Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 31 - Изге Яҙма


Йушағ – Мусаның эшен дауам итеүсе

1 Муса бөтә Исраил халҡына ошо һүҙҙәрҙе еткергәндән һуң, былай тип дауам итте:

2 – Миңә инде йөҙ егерме йәш. Бынан ары һеҙгә етәкселек итә алмайым. Раббы ла миңә: «Һин Иордан йылғаһын аша сыҡмаясаҡһың», – тине.

3 Аллағыҙ Раббы алдығыҙҙан Үҙе барыр һәм был ҡәүемдәрҙең барыһын да алдығыҙҙан ҡырып бөтөрөр. Һеҙ уларҙың ерҙәрен биләп алырһығыҙ. Раббының һүҙе буйынса, йылға аша һеҙҙе Йушағ алыр сығыр.

4 Раббы әмөриҙәрҙең батшалары Сихон менән Ғоғты һәм уларҙың ерҙәрен нисек юҡ иткән булһа, был ҡәүемдәр менән дә шулай эшләр.

5 Раббы уларҙы һеҙгә тапшырыр һәм һеҙ улар менән һеҙгә биргән бойороҡтарым буйынса мөғәмәлә итерһегеҙ.

6 Ныҡ һәм ғәйрәтле булығыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушап ҡалмағыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙе һеҙҙең менән бара – Ул һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫ, ташлап китмәҫ.

7 Муса Йушағты саҡырып алды ла бөтә Исраилдың күҙ алдында: – Ныҡ һәм ғәйрәтле бул, сөнки һин халыҡты Раббы уларҙың ата-бабаларына нәҙер иткән ергә алып бараһың, – тине. – Ул ерҙе һин халыҡҡа өлөшләп бүлеп бирерһең.

8 Раббы Үҙе алдыңдан барыр, һинең менән бергә булыр, яңғыҙ ҡалдырмаҫ һәм ташлап китмәҫ. Ҡурҡма һәм ҡаушама.


Ете йыл һайын ҡанун уҡылырға тейеш

9 Муса, был ҡанунды яҙып, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөтөүсе Леви ырыуынан булған ҡаһиндарға һәм Исраил аҡһаҡалдарына бирҙе.

10 Шунан уларға былай тип бойорҙо: – Һәр ете йыл һайын, бурыстарҙы ғәфү итеү йылында, Ҡыуыш байрамында,

11 бөтә исраилдар Аллағыҙ Раббы алдына баҫыр өсөн Раббы Үҙе һайлаған ергә йыйылғас, ошо ҡанунды ҡысҡырып уҡығыҙ.

12 Һәммә халыҡты – ирҙәрҙе, ҡатындарҙы, балаларҙы һәм арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙе – йыйығыҙ. Һәр кем тыңлаһын һәм өйрәнһен, Аллағыҙ Раббынан ҡурҡһын һәм ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә теүәл үтәһен.

13 Әле уны белмәгән балаларығыҙ ҙа тыңлаһын, һеҙ әле биләргә барған Иордан аръяғындағы ерҙә йәшәгәндә һәр саҡ Аллағыҙ Раббынан ҡурҡырға өйрәнһен.


Раббының Мусаға һуңғы бойороғо

14 Раббы Мусаға: – Үлер көндәрең яҡынлаша, – тине. – Йушағты саҡыр ҙа Осрашыу сатырында Минең алдыма баҫығыҙ. Мин уға күрһәтмәләремде бирермен. Муса менән Йушағ Осрашыу сатырына килде.

15 Раббы сатырҙа болот бағанаһы эсендә пәйҙә булды. Бына болот бағанаһы сатыр ауыҙында туҡтап ҡалды.

16 Раббы Мусаға былай тине: – Бына һин, үлеп, ата-бабаларың хозурына күсерһең. Ә был халыҡ, Миңә тоғролоҡ һаҡламайынса, барған ерендәге илаһтар менән зина ҡылыр, Мине ташлар һәм Мин улар менән төҙөгән килешеүҙе боҙор.

17 Шул саҡ уларға асыуым ялҡынланыр һәм Мин, уларҙы ташлап, йөҙ сөйөрөрмөн. Улар башҡаларға ем булыр, баштарына һанһыҙ михнәт-ҡайғылар ябырылыр һәм яза көнөндә: «Был бәләләр башыбыҙға Аллабыҙ беҙҙең менән булмаған өсөн төштө», – тип әйтерҙәр.

18 Башҡа илаһтарға эйәреп эшләгән яуызлыҡтары өсөн Мин ул көндө уларҙан ваз кисермен.

19 Ә хәҙер үҙегеҙгә был йырҙың һүҙҙәрен яҙып алығыҙ һәм исраилдарға өйрәтегеҙ: әйҙә уны ҡабатлаһындар. Был йыр уларға ҡаршы Минең шаһитым булһын.

20 Сөнки уларҙы, ата-бабаларына ант менән вәғәҙә иткәнсә, һөт һәм бал ағып ятҡан яҡшы ергә алып килгәс, улар ашап-туйып һимерер ҙә, башҡа илаһтарға эйәреп, уларға хеҙмәт итә башлар, Мине инҡар итеп, килешеүемде боҙор.

21 Баштарына һанһыҙ михнәттәр, хәсрәттәр килгәндә, был йыр уларға ҡаршы шаһит булыр, сөнки балалары был йырҙы теленән төшөрмәҫ. Бирергә ант иткән ергә алып ингәнгә тиклем үк, Мин уларҙың нимә ниәтләгәнен беләм.

22 Шул көндө үк Муса был йырҙы яҙып алды һәм Исраил халҡына өйрәтте.

23 Раббы Нун улы Йушағҡа былай тип бойорҙо: – Ныҡ һәм ғәйрәтле бул, сөнки һин Исраил халҡын Мин уларға бирергә ант иткән ергә алып керәһең. Мин һинең менән бергә буласаҡмын.

24 Муса был ҡанундың һүҙҙәрен аҙағына тиклем китапҡа яҙып ҡуйҙы ла

25 Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөүсе левиҙәргә былай тине:

26 – Был ҡанун китабын алығыҙ ҙа уны Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығы янына һалығыҙ. Ул унда һеҙгә ҡаршы шаһит булып ятыр.

27 Сөнки мин һеҙҙең ниндәй тиҫкәре һәм фетнәсел булыуығыҙҙы беләм. Әле мин иҫән, арағыҙҙа саҡта Раббыға буйһонмайһығыҙ, ә мин үлгәндән һуң нимә булыр?

28 Яныма ырыуҙарығыҙҙың аҡһаҡалдарын һәм етәкселәрен саҡырығыҙ. Был һүҙҙәрҙе уларға телдән әйтермен, шаһит итеп, ер менән күкте саҡырырмын.

29 Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән, һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ.


Мусаның йыры

30 Муса, йыйылған бөтә Исраил халҡы ишетерлек итеп, был йырҙы баштан алып аҙағына тиклем әйтеп бирҙе.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan