Ҡанун 15 - Изге ЯҙмаБурыстарҙы ғәфү итеү йылы 1 Һәр етенсе йылдың аҙағында бурыстарҙы ғәфү итегеҙ. 2 Бурыстарҙы кисереү шунан ғибәрәт: кем үҙенең яҡынына бурысҡа биреп торған, шул бурысты ғәфү итһен һәм башҡаса яҡынынан йәки туғанынан бурысты һорамаһын, сөнки әлеге йыл – Раббының бурыстарҙы ғәфү итеү йылы тип иғлан ителде. 3 Килмешәккә үтескә биргәнеңде талап итергә була, ә исраил ҡәрҙәшеңдең бурысын кисер. 4-5 Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерҙә Уның әйткәндәрен тыңлаһағыҙ, бөгөн һеҙгә белдергән бөтә бойороҡтарын үтәһәгеҙ, Ул һеҙгә үҙенең мул фатихаһын бирер. Шуға күрә арағыҙҙа ярлылар булмаҫҡа тейеш. 6 Вәғәҙә иткәненсә, Аллағыҙ Раббы һеҙгә фатихаһын бирер, шул сағында һеҙ күп ҡәүемдәргә үтескә биреп торасаҡһығыҙ, ә үҙегеҙ алмаясаҡһығыҙ. Күп ҡәүемдәр өҫтөнән хакимлыҡ итерһегеҙ, ләкин улар һеҙҙең өҫтән хакимлыҡ итмәйәсәк. 7 Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ерҙә берәй урында йәшәгән ҡәрҙәштәрегеҙҙең береһе фәҡирләнһә, күңелегеҙҙе ҡатырмағыҙ, ярлы туғанығыҙ алдында усығыҙҙы йоммағыҙ. 8 Йомарт булығыҙ һәм күпме кәрәк, шулай биреп тороғоҙ. 9 Күңелегеҙгә: «Етенсе йыл – бурыстарҙы кисереү йылы – яҡыная», – тигән ярамаған уй килеүҙән һаҡланығыҙ. Шулай уйлап, ярлы туғанығыҙға ҡараңғы сырай күрһәтмәгеҙ, уның үтенесен кире ҡаҡмағыҙ. Ярлы ҡәрҙәшегеҙ һинең хаҡта Раббыға зарланыр ҙа һин ғәйепле булырһың. 10 Уға мул итеп, йәлләмәйенсә бирегеҙ; шулай эшләһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы эшләп тапҡандарығыҙға, бөтә эшегеҙгә фатихаһын бирер. 11 Сөнки ерегеҙҙә мохтаждар һәр саҡ булыр; шуға күрә һеҙгә бойорам: ярлы һәм мохтаж ҡәрҙәшегеҙгә ҡарата йомарт ҡуллы булығыҙ. Ҡолдарҙы азат итеү тураһында ҡанун 12 Әгәр ғиври ҡәрҙәштәреңдән берәй ир йәки ҡатын үҙен һиңә ҡол итеп һатып, алты йыл эшләгән икән, етенсе йылында уны азат ит. 13 Азат иткән сағыңда, уны буш ҡул менән ебәрмә. 14 Был кешегә көтөүҙәреңдән, ырҙыныңдан һәм йөҙөм һыҡҡыстан мул итеп өлөш сығар. Аллағыҙ Раббы һиңә фатихалап нимә бирһә, һин дә ҡолоң булған кешегә мул итеп бир. 15 Иҫеңдә тот, һин дә Мысыр ерендә ҡол булдың, һине унан Аллаң Раббы йолоп алды, шуға күрә был һүҙҙәрҙе мин бөгөн һиңә бойороҡ итеп әйтәм. 16 Ә инде ҡолоң һине һәм ғаиләңде яратһа, һиндә уға рәхәт булһа: «Мин һинән китмәйем», – тиһә, 17 беҙ ал да, уның ҡолаҡ япрағын ишек яңағына тиш, шул саҡта ул ғүмере буйы һинең ҡолоң булыр. Ҡолиә менән дә шулай эшлә. 18 Ҡолоңдо иреккә ебәреүеңде ауыр ҡабул итмә, сөнки ул алты йыл эсендә ялланып хеҙмәт итеүселәрҙән ике тапҡырға артығыраҡ эшләне. Аллаң Раббы уның өсөн һәр эшеңә фатихаһын бирер. Малдың тәүге түле тураһында ҡанун 19 Һыйырҙың тәүге үгеҙ быҙауын, һарыҡтың тәүге тәкә бәрәсен Аллаң Раббыға бағышла. Тәүге булып тыуған үгеҙ малыңды эштә файҙаланма, һарыҡтың тәүге бәрәсенең йөнөн ҡырҡма. 20 Йыл һайын ғаиләң менән бергә Аллаң Раббы алдында, Ул һайлаған урында шул малдарҙың итен аша. 21 Әгәр ул малдың берәй кәмселеге булһа (аҡһаҡмы, һуҡырмы, башҡа төрлө зәғифлеге бармы), ул саҡта был малды Раббыға ҡорбан итеп килтермә. 22 Әммә йәшәгән урындарығыҙҙа ашағыҙ уны. Пак кеше лә, нәжес кеше лә уны ғәзәл йәки болан ите һымаҡ ашай ала. 23 Әммә ҡанын ашамағыҙ, уны һыу кеүек ергә ағыҙығыҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia