І Йылъяҙма 7 - Изге ЯҙмаИсасхар нәҫеле 1 Исасхарҙың улдары дүртәү: Толағ, Пуа, Яшув һәм Шимрон. 2 Толағтың улдары: Ғуззи, Рефаяһ, Йериил, Яхмай, Йивсам, Шемуил. Улар нәҫелдәрендә башлыҡ, ҡаһарман яугир була. Дауыт заманында Толағтың нәҫел шәжәрәләрендә яугир булып һаналғандар егерме ике мең алты йөҙгә етә. 3 Ғуззиҙың улы: Израхъяһ. Израхъяһтың улдары: Михаил, Ғовадъяһ, Йоил, Йишшияһ. Бишеһе лә нәҫел башлығы була. 4 Нәҫел шәжәрәләренә күрә һуғышҡа яраҡлы яугирҙәренең һаны утыҙ алты меңгә етә, сөнки уларҙың ҡатындары күп, улдары ишле була. 5 Ә Исасхарҙың барлыҡ нәҫелдәре араһында нәҫел исемлектәренә индерелгән ҡаһарман яугирҙәр һаны һикһән ете мең була. Бинйәмин нәҫеле 6 Бинйәминдең улдары өсәү: Белағ, Бәхәр һәм Йедиғаил. 7 Белағтың улдары: Әсбон, Ғуззи, Ғуззиил, Йеримоҫ һәм Ғири. Былар һәммәһе лә нәҫел башлыҡтары, ҡаһарман яугирҙәр. Нәҫел исемлектәрендә уларҙан егерме ике мең утыҙ дүрт кеше теркәлгән. 8 Бәхәрҙең улдары: Земира, Йоғаш, Әлиғәзәр, Әлйоғынай, Ғомри, Йәремоҫ, Авияһ, Ғанаҫоҫ һәм Ғәләмәҫ. 9 Уларҙың нәҫел исемлектәрендә, нәҫел башлыҡтарынан тыш, егерме мең ике йөҙ ҡаһарман яугир теркәлгән була. 10 Йедиғаилдың улы: Билһан. Билһандың улдары: Йеғуш, Бинйәмин, Эһуд, Кенағана, Зеҫан, Таршиш һәм Ахишахар. 11 Йедиғаилдың был балалары һәммәһе нәҫел башлыҡтары, ҡаһарман ирҙәр була. Уларҙың яу сабырлыҡ ун ете мең ике йөҙ кешеһе була. 12 Ғирҙың улдары – Шуппим менән Хуппим; Ахерҙың улы – Хушим. Нафтали нәҫеле 13 Нафталиҙың улдары: Яхсиил, Гуни, Йесәр, Шаллум, улар – Билһаның балалары. Менашше нәҫеле 14 Менашшеның бер улы Асриил, уны арамиҙарҙан алған йәриәһе табып бирә. Был йәриәһенән шулай уҡ Ғилғәдтең атаһы Махир ҙа донъяға килә. 15 Махир Хуппим менән Шуппимдың Мағаха исемле ҡыҙ ҡәрҙәшенә өйләнә. Икенсе улының исеме – Селофхад. Селофхадтан тик ҡыҙҙар тыуа. 16 Махирҙың ҡатыны Мағаха, ир бала табып, уға Переш тип исем ҡуша, ә уның ҡустыһын Шереш тип атай. Шерештың улдары – Улам менән Рәҡәм, 17 Уламдың Бедан исемле улы була. Менашше улы Махирҙан донъяға килгән Ғилғәдтең улдары бына шулар. 18 Махирҙың ҡыҙ ҡәрҙәше Һаммоләхәҫ Ишһодты, Авиғәзәрҙе, Махланы табып бирә. 19 Шемидағтың улдары: Ахйан, Шәхәм, Лиҡхи һәм Аниғам. Әфраим нәҫеле 20 Әфраимдың улы: Шуҫелах. Шуҫелахтың улы – Бәрәд, Бәрәдтең улы – Тахаҫ, Тахаҫтың улы – Әлғада, Әлғаданың улы – Тахаҫ, 21 Тахаҫтың улы – Завад, Завадтың улдары – Шуҫелах, Ғезәр һәм Әлғад. Ғезәр менән Әлғад был ерҙә йәшәгән Ғаҫ кешеләренең көтөүҙәрен урларға тип килгәндәрендә, тегеләр уларҙы үлтерә. 22 Аталары Әфраим бик оҙаҡ йәш түгә, туғандары килеп уны йыуатып йөрөй. 23 Бер аҙҙан Әфраим ҡатыны менән йоҡлай, ҡатыны, ауырға ҡалып, ир бала табып бирә. Өйөндә бәхетһеҙлек булғанға күрә, Әфраим улына исемде Бериға тип ҡуша. 24 Уның Шәара исемле ҡыҙы ла була. Шәара Түбәнге һәм Үрге Бейт-Хорон, Уззен-Шәара ҡалаларын төҙөтә. 25 Әфраимдың Рәфәх тигән улы була. Рәфәхтең – Рәшәф, Рәшәфтең – Телах, Телахтың – Тахан, 26 Тахандың – Лағдан, Лағдандың – Ғаммиһуд, Ғаммиһудтың – Әлишамағ, 27 Әлишамағтың Нун тигән улы була, Нундан Йушағ тыуа. 28 Улар биләгән ерҙәр һәм йәшәгән төбәктәр: Бейт-Ил менән уның эргәһендәге ауылдар, көнсығышта Нағаран, көнбайышта Гәзәр менән уның тирәһендәге ауылдар; Шәхәм менән уның эргәһендәге ауылдар, эргә-тирәһендәге ауылдар менән бергә Ғаййаға тиклемге ерҙәр. 29 Менашше ырыуы Бейт-Шеан, Тағанах, Мегиддо, Дор ҡалалары һәм улар тирәһендәге ауылдарҙа төйәкләнгән була. Был ҡалаларҙа Исраил улы Йософтоң нәҫеле көн итә. Ашер нәҫеле 30 Ашерҙың улдары: Имна, Ишуа, Ишуи һәм Бериға. Уның Сәрах тигән ҡыҙы ла була. 31 Бериғаның улдары: Хәвәр, Малкиил. Малкиил Бирзаиҫтың атаһы була. 32 Хәвәрҙең Яфлет, Шомер, Хоҫам тигән улдары, Шуға исемле ҡыҙы донъяға килә. 33 Яфлеттың улдары: Пасах, Бимһал һәм Ғашуаҫ. Былар – Яфлеттың улдары. 34 Шәмәрҙең улдары: Ахи, Роһага, Хубба һәм Арам. 35 Уның туғаны Һәләмдең улдары: Софах, Имна, Шелеш һәм Ғамал. 36 Софахтың улдары: Суах, Харнәфәр, Шуғал, Бери, Имра, 37 Бәсәр, Һод, Шамма, Шилша, Иҫран һәм Беера. 38 Йәҫәрҙең улдары: Йефунне, Писпа һәм Ара. 39 Ғулланың улдары: Арах, Ханниил, Рисъя. 40 Былар барыһы ла – Ашер нәҫелдәре, улар үҙ нәҫелдәренең башлыҡтары, һайланма кешеләр, ҡаһармандар, төп етәкселәр. Уларҙың нәҫел исемлектәрендә һуғышҡа яраҡлы егерме алты мең кеше иҫәпләнә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia