Ҡанун 23 - Изге ЯҙмаРаббы халҡы булып һаналырға лайыҡ булмағандар 1 Күкәйе иҙелгән йәки енес ағзаһы ҡырҡылған кеше Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай. 2 Уйнаштан тыуған кеше Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай. Уның нәҫеле лә, хатта унынсы быуынына тиклем, Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай. 3 Ғаммон һәм Моав кешеләре Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай, хатта уларҙың нәҫеле лә унынсы быуынына тиклем Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай. 4 Сөнки Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа юлда һеҙҙе икмәк һәм һыу менән ҡаршыламанылар, етмәһә Арам-Наһараимдағы Пеҫор ҡалаһынан Беғор улы Билғамды һеҙҙе ҡарғар өсөн ялланылар. 5 Әммә Аллаң Раббы Билғамды тыңларға теләмәне, ҡарғышты фатихаға әүерелдерҙе, сөнки Аллаң Раббы һеҙҙе ярата. 6 Уларға ғүмерегеҙ буйы, мәңге именлек һәм яҡшылыҡ күрһәтмәгеҙ. 7 Эдомдарҙан иһә екһенмәгеҙ, сөнки улар һеҙҙең туғанығыҙ, Мысыр халҡынан да сикәнмәгеҙ, сөнки һеҙ уларҙың ерендә килмешәк булып йәшәнегеҙ. 8 Уларҙан тыуған балаларҙың өсөнсө быуыны Раббы халҡы иҫәбенә инә ала. Тупламды таҙа тотоу 9 Дошмандарығыҙға ҡаршы һуғышыр өсөн туплам ҡорғанда һәр төрлө бысраҡлыҡтан һаҡланығыҙ. 10 Әгәр берәйгеҙҙең төндә мәнейе ағып нәжесләнһә, ул тупламдан сыҡһын һәм кире инмәһен. 11 Кис еткәс, йыуынһын һәм ҡояш байығас ҡына тупламға инһен. 12 Хәжәт үтәр өсөн урын тупламдан ситтә булһын. 13 Кәрәк-ярағың араһында көрәгең булһын. Тупламдан тышта ултырыр булһаң, соҡор ҡаҙ, аҙаҡ тиҙәгеңде күмеп ҡуй. 14 Аллағыҙ Раббы һине ҡотҡарыр һәм дошмандарыңды ҡулыңа тапшырыр өсөн туплам уртаһында йөрөй. Раббы берәй хурлыҡлы нәмә күреп, һеҙҙән баш тартмаһын өсөн туплам изге урын булһын. 15 Хужаһынан ҡасып һеҙгә һыйынған ҡолдо тотоп хужаһына кире бирмәгеҙ. 16 Үҙе һайлаған урында арағыҙҙа йәшәһен, уны ҡыйырһытмағыҙ. 17 Исраил ҡыҙҙары һәм улдары араһынан бер кем дә боттарға табыныу ҡорамдарында фәхешлек менән шөғөлләнергә тейеш түгел. 18 Ҡатындың йәки ирҙең фәхеш менән тапҡан аҡсаһын Аллаң Раббының йортона бер ниндәй ҙә нәҙер үтәү өсөн индермә, сөнки улар икеһе лә Аллағыҙ Раббы өсөн ерәнгес. 19 Туғаныңа үтескә көмөш, икмәк йәки башҡа нәмә биргәндә, риба түләтмә. 20 Биләмәгә алыр өсөн китеп барған ереңдә һәр эшеңә Аллаң Раббы фатиха бирһен тиһәң, килмешәктән риба алырға мөмкин, ә ҡәрҙәшеңдән алырға ярамай. 21 Аллаң Раббыға нәҙер әйтәһең икән, уны һис кисектермәй үтә, сөнки Ул уның мотлаҡ үтәлеүен талап итер, үтәмәйһең икән, гонаһ ҡылған булырһың. 22 Әгәр нәҙер әйтмәгәнһең икән, бында гонаһ юҡ. 23 Ауыҙыңдан сыҡҡанға иғтибарлы бул һәм бойомға ашыр, сөнки Аллаң Раббыға үҙ ихтыярың менән вәғәҙә иттең һәм быны үҙ ауыҙың менән әйттең. 24 Яҡыныңдың йөҙөм баҡсаһына инһәң, йәнең теләгәнсә ашай алаһың, әммә һауытыңа йыйма. 25 Яҡыныңдың баҫыуына килһәң, башаҡтарын ҡул менән өҙә алаһың, әммә игененә ураҡ тейҙермә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia