Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Йылъяҙма 9 - Изге Яҙма

1 Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы нәҫел исемлектәренә теркәлә, улар Исраил батшалары китабына индерелгән. Йәһүҙә халҡы Аллаға тоғро булмаған өсөн Бабилға һөрөлгән була.


Һөргөндән Йәрүсәлимгә ҡайтыусылар
( Нөх 11:3-19 )

2 Беренсе булып үҙ биләмәләренә, ҡалаларына ябай исраилдар, шулай уҡ ҡаһиндар, левиҙәр һәм ҡорам хеҙмәтселәре әйләнеп ҡайта.

3 Йәрүсәлимгә урынлашҡан ҡайһы бер йәһүҙи, бинйәмин, әфраим һәм менашшелар – түбәндәгеләр.

4 Йәһүҙә улы Пәрәс тоҡомонан: Бани улы Имри, Имри улы Ғомри, Ғомри улы Ғаммиһуд, Ғаммиһуд улы Ғуҫай;

5 Шела нәҫеленән: баш балаһы Ғасаяһ менән уның улдары;

6 Зерах улдарынан Йеғуил һәм уның ағай-энеһе – барлығы алты йөҙ туҡһан кеше.

7 Бинйәмин нәҫеленән: Һассенуаның улы Һодауъяһ, Һодауъяһтың улы Мешуллам, Мешулламдың улы Саллу;

8 шулай уҡ Йерохам улы Йивнеяһ, Ғуззиҙың улы, Михриҙең ейәне Эла, Шефатъяһтың улы Мешуллам. Мешуллам Реғуилдың ейәне, Йивнияһтың бүләре.

9 Уларҙың туған-тыумасаһы нәҫел шәжәрәләренә күрә туғыҙ йөҙ илле алты кеше. Был кешеләр барыһы ла үҙ ғаиләләренең башлығы була.

10 Ә ҡаһиндарҙан: Йедағъяһ, Йеһоярив, Яхин,

11 Алла йортонда мөдирлек иткән Ғазаръяһ Хилҡияһ улы, Хилҡияһ – Мешулламдың, Мешуллам – Садоҡтың, Садоҡ – Мерайоҫтың, Мерайоҫ Ахитувтың улы була.

12 Шулай уҡ Ғадаяһ, ул – Йерохамдың улы, Йерохам – Пашхурҙың улы, Пашхур – Малкияһтың улы; Мағсай Ғәдиил улы, Ғәдиил – Йәхзәрәнең улы, Йәхзәрә – Мешулламдың улы, Мешуллам – Мешиллемиҫтең улы, Мешиллемиҫ – Иммерҙең улы.

13 Йәнә уларҙың ағай-энеһе, нәҫел башлыҡтары – бер мең ете йөҙ алтмыш кеше – Алла йортонда хеҙмәт итер өсөн лайыҡлы кешеләр була.

14 Ә левиҙәрҙән: Шемағъяһ Хашшув улы, Хашшув – Ғазриҡамдың улы, Ғазриҡам – Хашавъяһтың улы – Мерари нәҫеленән.

15 Баҡбаҡҡар, Хәрәш, Галал, Миха улы Маттанъяһ, Миха – Зихриҙың, Зихри – Асафтың улы;

16 Ғовадъяһ Шемағъяһ улы, Шемағъяһ – Галалдың, Галал – Йедуҫундың улы; Нетофа ауылдарында йәшәгән Бәрәхъяһ Аса улы, Аса – Әлҡананың улы.

17 Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Ғаҡҡув, Талмон, Ахиман һәм уларҙың ағай-энеһе. Шаллум уларҙың башлығы була.

18 Был ҡапҡа һаҡсыларының нәҫелдәре Батша ҡапҡаһы төбөндә әле лә һаҡта тора. Уларҙың ата-бабалары левиҙәр тупламында һаҡсылар булған.

19 Ҡореҙың улы, Әвьясафтың ейәне, Ҡорахтың бүләһе булған Шаллум һәм уның ағай-энеһе, ҡорахтар, үҙҙәренең вазифаһы буйынса Осрашыу сатыры тупһаһын һаҡлай. Әүәл уларҙың ата-бабалары Раббы тупламына инә торған урынды һаҡлап торған булған.

20 Әүәл Пинхас Әлғазар улы улар өҫтөнән башлыҡ була һәм Раббы уны ҡурсалап йөрөтә.

21 Мешәләмьяһ улы Зәкәрьяһ Осрашыу сатырына ингән ерҙе ҡарауыллай.

22 Ҡапҡа һағына бөтәһе ике йөҙ ун ике кеше һайлап алынған була. Улар ауыл-ауыл булып нәҫел исемлектәренә ингән. Уларҙы был яуаплы хеҙмәткә Дауыт менән Шемуил әүлиә тәғәйенләгән.

23 Был кешеләр ҙә, уларҙың нәҫелдәре лә Раббы йорто ҡапҡаларын – Изге сатырҙың ишеген һаҡлай.

24 Ҡапҡа һаҡсылары дүрт яҡтан тора: көнсығышта, көнбайышта, төньяҡта, көньяҡта.

25 Уларҙың үҙҙәренең ауылдарындағы туғандары тәғәйен ваҡытта етешәр көнгә улар янына хеҙмәткә килеп йөрөй.

26 Левиҙәрҙән дүрт баш һаҡсы бик яуаплы вазифа башҡара, Раббы йорто бүлмәләрен һәм хазиналарын һаҡлай.

27 Алла йортон ҡарауыллау һәм иртәнсәк уның ишектәрен асыу уларға йөкмәтелгән булғанлыҡтан, улар төндө Алла йорто янында үткәрә.

28 Берәүҙәре Алла йортонда ғибәҙәт ҡылыу өсөн кәрәкле һауыт-һаба өсөн яуаплы була, улар һауыттарҙы һанап бирә һәм һанап ҡабул итә.

29 Икенселәренә йыһаздар, изге торлаҡтағы башҡа кәрәк-яраҡ, иң яҡшы он, шарап һәм зәйтүн майы, ладан һәм хуш еҫле матдәләр өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә.

30 Әммә хуш еҫле матдәләрҙән ыҫмала-майҙар әҙерләү менән ҡаһиндар нәҫеленә ҡарағандар шөғөлләнә.

31 Левиҙәрҙең береһе – Ҡорах нәҫеленән булған Шаллумдың баш балаһы Маттиҫъяһҡа таба икмәге бешереү йөкмәтелә.

32 Уларҙың ҡайһы бер ағай-энеһенә шәмбе һайын ҡуйыла торған изге икмәкте хәстәрләү йөкмәтелә.

33 Йырсы хеҙмәтендәге левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары ҡорамдағы бүлмәләрҙә йәшәй һәм, көнө-төнө үҙҙәренең төп вазифаларын башҡарғанға күрә, уларға башҡа төрлө эштәр ҡушылмай.

34 Былар нәҫел шәжәрәләренә күрә левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары була һәм Йәрүсәлимдә йәшәй.


Шаул батшаның шәжәрәһе
( 1 Йыл 8:29-38 )

35 Ғивғондың атаһы Йеғиил Ғивғонда йәшәй һәм ҡатынының исеме Мағаха була.

36 Йеғиилдың баш балаһы – Ғавдон, башҡалары – Сур, Ҡиш, Бәғел, Нер, Надав,

37 Гедор, Ахйо, Зәкәрьяһ һәм Миҡлоҫ.

38 Миҡлоҫ – Шимеамдың атаһы. Улар ағай-энеһе менән бергә ҡәрҙәштәре эргәһендә Йәрүсәлимдә йәшәй.

39 Нерҙың улы – Ҡиш, Ҡиштың улы – Шаул, Шаулдың улдары – Йонаҫан, Малкишуағ, Авинадав һәм Әшбәғел.

40 Йонаҫандың улы – Мерив-Бәғел, Мерив-Бәғелдең улы – Миха.

41 Миханың улдары: Пиҫон, Мәләх, Тахреағ һәм Ахаз.

42 Ахаздың Яғра исемле улы тыуа. Яғраның – Ғәләмәҫ, Ғазмауыҫ, Зимри, Зимриҙең Моса тигән улдары донъяға килә.

43 Моса – Бинғаның атаһы. Бинға – Рефаяһтың, Рефаяһ – Әлғасаның, Әлғаса – Аселдең атаһы.

44 Аселдең Ғазриҡам, Бохру, Исмәғил, Шеғаръяһ, Ғовадъяһ, Ханан исемле алты улы була. Былар – Аселдең улдары.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan