Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 17 - Изге Яҙма

1 Аллаң Раббыға ҡорбанға кәмселекле, зәғиф үгеҙ йәки һарыҡ салма, сөнки ул – Аллаң Раббыға ерәнгес.

2 Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ҡалаларҙың береһендә арағыҙҙан берәй ирме, ҡатынмы, Уның менән килешеүҙе боҙоп, Уның күҙендә яман булғанды ҡылһа:

3 бойороҡтарына ҡаршы килеп, башҡа илаһтарға хеҙмәт итһә, уларға, ҡояшҡа, айға йәки башҡа күк есемдәренә табына башлаһа,

4 һәм был хаҡта һиңә билдәле булһа, ишеткәнеңде яҡшылап тикшер. Әгәр ҙә хәбәр дөрөҫләнһә, ысынлап та Исраилда был ерәнгес эш ҡылынһа,

5 яуызлыҡты эшләгән ир йәки ҡатынды ҡала ҡапҡаһы янына сығар ҙа таш бәреп үлтер.

6 Әммә үлемгә хөкөм итеү өсөн кәмендә ике йәки өс шаһиттың раҫлауы кәрәк. Бер генә шаһиттың һүҙенә ҡарап, кешене үлемгә тарттырырға ярамай.

7 Хөкөм ителгән әҙәмгә ташты иң беренсе булып шаһиттар ырғытырға тейеш, шунан һуң уларға ҡалған халыҡ эйәрһен. Шул рәүешле арағыҙҙан яуызлыҡты тамырынан йолҡоп ташла.

8 Әгәр йәшәгән ерегеҙҙә һеҙ хөкөм итә алмаҫлыҡ ҡатмарлы хөкөм эштәре була ҡалһа, мәҫәлән, кеше үлтереү, зыян килеү йәки башҡа төрлө дөрөҫлөктө табыу ҡыйын булған хәлгә юлыҡһағыҙ, Аллағыҙ Раббы һайлаған урынға бар.

9 Һорауҙарың менән Леви ырыуынан булған ҡаһиндарға һәм ул ваҡытта хеҙмәттә булған хөкөмдарға мөрәжәғәт ит – улар үҙҙәренең ҡарарын сығарыр.

10 Раббы һайлаған урында улар ниндәй ҡарар иғлан итһәләр, шуға ҡарап эш итегеҙ һәм улар ҡушҡандың бөтәһен дә теүәл үтәгеҙ.

11 Улар һеҙгә өйрәткән ҡанун һәм белдергән ҡарар буйынса эшләгеҙ, уңға ла, һулға ла тайпылмағыҙ.

12 Әгәр ҙә берәйһе үҙен тәкәббер тотоп, Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында хеҙмәт иткән ҡаһинды йәки хөкөмдарҙы тыңламай икән, ул кеше үлтерелергә тейеш. Исраилда яуызлыҡты тамырынан йолҡоп ташла.

13 Бөтә халыҡ быны ишетеп ҡурҡыр һәм алдағы көндәрҙә хөкөм ҡарарына буйһонор.


Батша тураһында күрһәтмәләр

14 Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ергә килеп, уға хужа булғас һәм төйәкләнгәс: «Тирә-яҡта йәшәгән башҡа ҡәүемдәр кеүек үҙебеҙгә батша ҡуяйыҡ», – тип әйтһәгеҙ,

15 батша итеп Аллағыҙ Раббы һайлаған кешене ҡуйығыҙ. Ул ҡәрҙәштәрегеҙҙең береһе булһын. Килмешәк һеҙгә туған түгел, уны батша итеп ҡуйырға ярамай.

16 Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.

17 Йөрәге хаҡ юлдан тайпылмаһын өсөн батшағыҙ күп ҡатын алмаһын. Шулай уҡ көмөш менән алтынды ла артыҡ йыймаһын.

18 Батшалығының тәхетенә ултырғас, Леви ырыуынан булған ҡаһиндарҙа һаҡланған төргәк китаптан үҙенә ошо ҡанунды күсереп алһын.

19 Уны ғүмере буйы үҙендә тотһон һәм көн һайын уҡыһын – шунда ул Аллаһы Раббынан ҡурҡырға һәм был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен, ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәнер.

20 Шулай эшләһә, ул үҙен ырыуҙаштарынан өҫтөн һанамаҫ, был бойороҡтарҙан уңға ла, һулға ла тайпылмаҫ, шул ваҡытта үҙе һәм улдары Исраилда оҙаҡ йылдар батшалыҡ итер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan