Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 28 - Изге Яҙма


Фатихалар

1 Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалып, бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәрҙән өҫтөн итер.

2 Әгәр Аллағыҙ Раббының әйткәндәрен тыңлаһағыҙ, ошо фатихаларҙың барыһы ла һеҙгә килер һәм бойомға ашыр.

3 Ҡалала ла, ауылда ла фатихалы булырһың.

4 Ҡарыныңдың емеше – балаң да, тупрағыңдың емеше лә, малдарыңдың түле – һыйырҙарыңдың быҙауы, һарыҡтарыңдың бәрәсе лә – фатихалы булыр.

5 Кәрзиндәрең дә, икмәк күнәктәрең дә фатихалы булыр.

6 Ингәнеңдә лә, сыҡҡаныңда ла фатихалы булырһың.

7 Һиңә ҡаршы килгән дошмандарыңды Раббы алдыңда ҡырып һалыр. Һеҙгә бер юлдан ҡаршы сыҡһалар, ете юлдан ҡасып китерҙәр.

8 Раббы һеҙҙең келәттәрегеҙгә, ҡулығыҙҙың һәр эшенә: «Бәрәкәтле булһын!» тип бойорор һәм һеҙгә бирәсәк ерҙә Аллағыҙ Раббы һеҙгә фатихалы булыр.

9 Аллаң Раббының бойороҡтарын үтәһәгеҙ, Уның юлдарынан йөрөһәгеҙ, Раббы һеҙгә вәғәҙә биргәнсә, һеҙҙе Үҙенең изге халҡы итеп таныр.

10 Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр Раббының һеҙҙе «Үҙ халҡым» тип атағанын күрер һәм ҡурҡып торор.

11 Раббы ата-бабаларығыҙға ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә һәр йәһәттән бәрәкәт бирер: балаларығыҙ күп, малдарығыҙ ишле, тупрағығыҙ мул уңышлы булыр.

12 Ерегеҙгә ямғырҙы ваҡытында яуҙырыр, башҡарған бар эштәрегеҙгә фатиха бирер өсөн күктәрҙең игелекле хазинаһын асыр. Бик күп халыҡтарға бурысҡа бирерһегеҙ, ә үҙегеҙ бурысҡа алмаҫһығыҙ.

13 Раббы һеҙҙе ҡойроҡ түгел, баш итер. Әгәр Аллағыҙ Раббының бөгөн мин һеҙгә еткергән бойороҡтарын тыңлаһағыҙ, уларҙы ғәмәл ҡылһағыҙ, һәр ваҡыт аҫта түгел, өҫтә булырһығыҙ.

14 Бөгөн һеҙгә белдергән бойороҡтарҙан ситкә тайпылмағыҙ, уңға ла, һулға ла боролмағыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәреп, уларға хеҙмәт итмәгеҙ.


Ләғнәттәр

15 Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Уның бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен үтәмәһәгеҙ, өҫтөгөҙгә ошо ләғнәттәр төшөр.

16 Ҡалала ла, ауылда ла ләғнәтле булырһың.

17 Кәрзиндәрең дә, икмәк күнәктәрең дә ләғнәтле булыр.

18 Ҡарыныңдың емеше – балаларың да, тупрағыңдың уңышы ла, малдарыңдың түле – һыйырҙарыңдың быҙауы, һарыҡтарыңдың бәрәсе – барыһы ла ләғнәтле булыр.

19 Ингәнеңдә лә, сыҡҡаныңда ла ләғнәтле булырһың.

20 Раббы һеҙгә ҡарғыш, өмөтһөҙлөк ебәрер, һәр эшегеҙҙә уңышһыҙлыҡҡа дусар итеп, һәләк ҡылыр. Раббынан йөҙ сөйөргәнегеҙ өсөн һәм яуыз ғәмәлдәрегеҙ арҡаһында юҡҡа сығырһығыҙ.

21 Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерегеҙҙән һеҙҙе юҡ итеп бөткәнгә тиклем үләт ебәреп язалар.

22 Раббы һеҙҙе һулытып киптерер, биҙгәк, тапма тотор, шеш сығыр. Ул һеҙгә ҡоролоҡ, көйҙөргөс ел, бәшмәк ауырыуҙары ебәрер. Улар һеҙҙе ҡырылып бөткәнегеҙгә тиклем эҙәрләр.

23 Баш өҫтөгөҙҙәге күк баҡырға, аяҡ аҫтығыҙҙағы ер тимергә әйләнер.

24 Раббы һеҙ юҡ булғанға тиклем күктән ямғыр урынына ерегеҙгә саң болото ебәрер, ҡом яуҙырыр.

25 Раббы һеҙҙе дошмандарығыҙҙан еңелдерер: бер юл менән уларға ҡаршы сығырһығыҙ, ете юл менән уларҙан ҡасып китерһегеҙ. Ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар өсөн ҡурҡыныс ғибрәт булырһығыҙ.

26 Мәйеттәрегеҙ һауалағы ҡоштарға һәм ҡырағай хайуандарға емтек булыр, уларҙы ҡыуып ебәреүсе лә ҡалмаҫ.

27 Раббы һеҙгә дауалап булмаҫлыҡ Мысыр шеше, ҡорсаңғы һәм ҡутыр ебәрер.

28 Ул һеҙҙе аҡылдан яҙҙырыр, һуҡырайтыр, йөрәгегеҙҙең хәлен алыр.

29 Һуҡыр кеше кеүек көпә-көндөҙ һәрмәнеп йөрөрһөгөҙ. Бер эшегеҙ ҙә уң булмаҫ. Һеҙҙе һәр саҡ ҡыҫырыҡларҙар, рәнйетерҙәр, әммә яҡлаусы булмаҫ.

30 Ҡыҙ йәрәшерһең, әммә уның менән башҡа берәү йоҡлар. Өй һалырһың, әммә унда йәшәй алмаҫһың. Йөҙөм баҡсаһы ултыртырһың, тик емешен ауыҙ итә алмаҫһың.

31 Күҙ алдыңда үгеҙеңде һуйырҙар – итен ашай алмаҫһың; ишәгеңде күҙ алдыңда алып китерҙәр, кире бирмәҫтәр; һарыҡтарың дошмандарға булыр – бер кем дә һине яҡламаҫ.

32 Улдарығыҙҙы һәм ҡыҙҙарығыҙҙы күҙ алдығыҙҙа башҡа халыҡтар араһына ҡыуырҙар. Уларҙы көтөп, күҙҙәрегеҙ талыр, әммә ярҙам итергә хәлегеҙ булмаҫ.

33 Һеҙҙе бөтөнләй белмәгән халыҡтар тупрағығыҙҙың уңышын, хеҙмәтегеҙҙең емешен ашар, ә һеҙ ғүмерегеҙҙе йәбер-яфала үткәрерһегеҙ.

34 Күҙҙәрегеҙ күргәнгә ҡотоғоҙ осоп, аҡылдан шашырһығыҙ.

35 Ботоғоҙҙо, тубығығыҙҙы сиҡан баҫыр. Унан дауалана алмаҫһығыҙ: ул башығыҙҙан алып табанығыҙға тиклем ҡаплап алыр.

36 Раббы һеҙҙе һәм үҙегеҙ һайлап ҡуйған батшағыҙҙы һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ҡәүем араһына ҡыуыр. Унда таштан һәм ағастан эшләнгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.

37 Раббы һеҙҙе араларына һөргән бар халыҡтар өсөн имәнес, ғибрәтле бер миҫал, әҙәм көлкөһө булырһығыҙ.

38 Баҫыуығыҙға орлоҡто күп итеп сәсерһегеҙ, әммә уңышты бик аҙ йыйып алырһығыҙ, сөнки уны саранча ашап бөтөр.

39 Йөҙөм баҡсаһы үҫтерерһегеҙ, тәрбиәләрһегеҙ, әммә шарап эсә алмаҫһығыҙ, сөнки уларҙы ҡорт ашап бөтөр.

40 Ерегеҙҙең һәр урынында зәйтүн ағастары үҫер, тик майын һөртә алмаҫһығыҙ, сөнки емештәре ҡойолоп бөтөр.

41 Улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ тыуыр, тик улар янығыҙҙа ҡалмаҫ, әсирлеккә китер.

42 Бөтә ағастарығыҙҙы, тупрағығыҙҙың уңышын сиңерткәләр ашап бөтөр.

43 Арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр һеҙҙән торған һайын өҫтөнөрәк була барыр, ә һеҙ түбәнәйгәндән түбәнәйерһегеҙ.

44 Улар һеҙгә бурысҡа биреп торор, ә һеҙ бирә алмаҫһығыҙ. Улар баш, ә һеҙ ҡойроҡ булырһығыҙ.

45 Аллағыҙ Раббыны тыңламаған, Уның бойороҡтарын үтәмәгән, ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн бөтә был ләғнәттәр башығыҙға яуыр, һеҙ ҡырылып бөткәнсе эҙәрләр һәм ҡыуып етер.

46 Был ҡарғыштар һеҙгә һәм тоҡомдарығыҙға мәңгелек бер билдә, ҡара тамға булып ҡалыр.

47 Муллыҡ заманында Аллағыҙ Раббыға шат күңелдән һәм ихлас йөрәктән хеҙмәт итмәгән өсөн

48 Раббы муйынығыҙға тимер ҡалып кейҙерер, һәм һеҙ, әжәлегеҙ еткәнсе ризыҡҡа, һыуға, кейемгә тилмереп, мохтажлыҡта дошмандарығыҙға хеҙмәт итерһегеҙ.

49-50 Раббы алыҫтан, донъяның икенсе осонан, бер ҡәүем ебәрер. Һеҙ телен аңламаған, өлкәндәрҙе хөрмәт итә, кеселәрҙе йәлләй белмәгән аяуһыҙ ул халыҡ ҡанаттарын йәйгән бөркөт һымаҡ өҫтөгөҙгә килеп ябырылыр.

51 Һеҙҙе бөлдөрөп юҡ иткәнгә тиклем малығыҙҙы, ерегеҙҙең уңышын ашап бөтөр. Һеҙгә икмәк тә, шарап та, зәйтүн майы ла, һыйырҙарығыҙҙың быҙауҙарын, һарыҡтарығыҙҙың бәрәстәрен дә бирмәҫ.

52 Һеҙҙе йәшәгән урынығыҙҙа ҡамауға алыр, һеҙ ышанған бейек һәм ныҡлы диуарҙарығыҙҙы емерер, Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән ерҙәге бөтә ҡалаларығыҙҙа һеҙҙе ҡыҫырыҡлар.

53 Дошман ҡамауында мохтажлыҡтың һуңғы сигенә төшкәс, ҡарынығыҙҙың емешен – Аллағыҙ Раббы биргән улдарығыҙҙы һәм ҡыҙҙарығыҙҙы ашарһығыҙ.

54 Арағыҙҙағы иң йомшаҡ күңелле, иғтибарлы һаналған ир ҙә үҙ туғанына, яратҡан ҡатынына һәм әле иҫән ҡалған балаларына аяуһыҙ күҙҙәре менән ҡарар.

55 Үҙе ашаған баланың итенән уларға өлөш сығармаҫ, сөнки дошман ҡамауында ҡалған ҡалаларығыҙҙа, мохтажлыҡтың һуңғы сигенә еткәс, ашарлыҡ бер нәмә лә ҡалмаҫ.

56-57 Арағыҙҙа иң йомшаҡ, иң яғымлы, наҙлылығы арҡаһында аяҡ табанын ергә тейҙермәгән ҡатын үҙенең һөйөклө иренә, ул-ҡыҙына аяуһыҙ күҙ менән бағыр һәм бала ятҡылығы менән яңы тыуған сабыйын уларҙан йәшереп кенә ашар, сөнки дошман ҡамауында ҡалған ҡалаларығыҙҙа, мохтажлыҡтың сигенә еткәс, бер ҡабыр ризыҡ та ҡалмаҫ.

58 Әгәр ошо китапта яҙылған был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә теүәл үтәмәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббының шөһрәтле һәм дәһшәтле исеменән ҡурҡмаһағыҙ,

59 Раббы үҙегеҙҙе һәм тоҡомдарығыҙҙы хайран ҡалдырырлыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәхетһеҙлектәр, яман һәм оҙайлы ауырыуҙар менән язалар.

60 Мысырҙың һеҙҙе ҡурҡытҡан барлыҡ зәхмәттәрен башығыҙға ебәрер һәм улар һеҙгә йәбешеп ҡалыр.

61 Һеҙ ҡырылышып бөткәнгә тиклем Раббы хатта был ҡанун китабында яҙылмаған ауырыуҙарҙы һәм бәхетһеҙлектәрҙе лә ебәрер.

62 Ҡасандыр күктәге йондоҙҙар кеүек күп булһағыҙ, бик аҙ ғына ҡалырһығыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалманығыҙ.

63 Ул һеҙгә яҡшылыҡ ҡылып, һеҙҙе күбәйтеп, нисек һөйөнгән булһа, һеҙҙе һәләк итеп, ҡырып бөтөргәндә лә шулай шатланыр. Һеҙ әле биләр өсөн китеп барған ерегеҙҙән сығарып бырғалырһығыҙ.

64 Раббы һеҙҙе донъяның бер осонан икенсе осона, төрлө халыҡтар араһына таратыр. Унда үҙегеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа танымаған, ағастан һәм таштан яһалған башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.

65 Был халыҡтар араһында йәнегеҙ – тыныслыҡ, аяғығыҙ тынғылыҡ тапмаҫ. Раббы һеҙгә тертләп торған йөрәк, тилмереп ҡараған күҙҙәр һәм һыҙланған күңел бирер.

66 Тормошоғоҙ ҡурҡыныс аҫтында булыр, көнөн дә, төнөн дә ҡалтыранып торорһоғоҙ, киләсәккә ышанысығыҙ бөтөр.

67 Йөрәгегеҙҙе биләп алған ҡурҡыуҙан һәм күҙҙәрегеҙ күргәндән һеҙ иртән: «Тиҙерәк кис етһә ине!» тип, ә кискеһен: «Йәһәтерәк таң атһа ине!» тип әйтерһегеҙ.

68 Мин һеҙгә башҡа бер ваҡытта ла күрмәйәсәкһегеҙ тигән юлдан Раббы һеҙҙе кәмәләрҙә Мысырға кире алып китер. Унда дошмандарығыҙға ҡол итеп һатылырға тырышырһығыҙ, тик алыусы табылмаҫ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan