Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 32 - Изге Яҙма

1 «Мин һөйләйем, ҡолаҡ һал, күк; Ер йөҙө, ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе ишет!

2 Нәсихәтем ямғыр һымаҡ яуһын, Ысыҡ кеүек төшһөн телмәрем; Йәшеллеккә яуған ләйсән булһын, Ҡойма ямғыр – үләндәргә ҡойған.

3 Раббының исемен иғлан итәм – Аллабыҙҙың бөйөклөгөн данлағыҙ!

4 Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.

5 Тик был кире, аҙғын быуын Уға тоғролоғон һаҡламаны. Уға бала булманылар, Шуға хурлыҡҡа ҡалдылар.

6 Раббыға яуабығыҙ шулаймы, Эй аҡылһыҙ, мәғәнәһеҙ халыҡ? Һеҙҙе яратҡан Атайың түгелме Ул? Һине бар ҡылған, нығытҡан Ул түгелме?

7 Боронғо мәлдәрҙе хәтергә ал, Әүәлге быуындар тураһында уйла. Атайыңдан һора, ул аңлатһын, Ҡарттарҙан ҡыҙыҡһын, һөйләһендәр.

8 Юғарыларҙан Юғары, ҡәүемдәргә ер өләшеп, Әҙәм балаларын айырғанда, Исраил улдарының һанына күрә Халыҡтарҙың сиген билдәләне.

9 Сөнки Раббының өлөшө – Үҙ халҡы, Яҡуп нәҫеле – Уның биләмәһе.

10 Был халыҡты Ул сүллектә тапты, Буп-буш, ҡырағай далала. Ҡурсаланы, баҡты, ҡараны, Күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡланы.

11 Ояһын һаҡлап кәйелгән, Ҡошсоҡтарын ҡурсып ҡанат йәйгән, Ҡаурыйҙарында йөрөткән бөркөт һымаҡ

12 Раббы Яҡупты бер Үҙе алып барҙы, Янында башҡа алла булманы.

13 Таулы илде яуларға килтерҙе, Баҫыуының емешенә туйындырҙы, Уны ҡаянан аҡҡан бал менән, Саҡматаштан һығылған зәйтүн менән һыйланы.

14 Һыйыр майы, кәзә һөтө менән, Бәрәстәрҙең, тәкәләрҙең, Башан малдарының эс майы, Туҡ башаҡлы бойҙай менән туйындырҙы, Йөҙөм ҡаны – шарап эсерҙе.

15 Әммә Йешурун һимерҙе, буйһонмай башланы, Таҙарҙы, йыуанайҙы, май бөрҙө. Үҙен яратҡан Алланы ташланы. Ҡотҡарыусы таянысынан ваз кисте.

16 Сит илаһтары менән Алланы көнләштерҙе, Ерәнгес ғәмәлдәре менән ярһытты.

17 Аллаға түгел, ендәргә, Үҙҙәре белмәгән илаһтарға, Ата-бабалары ҡурҡмаған, Һуңғы мәлдә ситтән килеп ингән Яңы илаһтарға ҡорбан салды.

18 Һиңә йәшәү биргән Ҡаяңды оноттоң, Үҙеңде донъяға килтергән Алланы хәтереңдән сығарҙың.

19 Быны күреп, Раббы асыуланды, Улдары һәм ҡыҙҙарынан Ул ваз кисте.

20 „Уларҙан Мин йөҙ йәшерәм, – тине. – Һәм күрермен: нисек булыр ахырҙары. Сөнки улар аҙғын быуын, Тоғролоҡто белмәгән балалар.

21 Ялған илаһтары менән Көнсөллөгөмә тейәләр. Мәғәнәһеҙ боттарға табынып, Мине асыуландыралар. Халыҡ булмаған бер ҡәүем менән Мин дә уларҙы көнләштерермен, Берәй алйот ҡәүем менән йәндәренә тейермен.

22 Сөнки асыуымдан ут тоҡанды, Үлеләр донъяһының тәрәнлектәренәсә яныр. Ер йөҙөн, емештәрен йотоп юҡ итер, Тауҙарҙың нигеҙенә тоташыр.

23 Уларға бәләләр ебәрермен, Өҫтәренә уҡтарымды яуҙырырмын.

24 Аслыҡтан яфа сигерҙәр, Ҡот осҡос сирҙән, үләттән ҡырылырҙар, Мин яуыз йыртҡыстар, Ағыулы йыландар күндерермен.

25 Урамда уларҙы ҡылыс ялмар, Өйҙә дәһшәт алҡымынан алыр: Егеттәр менән ҡыҙҙар ҙа, Сабыйҙар менән ҡарттар ҙа үлер.

26 Әйтер инем: ‘Сәсеп ебәрәм дә, Кешеләрҙең хәтеренән юйылһындар’.

27 Тик дошман үсәмәһен тип кисектерҙем: ‘Быларҙы эшләгән Раббы түгел, Был ҡазаның сәбәпсеһе – беҙ’, – тип Маһайып йөрөмәһендәр.

28 Сөнки улар аңһыҙ милләт, Уларҙа фекер йөрөтөү ҡеүәһе юҡ.

29 Әгәр аҡылдары булһа, уйлар, Үҙҙәренә ни булырын аңлар ине!“

30 Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?

31 Уларҙың ҡаяһы беҙҙең Ҡая һымаҡ түгел. Улар быны үҙҙәре лә белә.

32 Уларҙың йөҙөмө Содом ағасында, Ғамора баҡсаларында үҫкән. Уларҙың емештәре ағыулы, тәлгәштәре әсе.

33 Шараптары – зәһәр ыу – Ҡара йыландың ағыуы.

34 „Хазиналарымда мөһөр баҫып, Бына нимәләрҙе һаҡлап тотам!

35 Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен. Ваҡыт еткәс, улар һөрөнөп йығылыр, Сөнки уларҙың һәләкәт көнө яҡын, Тәҡдирҙәре уларға ҡаршы ашыға“.

36 Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, Әсирҙән дә, азаттан да һис кем ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.

37 Шунда: „Ҡайҙа илаһығыҙ, – тиер. – Өмөтләнгән таяныстарығыҙ?

38 Ҡорбандарығыҙҙың майын ейгән, Түкмә ҡорбандарығыҙҙы эскән Илаһтарығыҙ ҡайҙа һуң? Тороп ярҙамға килһендәр, Һеҙҙең ышығығыҙ булһындар.

39 Инде күрегеҙ, Мин берҙән-бермен! Минән башҡа Алла юҡ. Үлтереүсе лә, терелтеүсе лә Мин, Имгәтеүсе лә, дауалаусы ла Мин. Минең ҡулдан һис кем ҡотҡара алмай.

40 Ҡулымды күккә күтәреп, Мәңге йәшәүем менән ант итәм:

41 Ялтлап торған ҡылысымды үткерләгәс, Ҡулым хөкөм ҡылыр өсөн күтәрелгәс, Дошмандарымдан Мин үс алырмын, Миңә нәфрәт тотҡандарҙы ҡырырмын.

42 Уҡтарымды ҡандан иҫертермен, Ҡылысым ит, ҡырылғандар, әсир ителгәндәр ҡанын, Дошман түрәләренең баштарын ашар“.

43 Эй ҡәүемдәр! Уның халҡы менән бергә шатланығыҙ, Сөнки ҡолдарының ҡаны өсөн Дошмандарынан үс алыр, Үҙенең ерен һәм халҡын паклар».

44 Муса, Нун улы Йушағ менән бергә килеп, был йырҙың һүҙҙәрен халыҡҡа уҡыны.

45 Был һүҙҙәрҙе бөтә Исраилға әйтеп биргәс, Муса

46 былай тип өҫтәне: – Мин һеҙгә бөгөн иғлан иткән был һүҙҙәрҙе йөрәгегеҙгә бикләгеҙ. Был ҡанундың бөтә һүҙҙәренә диҡҡәт итһендәр һәм теүәл үтәһендәр өсөн, балаларығыҙға бойороғоҙ.

47 Былар һеҙҙең өсөн буш һүҙ түгел, уларҙа – һеҙҙең тормошоғоҙ. Улар арҡаһында Иордан йылғаһын аша сығып биләйәсәк ерҙәрегеҙҙә оҙон-оҙаҡ йәшәрһегеҙ.


Мусаның үлеме тураһында Раббының алдан әйтеп ҡуйыуы

48 Раббы шул көндө Мусаға былай тине:

49 – Ошо Ғаварим таулығына, Йерихо ҡаршыһында Моав ерендәге Нево тауына мен. Мин Исраил халҡына биләмә итеп бирәсәк Ҡәнғән ерҙәренә күҙ һал.

50 Ағайың Һарун, Һор тауында вафат булып, ата-бабалары янына күскән кеүек, һин дә менгән тауыңда үлеп, ата-бабаларыңа ҡушылырһың.

51 Сөнки икегеҙ ҙә Цин сүлендә, Мерива-Ҡадеш һыуҙарында, исраилдар алдында мөҡәддәслегемде иҫбатламанығыҙ һәм Миңә тоғро булманығыҙ.

52 Шуға күрә Мин Исраил халҡына бирәсәк ерҙе алыҫтан күрерһең, әммә унда инмәйәсәкһең.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan