан йылғаһының көнсығышында йәшәгән ике әмөри батшаһының ерҙәрен үҙҙәренә биләмә итеп алдылар.

48 Был ерҙәр Арнон үҙәнендәге Ғароғерҙан Сийон тауына, йәғни Хермонға тиклем һуҙыла

49 һәм Писга тауының итәктәрендә Ғарава диңгеҙенә тиклемге араны, Иордандың көнсығыш ярындағы Ғарава тигеҙлеген үҙ эсенә ала.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan