Ҡанун 24 - Изге Яҙма1 Әйтәйек, берәй ир өйләнеп, ҡатынында ниндәйҙер етешһеҙлек күрһә һәм унан күңеле ҡайтһа, айырылышыу ҡағыҙы яҙып ҡатынының ҡулына тоттора һәм өйөнән сығарып ебәрә; 2 ә ул ҡатын, өйҙән киткәс, икенсе кешегә кейәүгә сыға. 3 Икенсе ир ҙә, уны хушһынмайынса айырылышыу ҡағыҙы биреп, өйөнән сығарып ебәрһә йәки был ир үлеп ҡалһа, 4 ул саҡта тәүге ире был ҡатынға ҡабат өйләнә алмай, сөнки ҡатын уның өсөн нәжес һанала. Бындай никах – Раббы ҡаршыһында ерәнгес. Бындай гонаһ менән Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп биргән ерҙе бысратмағыҙ. 5 Яңы өйләнгән кеше һуғышҡа бармаһын, уға бер ниндәй бурыс та йөкмәтелмәһен. Бер йыл буйы үҙенең өйөндә йәшәп, ҡатынының күңелен күрһен. 6 Аманат итеп тирмән ташының өҫтөн дә, аҫтын да алмағыҙ. Быны эшләгән кеше аманатҡа йәнде алған булыр. 7 Әгәр исраилдарҙан ҡәрҙәшен урлап, уны ҡол иткән йәки һатып ебәргән кеше табылһа, был бур үлемгә дусар ителәсәк. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай итеп йолҡоп ташлағыҙ. 8 Йоғошло тире ауырыуына юлыҡһаң, Леви ырыуынан булған ҡаһиндарҙың өйрәткәнен еренә еткереп үтә. Мин уларға нисек бойорһам, нәҡ шулай эшлә. 9 Һеҙ Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Аллаң Раббы юлда Мирйәмде нимә эшләткәнен хәтереңдә тот. 10 Яҡыныңа үтескә берәй нәмә биреп тораһың икән, унан аманат алыр өсөн өйөнә инмә, 11 ә урамда көтөп тор. Бурысҡа алған кеше аманатын тышҡа үҙе сығарып бирһен. 12 Әгәр ул ярлы кеше булһа һәм аманат итеп бирергә кейеменән башҡа әйбере булмаһа, кейеме һиндә булған көйө йоҡларға ятма. 13 Ул үҙенең кейемендә йоҡларға ятһын һәм һиңә фатихаһын бирһен өсөн, унан алған аманатты ҡояш байығансы кире ҡайтар. Бының менән һин Аллаң Раббы ҡаршыһында хаҡ эш ҡылған булырһың. 14 Әгәр ярлыны һәм хәйерсене эшкә яллаһаң, ҡәрҙәшеңме ул, әллә арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙәнме, уны рәнйетмә. 15 Уның хеҙмәт хаҡын шул көндө үк ҡояш байығанға тиклем түлә, сөнки ул ярлы һәм шул аҡсаға ғына иҫәп тотоп йәшәй. Юғиһә һинең турала Раббыға зарланыр һәм һин гонаһ ҡылған булырһың. 16 Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен. 17 Килмешәккә һәм етемгә хаҡ булмаған хөкөм сығарма. Тол ҡатындың кейемен аманат итеп алма. 18 Үҙеңдең дә Мысырҙа ҡол булғаныңды, Аллаң Раббының һеҙҙе унан йолоп алғанын онотма. Шуға күрә һиңә ошоларҙы эшләргә бойорам. 19 Ураҡ мәлендә баҫыуыңда берәй көлтә онотолоп ҡалһа, уны барып алма. Әйҙә ул килмешәккә, етемгә һәм тол ҡатынға булһын. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һәр эшеңдә Үҙенең фатихаһын бирер. 20 Зәйтүн ағасыңды һелкетеп емешен ҡойғандан һуң, ботаҡтарын ҡабат тикшермә. Емештәре килмешәккә, етемгә һәм тол ҡатынға ҡалһын. 21 Йөҙөм баҡсаңда емеш йыйғанда ҡалған йөҙөмөңдө артыңдан йыйып алма: килмешәккә, етемгә һәм тол ҡатынға ҡалһын. 22 Иҫеңдә тот, һин дә Мысырҙа ҡол булдың, шуға күрә мин һиңә ошолай эшләргә бойорам. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia