І Йылъяҙма 8 - Изге ЯҙмаБинйәминдең шәжәрәһе ( 1 Йыл 9:34-44 ) 1 Бинйәминдең баш балаһы – Белағ, икенсеһе – Ашбел, өсөнсөһө – Ахрах, 2 дүртенсеһе – Ноха, бишенсеһе Рафа исемле була. 3 Белағтың улдары: Аддар, Гера, Авиһуд, 4 Авишуағ, Нағаман, Ахоах, 5 Гера, Шефуфан һәм Хурам. 6-7 Эхудтың улдары, Гевағта йәшәгән һәм Манахаҫҡа һөрөлгән нәҫелдәрҙең башлыҡтары: Нағаман, Ахияһ һәм уларҙы күсергән Гера. Гера – Ғузза менән Ахихудтың атаһы. 8-9 Шахараим Моав ерендә йәшәгәндә ҡатындары Хушим менән Бағараны айырып ебәрә. Бынан һуң уның Ходеш исемле ҡатыны Йовавты, Сивъяны, Мешаны, Малкамды, 10 Йеғусты, Сахъяһты, Мирманы табып бирә. Уның был улдары нәҫел башлыҡтары булып китә. 11 Шахараимдың Хушим тапҡан Авитув менән Әлпәғәл исемле улдары ла була. 12 Әлпәғәлдең улдары: Ғевәр, Мишғам, Шемед – ул Оно менән Лод ҡалаларын һәм уның тирәһендәге ауылдарҙы төҙөй, 13 шулай уҡ Бериға һәм Шемағ. Был икәүһе Айялонда йәшәгән нәҫелдәрҙең башлығы була. Улар Ғаҫ халҡын ҡыуып ебәрә. 14 Ахйо, Шашаҡ, Йәремоҫ, 15 Зевадъяһ, Ғарад, Ғедәр, 16 Михаил, Йишпа һәм Йоха – Бериғаның улдары. 17 Зевадъяһ, Мешуллам, Хизҡи, Хәвәр, 18 Йишмерай, Йизлиа, Йовав – Әлпәғәлдең улдары. 19 Яҡим, Зихри, Завди, 20 Әлиғынай, Силлеҫай, Әлиил, 21 Ғадаяһ, Бераяһ һәм Шимраҫ – Шимғиҙең улдары. 22 Йишпан, Ғевәр, Әлиил, 23 Ғавдон, Зихри, Ханан, 24 Хананъяһ, Ғелам, Ғантоҫияһ, 25 Йифдеяһ һәм Пенуил – Шашаҡ улдары. 26 Шамшерай, Шехаръяһ, Ғаҫалъяһ, 27 Яғарешъяһ, Элияһ, Зихри – Йерохам улдары. 28 Шәжәрәләренән күренгәнсә, улар һәммәһе нәҫел башлыҡтары була. Йәрүсәлимдә йәшәйҙәр. Шаул батшаның нәҫеле ( 1 Йыл 9:35-44 ) 29 Ғивғондың атаһы Йеғиил Ғивғонда йәшәй һәм ҡатынының исеме Мағаха була. 30 Йеғиилдың баш балаһы – Ғавдон, башҡалары Сур, Ҡиш, Бәғел, Надав, 31 Гедор, Ахйо, Зәхәр 32 һәм Миҡлоҫ. Миҡлоҫ – Шимеаның атаһы. Улар ағай-энеһе менән бергә ҡәрҙәштәре эргәһендә Йәрүсәлимдә йәшәй. 33 Нерҙың улы – Ҡиш, Ҡиштың улы – Шаул, Шаулдың улдары – Йонаҫан, Малкишуағ, Авинадав һәм Әшбәғел. 34 Йонаҫандың улы – Мерив-Бәғел, Мерив-Бәғелдең улы – Миха. 35 Миханың улдары: Пиҫон, Мәләх, Тареағ һәм Ахаз. 36 Ахаздың Йеһоғадда исемле улы тыуа. Йеһоғадданың – Ғәләмәҫ, Ғазмауыҫ, Зимри, Зимриҙең Моса тигән улдары донъяға килә. 37 Моса – Бинғаның атаһы. Бинға – Рафаның, Рафа – Әлғасаның, Әлғаса – Аселдең атаһы. 38 Аселдең Ғазриҡам, Бохру, Исмәғил, Шеғаръяһ, Ғовадъяһ, Ханан исемле алты улы була. Былар бөтәһе лә – Аселдең улдары. 39 Уның ҡустыһы Ғешәктең баш балаһы – Улам, икенсеһе – Йеғуш, өсөнсөһө Әлифәләт исемле. 40 Улам улдары ҡаһарман яугирҙәр, мәргән уҡсылар була, уларҙың улдары һәм ейәндәре бик ишле булып, барлығы йөҙ илле йәнгә етә. Улар барыһы ла – бинйәминдәр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia