Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 27 - Изге Яҙма


Ғевал тауындағы ҡорбан усағы

1 Муса Исраил аҡһаҡалдары менән халыҡҡа былай тине: – Бөгөн мин һеҙгә белдергән бөтә бойороҡтарҙы теүәл үтәгеҙ.

2 Иордан йылғаһын кисеп, Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ергә ингәс, ҙур таштар торғоҙоп ҡуйығыҙ, уларҙы ағартығыҙ.

3 Аталарығыҙҙың Аллаһы Раббының һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән илгә – һөт һәм бал ағып ятҡан ергә кергәндән һуң, был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен шул таштарға яҙығыҙ.

4 Был таштарҙы, бөгөн һеҙгә әмер иткәнемсә, Иорданды кисеп сыҡҡандан һуң Ғевал тауына торғоҙоп ҡуйығыҙ һәм ағартығыҙ.

5 Унда Аллағыҙ Раббыға ҡорбан усағы яһағыҙ. Уны таштан, тимер ҡорамалдар ҡулланмайынса, эшләгеҙ.

6 Аллағыҙ Раббының ҡорбан усағын шымартылмаған, бөтөн таштарҙан яһағыҙ һәм унда Аллағыҙ Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны килтерегеҙ.

7 Татыулыҡ ҡорбандарын да шунда килтерегеҙ, ҡорбан итен ашағыҙ һәм Аллағыҙ Раббы алдында күңел асығыҙ.

8 Таштарға был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә аңлайышлы итеп яҙығыҙ.

9 Шунан Муса һәм левиҙәрҙән булған ҡаһиндар бөтә Исраил халҡына: – Эй Исраил! Диҡҡәт менән тыңла! – тип өндәште. – Бөгөн һин Аллаң Раббының халҡы булдың.

10 Шулай итеп, Аллаң Раббының әйткәндәрен тыңла, Уның бөгөн мин һиңә белдергән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен үтә.


Ғевал тауынан ләғнәттәр

11 Был көндө Муса халыҡҡа былай тип бойорҙо:

12 – Иордан йылғаһы аша сыҡҡас, халыҡҡа фатиха бирер өсөн, бына был ырыуҙар Геризим тауында торорға тейеш: Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар, Йософ һәм Бинйәмин.

13 Ә былары ләғнәт әйтеү өсөн Ғевал тауында торорға тейеш: Рәүвән, Ғад, Ашер, Зевулун, Дан, Нафтали.

14 Левиҙәр бөтә Исраил халҡына оран һалып былай тиер:

15 «Раббыға ерәнгес булғанды – оҫталар ҡулының эшен – уйылған йәки ҡойолған боттарҙы яһатҡан һәм йәшереп тотҡан кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.

16 «Атаһы йәки әсәһен хөрмәтләмәгән, уға ҡаршы һүҙ әйткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.

17 «Күршеһенең ыҙан ташын күсергән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.

18 «Һуҡырҙы юлдан аҙаштырған кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.

19 «Килмешәкте, етемде, тол ҡатынды ялған хөкөм иткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.

20 «Атаһының ҡатыны менән ятҡан кешегә ләғнәт булһын, сөнки ул атаһының оятын асты». Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.

21 «Берәй төрлө хайуан менән яҡынлыҡ ҡылған кешегә ләғнәт булһын». Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.

22 «Үҙенең ҡыҙ туғаны, әсәһенең йәки атаһының ҡыҙы менән ятҡан кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.

23 «Ҡәйнәһе менән ятҡан кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.

24 «Йәшерен рәүештә берәйһен үлтергән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.

25 «Ғәйепһеҙ ҡанды түгер өсөн аҡса алған кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.

26 «Был ҡанунда әйтелгәндәрҙе хупламаған һәм үтәмәгән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan