Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ҡанун 10 - Изге Яҙма


Ҡанундарҙың яңынан ҡабул ителеүе

1 Шул ваҡыт Раббы миңә: «Үҙеңә элеккеләренә оҡшатып ике таҡтаташ юнып ал да яныма тауға мен, – тип бойорҙо. – Ағастан һандыҡ та яһа.

2 Ә мин унда һин ярған таҡтаташтағы һүҙҙәрҙе тағы яҙырмын. Һуңынан уларҙы һандыҡҡа һалырһың».

3 Сәрүәр ағасынан һандыҡ эшләнем, таштан элеккеләренә оҡшатып ике таҡтаташ юнып алдым да, шуларҙы ҡулыма тотоп, тауға мендем.

4 Раббы тауҙа йыйын көнөндә ут эсенән һеҙгә белдергән ун бойороҡто таҡтаташтарға элекке кеүек яҙҙы ла миңә бирҙе.

5 Шунан һуң мин, кире боролоп, тауҙан төшөп киттем. Раббының бойороғо буйынса, таҡтаташтарҙы үҙем яһаған һандыҡҡа һалдым. Улар әле лә шунда ята.

6 Исраил халҡы Беероҫ-Бене-Яғаҡандан Мосераға йүнәлде. Һарун унда вафат булды һәм шунда ерләнде. Уның урынына ҡаһин булып улы Әлғазар ҡалды.

7 Исраилдар унан Гудгодаға, Гудгоданан Йотбаҫаға, мул һыулы урынға, йүнәлде.

8 Ошо ваҡытта Раббы Үҙенең Килешеү һандығын күтәреп йөрөтһөндәр, ҡаршыһында Үҙенә хеҙмәт итһендәр һәм Уның исеме менән фатиха бирһендәр өсөн Леви ырыуын айырып алды. Был әлеге көндә лә шулай дауам итә.

9 Шуға күрә левиҙәргә, башҡа ағай-энеләренән айырмалы рәүештә, биләмә һәм өлөш бирелмәне. Аллағыҙ Раббының уларға биргән һүҙе буйынса, уларҙың өлөшө – Раббы Үҙе.

10 – Элекке кеүек тауҙа мин ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн булдым, – тине Муса. – Был юлы ла Раббы мине тыңланы һәм һеҙҙе һәләк итмәй ҡалдырҙы.

11 Шунан миңә: «Тор, был халыҡты алып юлға сыҡ. Мин ант итеп ата-бабаларына бирергә вәғәҙә иткән ерҙе барып алһындар», – тине.


Раббының талаптары

12 – Шулай итеп, эй Исраил халҡы, Аллаң Раббы һинән нимә теләй? Бары шуны ғына: Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уның юлынан йөрө, Уны ярат, бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән Уға хеҙмәт ит,

13 Раббының бөгөн мин һеҙгә белдергән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен үтә. Шулай эшләһәгеҙ, һеҙгә игелек булыр.

14 Күк һәм күктәрҙең асманы ла, ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмәләр ҙә Аллағыҙ Раббыныҡы;

15 ләкин Раббы бары тик аталарығыҙҙы ғына яҡын күрҙе һәм яратты. Бөгөн күргәнегеҙсә, бар халыҡтар араһынан һеҙҙе, уларҙың тоҡомон, һайлап алды.

16 Шуға күрә йөрәктәрегеҙҙе сөннәтләгеҙ, башҡаса тиҫкәре булмағыҙ.

17 Сөнки Аллағыҙ Раббы – ул аллаларҙың Аллаһы, хакимдар Хакимы, бөйөк, ҡөҙрәтле һәм дәһшәтле Алла. Ул кемдең кем икәненә ҡарамай, ришүәт тә алмай.

18 Ул үкһеҙҙәрҙең һәм тол ҡатындарҙың хаҡын ҡайғырта, килмешәкте лә ярата, уға ризыҡ һәм кейем бирә.

19 Һеҙ ҙә килмешәктәрҙе яратығыҙ, сөнки һеҙ ҙә Мысырҙа килмешәк булдығыҙ.

20 Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, Уға һыйын һәм Уның исеме менән ант ит.

21 Ул – һинең даның, үҙ күҙҙәрең менән күргән бөйөк һәм дәһшәтле эштәрҙе һеҙҙең өсөн эшләгән Аллаң.

22 Ата-бабаларыңдан Мысырға етмеш кеше килгәйне. Ә хәҙер һеҙҙе Аллаң Раббы күктәге йондоҙҙар һымаҡ күбәйтте.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan