Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 30 - Изге Яҙма

1 Мин һеҙгә һайларға тәҡдим иткән фатиха йәки ләғнәт башығыҙға килгәндә, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе һибеп таратҡан ҡәүемдәр араһында шуларҙы хәтерләйәсәкһегеҙ.

2 Үҙегеҙ һәм балаларығыҙ Аллағыҙ Раббыға әйләнеп ҡайтып, бөгөн мин һеҙгә бойорған һәр эштә Уның һүҙен бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән үтәһәгеҙ,

3 Аллағыҙ Раббы, мәрхәмәт күрһәтеп, әсирлектән ҡайтарыр, һеҙҙе таратҡан ҡәүемдәр араһынан ҡабат йыйып алыр.

4 Ер сигенә һөрөлгән булһағыҙ ҙа, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе йыйып алып кире ҡайтарыр.

5 Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ата-бабаларығыҙ биләгән ергә килтерер, һәм һеҙ уны биләмә итеп алырһығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙгә ата-бабаларығыҙға ҡарағанда ла ҙурыраҡ яҡшылыҡ ҡылыр, һеҙҙе уларға ҡарағанда ла ишлерәк итер.

6 Һеҙ Аллағыҙ Раббыны бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән яратһын һәм имен йәшәһен өсөн, Аллағыҙ Раббы һеҙҙең һәм тоҡомдарығыҙҙың йөрәген сөннәтләр.

7 Шул саҡта Аллағыҙ Раббы бөтә был ҡарғыштарҙы дошмандарығыҙға, һеҙҙе күрә алмағандарға һәм һеҙҙе эҙәрләүселәргә йүнәлтер.

8 Һеҙ йәнә Раббының әйткәндәрен тыңларһығыҙ, бөгөн мин һеҙгә еткергән бойороҡтарҙың барыһын да үтәрһегеҙ.

9 Аллағыҙ Раббы һәр эшегеҙҙе уңышлы итер: балаларығыҙ ишле, малығыҙ үрсемле, ерегеҙ емешле булыр. Раббы, ата-бабаларығыҙға яҡшылыҡ ҡылып, нисек ҡыуанһа, һеҙҙең өсөн дә шулай һөйөнөр, һеҙгә игелек эшләр.

10 Әммә был бер шартты үтәһәгеҙ: Аллағыҙ Раббының әйткәндәрен тыңлаһағыҙ, Уның был ҡанун китабында яҙылған бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен үтәп, Уға бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән боролһағыҙ ғына булыр.

11 Бөгөн мин һеҙгә еткергән бойороҡ ят йәки үтәй алмаҫлыҡ түгел.

12 «Берәйһе, күккә менеп, беҙгә уны алып төшһә, беҙ уларҙы үтәр инек», – тип әйтер инегеҙ, ул күктә түгел.

13 «Берәйһе, диңгеҙ аръяғына барып, ул бойороҡто алып килһен дә уҡып ишеттерһен ине, беҙ уны үтәр инек», – тип әйтер инегеҙ, ул диңгеҙ аръяғында ла түгел.

14 Алла һүҙе һеҙгә яҡын ғына: һеҙ уны үтәй алһын өсөн ул телегеҙҙә һәм йөрәгегеҙҙә.

15 Бына мин бөгөн һеҙгә йәшәү менән яҡшылыҡты йәки үлем менән яманлыҡты һайларға тәҡдим итәм.

16 Бөгөн мин һеҙгә әйткәндәрҙе – Аллағыҙ Раббы ҡушҡандарҙы үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ, Уның юлынан йөрөп, барлыҡ бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы фатихаһы менән үҙегеҙ биләргә барған ерҙә йәшәрһегеҙ һәм күп һанлы булырһығыҙ.

17 Әгәр ҙә йөрәгегеҙ ситләшһә, ҡолаҡ һалмаһағыҙ, аҙашһағыҙ, башҡа илаһтарға табына һәм хеҙмәт итә башлаһағыҙ,

18 мин һеҙҙе бөгөн киҫәтеп әйтәм, мотлаҡ һәләк булырһығыҙ, Иордан йылғаһы аша сығып биләр өсөн барған ерегеҙҙә оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ.

19 Мин бөгөн күк менән ерҙе шаһитлыҡҡа саҡырып, һеҙгә йәшәү йәки үлем, фатиха йәки ләғнәт һайларға тәҡдим итәм. Тормошто һайлағыҙ – ул ваҡытта үҙегеҙ ҙә, тоҡомоғоҙ ҙа йәшәйәсәкһегеҙ.

20 Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ, Уны тыңлағыҙ, Уға һыйынығыҙ. Унда – һеҙҙең тормошоғоҙ, Раббы ата-бабаларығыҙ Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙәге оҙон ғүмерегеҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan