Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 33 - Изге Яҙма


Мусаның исраилдарға һуңғы фатихаһы

1 Бына Алла бәндәһе Мусаның вафаты алдынан Исраил халҡына биргән фатихаһы.

2 Ул былай тине: – Раббы Синай тауынан килде, Ул беҙгә таңдай Сеғирҙан тыуҙы, Паран тауынан нур сәсте, Ун меңләгән изгеләре менән килде, Уң ҡулында ҡанун уты яна ине.

3 Ысынлап та, Ул халыҡтарҙы ярата! Бөтә изгеләр – Уның ихтыярында. Улар, аяҡ осона ҡапланып, Уның әйткәндәрен тыңлай.

4 Яҡуп нәҫеленә мираҫ итеп, Муса беҙгә ҡанун бирҙе.

5 Исраилдың ырыуҙары Башлыҡтары менән йыйылғанда Раббы Йешурунға батша булды.

6 Рәүвән йәшәһен, үлмәһен, Халҡының һаны аҙ булмаһын.

7 Муса Йәһүҙә хаҡында былай тине: – Эй Раббым, Йәһүҙәнең тауышын ишет, Уны үҙенең халҡына кире ҡайтар. Үҙ ҡулдары менән ул үҙен яҡлай, Дошмандарына ҡаршы Һин ярҙамсы бул.

8 Леви тураһында әйтте: – Раббым, туммимың менән уримың – Һинең тоғро ҡолоң өсөн. Уны Массала һынаның, Мерива һыуҙарында көрәштең.

9 Ул атаһы менән әсәһе хаҡында: «Мин улар хаҡында уйламайым», – тине. Туғандарын таныманы, балаларын белмәне, Әммә Һинең һүҙҙәреңде тотто, Һинең менән килешеүҙе һаҡланы.

10 Яҡуп тоҡомон – ҡағиҙәләреңә, Исраил халҡын ҡануныңа өйрәтә. Алдыңда хуш еҫ төтәтә, Усағыңда тотош яндырыу ҡорбандары килтерә.

11 Йә Раббы, уның ҡеүәтен фатихала, Уларҙың эшен ҡабул ҡыл. Кем уларға һөжүм итә, нәфрәт тота – билен һындыр, Бүтән баш ҡалҡытмаһындар.

12 Бинйәмин тураһында әйтте: – Раббының һөйөклөһө Уның янында Һис бер хәүеф белмәй йәшәй. Раббы уны һәр саҡ ҡурсалай, Ул Раббының ҡосағында имен-аман.

13 Йософ тураһында әйтте: – Раббы уның ерен күк байлығы – ысыҡ, Ер аҫтында ятҡан тәрән һыуҙар,

14 Ҡояшта өлгөргән яҡшы уңыш, Үҙ айында бешкән емеш,

15 Боронғо тауҙар байлығы, Мәңгелек ҡалҡыулыҡтар муллығы,

16 Ер үҫтергән иң затлы уңыш менән фатихалаһын. Дөрләп янған ҡыуаҡта Күренгәндең Рәхмәт-мәрхәмәте менән фатихаланһын! Былар барыһы ла Йософтоң башына, Ағалары араһынан һайлап алынғандың түбәһенә яуһын.

17 Йософ беренсе булып тыуған үгеҙ кеүек ғәйрәтле; Мөгөҙө – хас ҡырағай үгеҙҙекеләй. Уның мөгөҙҙәре – Әфраимдың ун меңдәре, Менашшеның меңдәре. Ҡәүемдәрҙе ер сигенә тиклем Шулар менән һөҙөп ырғытасаҡ.

18 Зевулун тураһында былай тине: – Эй Зевулун, юлға сыҡҡаныңда шатлан! Эй Исасхар, сатырҙарыңда ҡыуан!

19 Халыҡтарҙы тауға саҡырырҙар, Тейешле ҡорбандарҙы салырҙар, Диңгеҙҙең мул байлығы менән, Ҡомдағы хазина менән туйынырҙар.

20 Ғад хаҡында әйтте: – Ғадтың ерен Киңәйткәнгә шөкөр булһын! Ғад ҡулды-башты ботарлар Арыҫландай тыныс ятыр.

21 Ул үҙенә иң яҡшы ерҙе һайланы, Уға етәксенең өлөшө бирелде, Халыҡ башлыҡтары йыйылғас, Раббының хаҡ хөкөмөн, Исраил хаҡындағы ҡарарҙарын Еренә еткереп ул үтәне.

22 Дан хаҡында былай тине: – Дан – Башандан һикереп сыҡҡан бала арыҫлан.

23 Нафтали тураһында ла әйтте: – Эй Раббының рәхмәте һәм Фатихаһы менән тулы Нафтали, Көнбайышты ла, көньяҡты ла биләп ал.

24 Ашер тураһында былай тине: – Уландарҙың араһында Иң фатихалыһы Ашер булһын, Туғандарының һөйөүен ҡаҙанһын, Аяғын зәйтүн майына батырһын!

25 Биктәрең – тимер һәм баҡыр һинең, Ҡеүәтең ғүмерең буйы ҡаҡшамаһын.

26 Эй Йешурун, һинең Аллаңдай юҡ! Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән һиңә ярҙамға Болотҡа атланып күктән елә.

27 Һыйынысың – әүәлдәрҙән булған Алла, Мәңгелек ҡулдар күтәреп йөрөтә һине. Дошманыңды алдыңдан ҡыуыр, Һиңә: «Уларҙы юҡ ит!» – тип ҡушыр.

28 Исраил имендә йәшәй, Күктәр ысыҡҡа һуғарған Игенгә һәм шарапҡа бай ерҙә Яҡуп нәҫеле бер үҙе ғүмер итә.

29 Эй Исраил, ниндәй бәхетле һин! Бармы һинең кеүек берәй ҡәүем? Һин Раббы ҡотҡарған халыҡ, Ул – һине һаҡлаған ҡалҡан, Ул – һинең данлы ҡылысың. Дошмандарың алдыңда баш эйә, Һин уларҙың арҡаһын тапарһың.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan