Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 26 - Изге Яҙма

1 Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмәгә бирәсәк ергә инеп, уға хужа булғас һәм унда төйәкләнгәс,

2 Аллағыҙ Раббы биргән ерҙә үҫкән бөтә емештәрҙең дә тәүге уңышын йыйып кәрзингә һалырһың да Аллаң Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынға барырһың.

3 Ул дәүерҙә хеҙмәт иткән ҡаһинға килеп: «Раббы ант менән был ерҙе беҙгә бирергә ата-бабаларыбыҙға вәғәҙә иткән. Бөгөн мин Аллаң Раббыға шул ергә килгәнемде белдерәм», – тип әйт.

4 Ҡаһин, ҡулыңдан кәрзинеңде алып, уны Аллағыҙ Раббының ҡорбан усағы алдына ҡуйыр.

5 Шунан Аллаң Раббы ҡаршыһында яуап тотоп әйт: «Алыҫ бабам күсмә бер арами булған. Бер нисә генә кеше менән Мысырға барып, килмешәк булып йәшәй башлаған. Тора-бара Мысырҙа унан бөйөк, көслө һәм күп һанлы халыҡ барлыҡҡа килгән.

6 Әммә Мысыр халҡы беҙгә насар мөнәсәбәттә булды, беҙҙе ҡыҫтылар, ауыр эш менән иҙҙеләр.

7 Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Раббыға ялбарҙыҡ. Раббы һыҡтауыбыҙҙы ишетте, ауыр хәлебеҙҙе, ғазаптарыбыҙҙы, йәберләнеүебеҙҙе күрҙе.

8 Раббы беҙҙе ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы, бөйөк дәһшәте, хикмәттәре һәм мөғжизәләре менән Мысырҙан алып сыҡты.

9 Беҙҙе бында алып килде, был һөт һәм бал ағып ятҡан ерҙе бирҙе.

10 Инде бына, Раббым, миңә биргән тупраҡтың тәүге уңышының емештәрен Һиңә алып килдем». Шунан кәрзинеңде Аллаң Раббы алдына ҡуйып, уның ҡаршыһында сәждә ҡыл.

11 Аллаң Раббы һеҙгә һәм йортоғоҙға биргән бәрәкәттәргә ҡыуанып үҙегеҙ ҙә, леви ҙә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр ҙә бергәләп күңел асығыҙ.

12 Өсөнсө йылда, уңыштың ундан бер өлөшөн биреү йылында, бөтә уңышығыҙҙың ундан бер өлөшөн айырып ал да уны левигә, килмешәккә, етемдәргә һәм тол ҡатындарға бир. Улар ҙа һеҙ йәшәгән ерҙәрҙә ашап туйынһындар.

13 Шунда Аллаң Раббы алдында былай тип әйт: «Һинең бойороҡтарыңды боҙманым, уларҙың береһен дә онотманым, Үҙең ҡушҡанса, өйөмдән Һиңә бағышланған уңышымдың ундан бер өлөшөн алдым да левиҙәргә, килмешәктәргә, етемдәргә һәм тол ҡатындарға бирҙем.

14 Был өлөштән хәсрәтле сағымда ашаманым, уны өйҙән алып сыҡҡанда нәжес түгел инем, уны үлеләргә тәҡдим итмәнем. Аллам Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалдым, миңә бойорғаныңдың барыһын да эшләнем.

15 Изге торлағыңдан, күктәрҙән күҙ һалсы! Халҡың Исраилға, ата-бабаларыбыҙға ант менән вәғәҙә итеп биргән ергә, һөт һәм бал ағып ятҡан ергә фатихаңды ҡыл».

16 Бөгөн Аллаң Раббы был ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы үтәргә бойора. Уларҙы тот һәм бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән бойомға ашыр.

17 Бөгөн Раббының Аллағыҙ булғанын, Уның юлынан йөрөйәсәгегеҙҙе, ҡағиҙәләрен, бойороҡтарын, ҡанундарын үтәйәсәгегеҙҙе, Уның һүҙен тыңлаясағығыҙҙы белдерҙең.

18 Бөгөн Раббы, һеҙгә биргән һүҙе буйынса, Уның бөтә бойороҡтарын үтәһәң, Уның Үҙ халҡы буласағығыҙҙы иғлан итте.

19 Ул һине хөрмәттә, шөһрәттә һәм күркәмлектә Үҙе донъяға яратҡан барлыҡ ҡәүемдәрҙән өҫтөн ҡуясағын һәм, әйткән һүҙе буйынса, Үҙе өсөн һайлап алған халҡы итәсәген белдерҙе.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan