Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 21 - Изге Яҙма


Үлтереүсе билдәһеҙ булғанда күрелгән саралар

1 Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙә, ҡырҙа кем тарафынан үлтерелгәне билдәһеҙ булған мәйет табылһа,

2 аҡһаҡалдарың менән хөкөмдарҙарың унда сыҡһындар ҙа мәйет ятҡан урын менән әйләнә-тирәләге ҡалалар араһын үлсәһендәр.

3 Шунан мәйеткә иң яҡын ҡаланың аҡһаҡалдары егелмәгән, ҡалып кейҙерелмәгән тана алһын;

4 уны һөрөлмәгән, сәселмәгән һәм һәр ваҡыт һыу ағып ятҡан үҙәнлеккә килтерһен. Унда тананың муйынын һуғып һындырһындар.

5 Унда Леви ырыуынан булған ҡаһиндар ҙа килһен, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙенә хеҙмәт итергә, Уның исеменән халыҡҡа фатиха бирергә уларҙы һайланы – теләһә ниндәй бәхәсле эш, килтерелгән зыян улар һүҙе менән хәл ителергә тейеш.

6 Мәйеткә иң яҡын булған ҡаланың аҡһаҡалдары үҙәнлектә муйыны һуғып һындырылған тананың башы өҫтөндә ҡулдарын йыуһын.

7 Шунан һуң: «Был кешенең ҡанын беҙҙең ҡулдарыбыҙ түкмәне, уның нисек түгелгәнен күҙҙәребеҙ күрмәне, – тип белдерһендәр. –

8 Йә Раббы, Үҙең йолоп алған халҡың Исраилды пакла, ғәйепһеҙгә түгелгән ҡан өсөн халҡыңдан һорама». Шул сағында улар ҡан түгеү гонаһынан пакланыр.

9 Раббы күҙендә дөрөҫ булғанды эшләп, ғәйепһеҙ ҡанды үҙеңдән шулай йыуып ташларһың.


Никахҡа һәм ғаиләгә ҡағылышлы ҡанундар

10 Дошмандарыңа ҡаршы яуға сыҡҡас, Аллаң Раббы уларҙы ҡулыңа тапшырыр һәм һин әсирҙәр алырһың.

11 Араларында төҫкә матур ҡатын-ҡыҙҙы күреп күҙең төшһә һәм өйләнергә теләһәң,

12 уны өйөңә алып ҡайт. Ул сәсен ҡырһын, тырнаҡтарын ҡырҡһын,

13 өҫтөнән әсиргә төшкән саҡтағы кейемдәрен сисеп ташлаһын һәм, өйөңдә йәшәй башлап, ай буйына ата-әсәләре өсөн йәш түкһен. Шунан һуң һин уның менән яҡынлыҡ ҡыла һәм уның ире, ә ул һинең ҡатының була ала.

14 Әгәр ҙә һуңынан уны оҡшатмай башлаһаң, ҡатын йәне теләгән ергә китә ала. Әммә уны һатырға ла, ҡол итергә лә тейеш түгелһең, сөнки һин уны түбәнһеттең.

15 Әгәр берәй кешенең ике ҡатыны булһа һәм береһен яратып, икенсеһен яратмаһа, ул ҡатындарҙың икеһе лә унан ул тапһа, ә беренсе ир балаһы яратмаған ҡатынынан тыуһа,

16 был кеше мал-мөлкәтен улдарына бүлгәндә, яратмаған ҡатынынан беренсе булып тыуған улының баш бала өҫтөнлөгөн яратҡан ҡатынынан тыуған улына бирә алмай.

17 Ул яратмаған ҡатынының улын баш бала итеп танырға һәм үҙенең мөлкәтенән икеләтә өлөштө уға бирергә тейеш. Сөнки был бала – уның ирлек ҡеүәтенең тәүге емеше, баш бала хоҡуғы – унда.

18 Әгәр берәйһенең улы тиҫкәре һәм холоҡһоҙ булһа, атаһының да, әсәһенең дә әйткәндәренә ҡолаҡ һалмаһа, улар яза биреп тә, киҫәмәһә,

19 ата менән әсә улдарын үҙҙәре йәшәгән ҡала ҡапҡаһы алдына аҡһаҡалдарға алып килһен.

20 Уларға: «Улыбыҙ тиҫкәре һәм холоҡһоҙ. Әйткәнебеҙҙе тыңламай. Кәйеф-сафа ҡороп, эсеп тик ята», – тиһендәр.

21 Был осраҡта ҡаланың бөтә ирҙәре уны таш бәреп үлтерһен. Арағыҙҙан яуызлыҡты шул рәүешле тамырынан йолҡоп ташла. Бөтә исраилдар ҙа был хаҡта ишетеп ҡурҡыр.


Башҡа ҡанундар

22 Әгәр берәйһе үлем язаһына торошло енәйәт ҡылһа һәм ул үлтерелеп ағасҡа аҫып ҡуйылһа,

23 мәйет ағаста төнгөлөккә ҡалмаһын. Уны шул көндө үк ерләгеҙ, сөнки ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше Алла тарафынан ҡәһәрләнгән. Аллағыҙ Раббының һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерен нәжесләмәгеҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan