Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 22 - Изге Яҙма

1 Ҡәрҙәшеңдең аҙашып йөрөгән үгеҙен йәки һарығын күрһәң, уларҙы ташлап ҡалдырма, ҡәрҙәшеңә алып ҡайтып бир.

2 Әгәр ҙә ҡәрҙәшең һиңә алыҫ булһа йәки малдарҙың кемдеке икәнен белмәһәң, уларҙы өйөңә алып ҡайт һәм үҙеңдә тот. Ҡәрҙәшең эҙләп килгәс, ҡайтарып бирерһең.

3 Ҡәрҙәшеңдең ишәге, кейеме йәки юғалған башҡа әйбере менән дә шулай эшлә: ул юғалтып, һин табаһың икән, ҡайтарып бир, уны ярҙамыңдан ташлама.

4 Ҡәрҙәшеңдең ишәге йәки үгеҙе юлда йығылып ятҡанын күрһәң, уны ташлап китмә, торғоҙорға ярҙам ит.

5 Ҡатындар – ирҙәр, ирҙәр ҡатындар кейемен кеймәһен. Былай эшләгән һәр кем Аллағыҙ Раббы алдында ерәнгес.

6 Юлда ағас башында йәки ерҙә йомортҡалары йә иһә балалары менән ҡош ояһы осраһа, инәләре улар өҫтөндә ултырһа, инә ҡошто себештәре менән бергә алма.

7 Ҡошсоҡтарын алһаң да, инәләрен мотлаҡ ебәр; шулай эшләһәң, үҙеңә яҡшы булыр, оҙаҡ йәшәрһең.

8 Яңы өй һалһаң, түбә ҡырыйына һаҡлағыс таҡта ҡуй: бер кем дә ҡыйыҡтан ҡолап төшмәһен һәм ҡаны һинең өҫтөңдә булмаһын.

9 Йөҙөм баҡсаңа башҡа төрлө орлоҡ сәсмә, юғиһә сәскән орлоғоңдоң да, йөҙөмөңдөң уңышын да файҙаланыу хоҡуғын юғалтырһың.

10 Ер һөргәндә ишәк менән үгеҙҙе бергә екмә.

11 Ике төрлө ептән – йөндән һәм етендән туҡылған кейемде кеймә.

12 Ябына торған ябынсаңдың дүрт мөйөшөнә суҡтар эшлә.


Енси паклыҡ тураһында ҡағиҙәләр

13 Әгәр берәйһе ҡатын алһа һәм яҡынлыҡ ҡылғандан һуң, унан күңеле ҡайтып,

14 уның тураһында насар хәбәр таратһа: «Был ҡатынға өйләндем һәм уның менән яҡынлыҡ ҡылғандан һуң, ҡыҙ булмағанын белдем», – тип яманатын сығарһа,

15 ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе, ҡала ҡапҡаһына килеп, аҡһаҡалдарға ҡыҙҙың ғиффәтле булыуына дәлил килтерһен.

16-17 Ҡыҙҙың атаһы аҡһаҡалдарға: «Ҡыҙымды был кешегә кейәүгә биргәйнем, әммә ул уны хушһынмай, – тиһен. – Инде ҡыҙымды ғиффәтле булмауҙа ғәйепләй. Бына ҡыҙымдың саф булғанына дәлил», – тип, япмаһын йәйеп, аҡһаҡалдарға күрһәтһен.

18 Ҡала аҡһаҡалдары был иргә яза бирһен

19 һәм ғиффәтле Исраил ҡыҙы тураһында насар хәбәр таратҡаны өсөн ирҙән йөҙ көмөш алып, ҡыҙҙың атаһына түләһендәр. Ҡыҙ иһә был ирҙең ҡатыны булып ҡала һәм ирҙең ғүмер буйы уны айырырға хаҡы юҡ.

20 Әгәр хәбәр дөрөҫ булып сыҡһа, ҡыҙҙың ғиффәтле булыуын иҫбатлаусы дәлил табылмаһа,

21 ул ҡатынды ата йортоноң ишеге төбөнә алып килһендәр. Ҡала халҡы уны таш бәреп үлтерһен, сөнки атаһы йортонда уйнаш итеп, ул Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған. Үҙегеҙҙең арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.

22 Әгәр берәй ир икенсе ирҙең ҡатыны менән ятҡанда тотолһа, уларҙың икеһе лә – быны эшләгән ир ҙә, ҡатын да – үлтерелергә тейеш. Исраилдан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.

23 Әгәр берәй ир ҡалала башҡа берәүгә йәрәшелгән ғиффәтле ҡыҙҙы осратһа һәм уның менән яҡынлыҡ ҡылһа,

24 икеһе лә ҡала ҡапҡаһы янына килтерелһен һәм таш бәреп үлтерелһен. Сөнки ҡыҙ, ҡалала булып та, ярҙам һорап ҡысҡырмаған, ә ир икенсе кешегә йәрәшелгән ҡыҙҙы хур иткән. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.

25 Әгәр берәй ир икенсе кешегә йәрәшелгән ҡыҙҙы яланда осратып уға йәбешһә һәм көсләһә, үлемгә ирҙе генә хөкөм итергә кәрәк.

26 Ә йәрәшелгән ҡыҙға бер нәмә лә эшләмә, сөнки ҡыҙҙа үлем язаһы бирерлек гонаһ юҡ, юғиһә был яҡыныңа ҡул күтәреп, уны үлтереүгә бәрәбәр.

27 Был ир ҡыҙҙы ҡырҙа осратҡан, һәм йәрәшелгән ҡыҙ, бәлки, ҡысҡырғандыр ҙа, ләкин уны ҡотҡарыр кеше булмаған.

28 Әгәр берәй ир йәрәшелмәгән ғиффәтле ҡыҙҙы осратһа һәм уны тотоп алып көсләһә, быны башҡалар күрһә,

29 ҡыҙ менән ятҡан ир уның атаһына илле көмөш бирһен һәм уға өйләнһен. Ҡыҙҙы хурлыҡҡа ҡалдырғанға күрә ир уны ғүмер буйы айыра алмаҫ.

30 Бер кем дә, атаһының ҡатынына өйләнеп, атаһының түшәген хурламаһын.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan