Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 16 - Изге Яҙма


Ҡотҡарылыу байрамы

1 Авив айында, Аллаң Раббыны ололап, Ҡотҡарылыу байрамын үткәр, сөнки Ул ошо айҙа төндә һине Мысырҙан алып сыҡты.

2 Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында ваҡ һәм эре малдан Аллағыҙ Раббыға Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбандары сал.

3 Ҡорбан ите менән бергә әсетеп бешерелгән икмәк ашама. Һин Мысырҙан бик ашығыс сығып киттең һәм, был көндө ғүмер буйы иҫтә тотоу өсөн, ете көн буйы сөсө ҡамырҙан бешкән икмәк – «хәсрәт икмәге» аша.

4 Ете көн буйы илегеҙҙә бер ниндәй әсетке булмаһын. Тәүге көндөң кисендә салынған ҡорбаныңдан иртәнгә бер киҫәк ит тә ҡалмаһын.

5 Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанын Аллаң Раббының һеҙгә бирәсәк ҡалаларының теләһә ҡайһыһында килтерә алмайһың.

6 Һин уны Аллаң Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында ғына сал. Ҡорбанды һин нәҡ Мысырҙан сығып киткән ваҡытта – кис ҡояш байығанда сал.

7 Итте Аллаң Раббы һайлаған урында бешереп аша, иртәгәһенә сатырыңа ҡайт.

8 Алты көн буйы сөсө икмәк аша. Ә етенсе көндө Аллаң Раббы өсөн изге йыйын ойоштор һәм бер нәмә лә эшләмә.

9 Ашлыҡ бешеп, ураҡ башланған көндән алып ете аҙна һана.

10 Шунан Аллаң Раббы хөрмәтенә Аҙналар байрамы үткәр. Аллаң Раббының һиңә биргән бәрәкәтенә ҡарап, үҙ ихтыярыңдан сығып ҡорбан килтер.

11 Аллаң Раббы хозурына килеп ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында бергәләшеп күңел асығыҙ.

12 Мысырҙа ҡол булғанығыҙҙы онотмағыҙ, был ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ.


Ҡыуыш байрамы

13 Ашлығың йыйылып һуғылғас, йөҙөм баҡсаңдың уңышы йыйылғас, ете көн буйы Ҡыуыш байрамы үткәр.

14 Байрамда үҙегеҙ, ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар бергәләшеп күңел асығыҙ.

15 Аллаң һайлаған урында Раббы барлыҡ уңышыңа һәм эштәреңә фатиха биргәнгә шатланып, Аллаң Раббы хөрмәтенә ете көн буйы байрам ит. Рәхәтләнеп күңел ас!

16 Бөтә ир-ат йылына өс тапҡыр – Сөсө икмәк байрамында, Аҙналар байрамында, Ҡыуыш байрамында – Аллағыҙ Раббы ҡаршыһына, Ул һайлаған урынға килергә тейеш. Бер кем дә Раббы хозурына буш ҡул менән килмәһен.

17 Һәр берегеҙ Аллағыҙ Раббы биргән бәрәкәтенә күрә бүләк алып килһен.


Хөкөмдарҙарҙың бурысы

18 Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ҡалаларҙа халыҡҡа ғәҙел хөкөм ҡылһындар өсөн һәр ырыуға хөкөмдарҙар һәм етәкселәр тәғәйенләгеҙ.

19 Хөкөмдә ғәҙелһеҙлек ҡылма, кемдең кем икәненә ҡарама, ришүәт алма, сөнки ул аҡыл эйәһенең дә күҙен томалай, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.

20 Йәшәйем һәм Аллаң Раббы бирәсәк ерҙе биләмәгә алайым тиһәң, ғәҙеллеккә, бары тик ғәҙеллеккә генә ынтыл.

21 Аллаң Раббының ҡорбан усағы янына алиһә Ашераға атап бер ниндәй ҙә ҡолға ҡуйма.

22 Шулай уҡ табыныу бағаналары ла торғоҙма, сөнки Аллағыҙ Раббы быны күрә алмай.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan