Ҡанун 18 - Изге ЯҙмаЛевиҙәрҙең һәм ҡаһиндарҙың өлөшө 1 Левиҙәрҙән булған ҡаһиндарҙың, бөтә Леви ырыуының Исраилда биләмә ерҙәре, үҙ өлөштәре булмаҫ: улар Раббыға бағышлап килтерелгән ут ҡорбандарынан туҡланыр, сөнки уларҙың өлөшө шул. 2 Ҡәрҙәштәре араһында левиҙәргә биләмә теймәҫ. Раббының уларға әйткән һүҙе буйынса, уларҙың биләмәһе – Раббы Үҙе. 3 Кешеләр ҡорбан итеп үгеҙ йәки һарыҡ килтергән һайын ҡалаҡ һөйәге, яңаҡ һөйәге һәм ҡарын – ҡаһиндарҙың өлөшө. 4 Ашлығығыҙҙың, яңы шарабығыҙҙың һәм яңы зәйтүн майығыҙҙың тәүге өлөшөн һәм һарығыңдың тәү ҡырҡҡан йөнөн ҡаһинға бир. 5 Сөнки Аллағыҙ Раббы, ғүмерлеккә уның алдында тороп, Уның исеменән хеҙмәт итһендәр өсөн бөтә ырыуҙарығыҙ араһынан Левиҙе – уның үҙен һәм улдарын һайлап алды. 6 Әгәр Леви ырыуынан берәйһе, Исраилда йәшәгән төйәгенән китеп, йәне теләгән һәм Раббы һайлаған урынға килһә, 7 унда Аллаһы Раббы исеменә хеҙмәт иткән башҡа ҡәрҙәштәре кеүек Раббы хозурында хеҙмәт итә ала. 8 Ул сағында уға ата мөлкәтен һатҡандан һуң тейгән өлөштән тыш, ризыҡтан да башҡа ҡаһиндарға биргән кеүек тигеҙ өлөш булыр. Ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолалары 9 Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ергә ингәс, ундағы ҡәүемдәрҙең ерәнгес ҡылыҡтарын өйрәнмәгеҙ. 10 Арағыҙҙа улын йәки ҡыҙын утта яндырып ҡорбан итеүсе, сихырсы, күрәҙәсе, тылсымсы, 11 фал асыусы, рухтарҙы саҡырыусы һәм әруахтарҙан һораусылар булмаһын. 12 Сөнки улай эш итеүселәр Раббы өсөн ерәнгес. Аллағыҙ Раббы ошо әшәке эштәре өсөн уларҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡыуасаҡ. 13 Аллаң Раббы ҡаршыһында камил бул. Пәйғәмбәрҙәр тураһында 14 Һеҙ барып ерҙәрен аласаҡ ҡәүемдәр күрәҙәселәрҙең һәм сихырсыларҙың һүҙен тыңлай. Әммә Аллағыҙ Раббы һеҙгә быны рөхсәт итмәне. 15 Аллағыҙ Раббы арағыҙҙан, үҙегеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙҙән, һеҙгә минең кеүек бер пәйғәмбәр һайлап ҡуйыр – уны тыңлағыҙ. 16 Хорев тауында йыйылған көндө Аллағыҙ Раббынан былай тип үтенеп һоранығыҙ: «Үлмәҫ өсөн, Аллам Раббының тауышын башҡаса ишетмәһәм һәм Уның бөйөк утын бүтән күрмәһәм ине», – тинегеҙ. 17 Раббы миңә: «Уларҙың әйткәндәре дөрөҫ, – тине. – 18 Мин уларға ҡәрҙәштәре араһынан һинең кеүек бер пәйғәмбәр һайлап ҡуйырмын һәм һүҙҙәремде уның ауыҙынан әйттерермен. Мин нимә бойорһам, ул шуларҙың барыһын да һеҙгә һөйләр. 19 Минең исемемдән һөйләгән пәйғәмбәрҙең әйткәндәрен тыңламағандарҙы Мин Үҙем язалаясаҡмын. 20 Әммә Мин бойормағандарҙы Минең исемемдән һөйләргә баҙнат иткән йәки башҡа илаһтар исеменән һөйләгән пәйғәмбәр үлемгә дусар ителәсәк». 21 «Ул һүҙҙең Раббынан булмағанын нисек беләйек?» – тип уйлауығыҙ ихтимал. 22 Әгәр ҙә пәйғәмбәр Раббы исеменән һөйләһә, әммә әйткәне бойомға ашмаһа, был һүҙ Раббынан түгел. Пәйғәмбәр үҙ белдеге менән һөйләгән була – унан ҡурҡмағыҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia