Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 19 - Изге Яҙма


Һыйыныу ҡалалары

1 Аллаң Раббы ерҙәрен һеҙгә бирәсәк ҡәүемдәрҙе ҡырып бөтөргәс, һин уларҙан һуң был ергә хужа булып ингәс, уларҙың ҡалаларында, өйҙәрендә урынлашҡас,

2-3 Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерҙе өс өлөшкә бүлегеҙ, һәр өлөшөнөң уртаһынан берәр ҡала һайлап алығыҙ. Ул ҡалаларға юлдар һалығыҙ. Был ҡалалар берәйһен үлтергән кешегә һыйыныу урыны булыр.

4 Бына ниндәй үлтереүсе, унда ҡасып, ғүмерен һаҡлап ҡала ала: күңелендә электән дошманлыҡ булмайынса, икенсе берәүҙе яңылышлыҡ менән үлтергән кеше.

5 Мәҫәлән, кемдер яҡыны менән урманға утынға барып, ағасты ҡырҡырға һелтәнгәндә, балтаһы төйҙәһенән ысҡынып китеп, яҡынына тейһә, һәм ул үлһә – үлтергән кеше иҫән ҡалыр өсөн ошо ҡалаларҙың береһенә ҡасһын.

6 Һыйыныу ҡалаһы үтә алыҫ булһа, үлгән кеше өсөн ҡон ҡайтарырға тейеш булған туғаны, ҡыҙыулыҡ менән ҡыуып етеп, үлтереүсенең йәнен алыуы бар; ә бит ул үлем язаһына лайыҡ түгел, сөнки үлгән кешегә ҡарата күңелендә дошманлыҡ юҡ ине.

7 Бына ни өсөн мин һеҙгә өс ҡаланы һайларға бойорам.

8-9 Аллаң Раббыны яратһаң, һәр саҡ Уның юлын тотһаң, бөгөн һеҙгә бирелгән бөтә бойороҡтарҙы бойомға ашырһаң, Аллаң Раббы ата-бабаларыңа ант иткәнсә, ерегеҙҙең сиктәрен киңәйтер һәм уларға нәҙер иткән бөтә ерҙе һиңә бирер. Шул саҡта был өс ҡалаға тағы ла өс һыйыныу ҡалаһы өҫтәрһең.

10 Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙә ғәйепһеҙҙең ҡаны түгелмәһен һәм түгелгән ҡан өсөн һеҙҙең өҫтә ғәйеп булмаһын.

11 Әммә яҡынына асыу һаҡлаған берәйһе, һағалап тороп, уны үлтерһә, шунан ошо ҡалаларҙың береһенә ҡасһа,

12 үҙ ҡалаһының аҡһаҡалдары, артынан кеше ебәреп, ҡасҡан еренән кире килтертер һәм ҡан үсе алырға тейешле кеше ҡулына тапшырыр.

13 Уны ҡыҙғанма, Исраилды ғәйепһеҙгә түгелгән ҡандан арындыр һәм шул саҡта рәхәт йәшәрһең.

14 Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙә йәшәй башлағас, ата-бабаларығыҙ ҡуйған, күршегеҙ менән сиктәш ыҙан ташын урынынан күсермәгеҙ.


Шаһиттар тураһында

15 Ниндәй ҙә булһа енәйәт йәки гонаһ ҡылған кешенең ғәйебен иҫбатларға бер генә шаһит етмәй, һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтмәһе менән раҫланырға тейеш.

16 Әгәр бер ялғансы шаһит яуыз ниәт менән берәйһен енәйәттә ғәйепләһә,

17 араларында низағ булған был ике кеше Раббы ҡаршыһына, ул осорҙа хеҙмәт иткән ҡаһиндар менән хөкөмдарҙар алдына баҫһын.

18 Хөкөмдарҙар яҡшылап тикшерһен. Әгәр шаһиттың ялғансы икәне һәм уның туғанына яла яҡҡаны асыҡланһа,

19 туғанына ҡылырға ниәтләгәнен уның үҙенә эшләгеҙ. Арағыҙҙан яуызлыҡты тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.

20 Башҡалар был хаҡта ишетеп ҡурҡыр, киләсәктә бындай яуызлыҡты эшләүсе булмаҫ.

21 Бындай кешене йәлләмәгеҙ: йәнгә – йән, күҙгә – күҙ, тешкә – теш, ҡулға – ҡул, аяҡҡа – аяҡ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan