Ҡанун 14 - Изге ЯҙмаИтен ашарға яраҡлы һәм яраҡһыҙ хайуандар 1 Һеҙ – Аллағыҙ Раббының балалары. Шуға күрә берәйһе үлә ҡалһа, ҡайғы билдәһе итеп, тәнегеҙҙе йәрәхәтләмәгеҙ, башығыҙҙың алғы яғын ҡырмағыҙ. 2 Һеҙ – Аллағыҙ Раббы өсөн изге халыҡ. Раббы ер йөҙөндә булған бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итеп һеҙҙе һайлап алды. 3 Әшәке нәмәләр ашамағыҙ. 4 Ошо хайуандарҙың ғына итен ашарһығыҙ: һыйыр малы, һарыҡ, кәзә, 5 болан, ғәзәл, сайғаҡ, ҡоралай, зубр, антилопа, тау бәрәсе. 6 Көйшәй торған һәм айыры тояҡлы бөтә хайуандарҙың да итен ашарға ярай. 7 Айыры тояҡлы, ләкин көйшәмәгән, йәки көйшәгән, әммә айыры тояҡлы булмаған хайуандың итен ашарға ярамай: дөйәне, ҡуянды һәм даманды, сөнки көйшәһәләр ҙә, айыры тояҡлы түгелдәр – улар һеҙгә хәрәм. 8 Сусҡаны – тояҡтары айыры булһа ла, ул көйшәмәй, шуға күрә һеҙгә хәрәм. Уларҙың итен ашамағыҙ һәм үләкһәһенә ҡағылмағыҙ. 9 Һыуҙа йәшәгәндәрҙән йөҙгөстәре һәм тәңкәләре булғандарын ашағыҙ. 10 Ә йөҙгөстәре һәм тәңкәләре булмағандарын ашамағыҙ, улар һеҙҙең өсөн хәрәм. 11 Хәләл булған бөтә ҡоштарҙы ашағыҙ. 12 Тик уларҙан һеҙгә ашамай торғандары: бөркөт, таҙғара һәм диңгеҙ бөркөтө, 13 төйлөгән, ыласындың бөтә төрҙәре, 14 ҡоҙғондоң бөтә төрҙәре. 15 Дөйәғош һәм ябалаҡ, аҡсарлаҡ һәм ҡарсығаның бөтә төрҙәре. 16 Бәләкәй ябалаҡ, өкө, ибис, 17 берғаҙан, сип, диңгеҙ ҡоҙғоно, 18 ҡауҙы, селәндең бөтә төрҙәре, һөҙһөт һәм ваҡ ярғанат – уларҙы ашарға ярамай һеҙгә. 19 Бөтә ҡанатлы бөжәктәр һеҙҙең өсөн хәрәм, уларҙы ашамағыҙ. 20 Һәр төрлө хәләл ҡошто ашағыҙ. 21 Үҙ үлеме менән үлгән хайуанды ашамағыҙ, сөнки һеҙ – Аллағыҙ Раббының изге халҡы. Уны арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәргә бирә йәиһә сит ҡәүем кешеләренә һата алаһығыҙ. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермәгеҙ. Ғөшөр тураһында ҡанун 22 Баҫыуығыҙҙа өлгөргән уңыштың ундан бер өлөшөн йыл һайын айырып ҡуйығыҙ. 23 Ашлығығыҙҙың, яңы шарабығыҙҙың, зәйтүн майығыҙҙың ундан бер өлөшөн, һыйырҙарығыҙҙың тәүге быҙауын, һарыҡтарығыҙҙың тәүге бәрәсен Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында, Уның хозурында ашағыҙ. Быны һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббынан ҡурҡып, Уны хөрмәтләргә өйрәнеү өсөн эшләгеҙ. 24 Әгәр Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урын алыҫ һәм юлы оҙон булып, Аллағыҙ Раббының фатихаһы менән өлгөргән уңышығыҙҙың ундан бер өлөшөн унда алып барырға мөмкинлегегеҙ булмаһа, 25 уларҙы көмөшкә әйләндерегеҙ һәм, көмөштө алып, Аллағыҙ Раббы һайлаған ергә килегеҙ. 26 Ошо көмөшкә йәнегеҙ теләгәндең бөтәһен дә: башмаҡ, һарыҡ, шарап, хәмер һатып алығыҙ ҙа уларҙы ғаиләгеҙ менән Аллағыҙ Раббы хозурында ашап-эсегеҙ, күңел асығыҙ. 27 Арағыҙҙа йәшәгән левиҙе лә ҡалдырмағыҙ, сөнки уларҙың һеҙҙеке кеүек өлөшө һәм биләмәһе юҡ. 28 Һәр өсөнсө йылдың аҙағында, шул йылғы уңыштың ундан бер өлөшөн алып, йәшәгән урынығыҙҙа һаҡлағыҙ. 29 Уларҙы һеҙҙеке кеүек өлөштәре һәм биләмәләре булмаған левиҙәр, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар килеп ашаһын һәм туйһын. Шулай эшләһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һәр эшегеҙгә фатихаһын бирер. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia