І Йылъяҙма 6 - Изге ЯҙмаЛеви нәҫеле ( Сығ 6:16-20 ; Ғөз 7:2-5 ) 1 Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари. 2 Ҡыһаҫтың улдары: Ғамрам, Исһар, Хеврон һәм Ғуззиил. 3 Ғамрамдың балалары: Һарун, Муса, Мирйәм. Һарундың улдары: Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамар. 4 Әлғазар – Пинхастың, Пинхас – Авишуағтың, 5 Авишуағ – Буккийҙың, Буккий – Ғуззиҙың, 6 Ғуззи – Зерахъяһтың, Зерахъяһ – Мерайоҫтың, 7 Мерайоҫ – Амаръяһтың, Амаръяһ – Ахитувтың, 8 Ахитув – Садоҡтың, Садоҡ – Ахимағастың, 9 Ахимағас – Ғазаръяһтың, Ғазаръяһ – Йоханандың атаһы; 10 Йоханан Йәрүсәлимдә Сөләймән төҙөгән ҡорамдың ҡаһины Ғазаръяһтың атаһы була. 11 Ғазаръяһ – Амаръяһтың, Амаръяһ – Ахитувтың, 12 Ахитув – Садоҡтың, Садоҡ – Шаллумдың, 13 Шаллум – Хилҡияһтың, Хилҡияһ – Ғазаръяһтың, 14 Ғазаръяһ – Сераяһтың, Сераяһ Йеһосадаҡтың атаһы була. 15 Раббы ихтыяры буйынса Навуходоносор Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим халҡын һөргөнгә ҡыуып алып киткәндә, әсирҙәр араһында Йеһосадаҡ та була. 16 Шулай итеп, Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари. 17 Гершон улдарының исемдәре: Ливни һәм Шимғи. 18 Ҡыһаҫтың улдары: Ғамрам, Исһар, Хеврон һәм Ғуззиил. 19 Мерари улдары: Махли һәм Муши. Бына нәҫел башлыҡтарының исемдәре буйынса Леви ырыуы нәҫелдәре. 20 Гершон тоҡомо: уның улы Ливни; Ливниҙең улы Яхаҫ, Яхаҫтың улы – Зимма, 21 Зимманың улы – Йоах; Йоахтың улы – Ғиддо, Ғиддоның улы – Зерах; Зерахтың улы – Йеаҫрай. 22 Ҡыһаҫ тоҡомо: уның улы Ғамминадав, Ғамминадавтың улы – Ҡорах, Ҡорахтың улы Ассир; 23 Ассирҙың улы – Әлҡана, Әлҡананың улы – Әвьясаф; Әвьясафтың улы – Ассир, 24 Ассирҙың улы – Тахаҫ; Тахаҫтың улы – Уриил, Уриилдың улы – Ғуззияһ, Ғуззияһтың улы – Шаул. 25 Әлҡананың улдары: Ғамасай менән Ахимоҫ. 26 Ахимоҫтың улы – Әлҡана; Әлҡананың улы – Софай, Софайҙың улы – Нахаҫ; 27 Нахаҫтың улы – Әлиав; Әлиавтың улы – Йерохам; Йерохамдың улы – Әлҡана. 28 Шемуилдың улдары: баш балаһы Йоил, икенсеһе Авияһ. 29 Мерари нәҫеле: уның улы – Махли, Махлиҙың улы – Ливни; Ливниҙең улы – Шимғи; Шимғиҙең улы – Ғузза; 30 Ғуззаның улы – Шимға, Шимғаның улы – Хаггияһ, Хаггияһың улы – Ғасаяһ. Ҡорам йырсылары 31 Килешеү һандығын ҡорамда урынлаштырғандан һуң, Дауыт батша, Раббы йортонда йырсы вазифаһын башҡарыр өсөн, түбәндәге кешеләрҙе тәғәйенләй. 32 Был хеҙмәтте улар ҡабул ителгән ҡағиҙәгә ярашлы мөҡәддәс торлаҡ булған Осрашыу сатыры янында башҡара һәм был Сөләймән Йәрүсәлимдә Раббы йортон төҙөткәнгә ҡәҙәр дауам итә. 33 Бына был хеҙмәтте улдары менән берлектә ошо кешеләр башҡара: Ҡыһаҫ нәҫеленән – Һеман йырсы, ул – Йоилдың улы, Йоил – Шемуилдың, 34 Шемуил – Әлҡананың, Әлҡана – Йерохамдың, Йерохам – Әлиилдең, Әлиил – Тоахтың, 35 Тоах – Суфтың, Суф – Әлҡананың, Әлҡана – Махаҫтың, Махаҫ – Ғамасайҙың, 36 Ғамасай – Әлҡананың, Әлҡана – Йоилдың, Йоил – Ғазаръяһтың, Ғазаръяһ – Сефанъяһтың, 37 Сефанъяһ – Тахаҫтың, Тахаҫ – Ассирҙың, Ассир – Әвьясафтың, Әвьясаф – Ҡорахтың, 38 Ҡорах – Исһарҙың, Исһар – Ҡыһаҫтың, Ҡыһаҫ – Левиҙең улы, Леви Исраилдың улы була. 39 Һемандың уң яғында туғаны Асаф тора. Асаф – Бәрәхъяһтың улы, Бәрәхъяһ – Шимғаның, 40 Шимға – Михаилдың, Михаил – Бәғәсеяһтың, Бәғәсеяһ – Малкияһтың, 41 Малкияһ – Әҫниҙең, Әҫни – Зерахтың, Зерах – Ғадаяһтың, 42 Ғадаяһ – Эҫандың, Эҫан – Зимманың, Зимма – Шимғиҙең, 43 Шимғи – Яхаҫтың, Яхаҫ – Гершондың, Гершон Левиҙең улы була. 44 Һемандың һул яғында Мерари нәҫеленән булған Эҫан тора. Эҫан Ҡишиҙың улы булып, Ҡиши – Ғавдиҙең, Ғавди – Маллухтың, 45 Маллух – Хашавъяһтың, Хашавъяһ – Амасъяһтың, Амасъяһ – Хилҡияһтың, 46 Хилҡияһ – Амсиҙың, Амси – Баниҙың, Бани – Шәмәрҙең, 47 Шәмәр – Махлиҙың, Махли – Мушиҙың, Муши – Мерариҙың, Мерари Левиҙең улы була. 48 Уларҙың туғандары левиҙәр Изге торлаҡ булған Алла йортондағы төрлө хеҙмәттәрҙе башҡарыуға тәғәйенләнә. 49 Һарун һәм уның нәҫеленә, Исраил халҡының гонаһтарын паклау өсөн, ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбандары яндырыу, хуш еҫле үләндәр төтәтеү, Иң мөҡәддәс урындағы бөтә хеҙмәтте башҡарыу йөкмәтелгән була. Бөтә нәмәне лә улар Алла ҡоло Муса бойорғанса эшләй. Һарун нәҫеле 50 Бына Һарундың нәҫеле: Һарундың улы – Әлғазар, Әлғазарҙың улы – Пинхас; Пинхастың улы – Авишуағ; 51 Авишуағтың улы – Буккий; Буккийҙың улы – Ғуззи; Ғуззиҙың улы – Зерахъяһ; 52 Зерахъяһтың улы – Мерайоҫ; Мерайоҫтың улы – Амаръяһ; Амаръяһтың улы – Ахитув; 53 Ахитувтың улы – Садоҡ; Садоҡтың улы – Ахимағас. Левиҙәр йәшәгән ҡалалар ( Иҫп 35:1-8 ; Йуш 21:1-42 ) 54 Бына левиҙәрҙең йәшәгән урындары һәм биләмәләренең сиктәре: Ҡыһаҫ нәҫеленән булған Һарун улдарына, йәрәбәгә төшкәненсә, 55 эргә-тирәһендәге көтөүлектәре менән Йәһүҙә ерендәге Хеврон бирелә. 56 Әммә ҡаланың баҫыуҙары менән ауылдары Йефунне улы Калевҡа тейә. 57 Һарун улдарына һыйыныу ҡалалары: Хеврон һәм көтөүлектәре менән Ливна, Яттир һәм Әштемоағ 58 Хилен, Девир, 59 Ғашан һәм көтөүлектәре менән бергә Бейт-Шәмәш бирелә. 60 Бынан тыш Бинйәмин ырыуы биләмәһенән уларға көтөүлектәре менән Гевағ, Ғәләмәҫ, Ғанаҫоҫ тапшырыла. Уларҙың ырыуына барлығы ун өс ҡала бирелә. 61 Ҡыһаҫ нәҫеленең ҡалғандарына Менашше ырыуының яртыһы өлөшөнән йәрәбәгә төшкән ун ҡала бирелә. 62 Гершон улдарына нәҫелдәренә күрә Исасхар, Ашер һәм Нафтали ырыуҙарынан һәм Башанда йәшәгән Менашше ырыуынан ун өс ҡала бирелә. 63 Мерари улдарына нәҫелдәренә күрә Рәүвән, Ғад һәм Зевулун ырыуҙарынан йәрәбә буйынса ун ике ҡала бирелә. 64 Бына шулай итеп, исраилдар левиҙәргә ҡалаларын һәм шул ҡалалар янындағы көтөүлектәрҙе бирә. 65 Юғарыла исемләп һанап кителгән ҡалалар левиҙәргә йәрәбә буйынса Йәһүҙә, Шимғон һәм Бинйәмин ырыуҙарының биләмәләренән бүлеп бирелә. 66 Ҡыһаҫ нәҫеленән булғандарҙың ҡайһы берәүҙәренә Әфраим ырыуына ҡараған ҡалалар бирелә. 67 Уларға һыйыныу ҡалаларынан Әфраим таулығындағы Шәхәм, йәнә Гәзәр, 68 Йоҡмеғам, Бейт-Хорон, 69 Айялон, Ғаҫ-Риммон – барыһы ла эргә-тирәһендәге көтөүлектәр менән; 70 Менашше ырыуының яртыһынан – Ғанер, Билғам, шулай уҡ икеһе лә көтөүлектәре менән бирелә. Был – Ҡыһаҫтың ҡалған нәҫелдәренә. 71 Гершон улдарына Менашше ырыуының яртыһына ҡараған нәҫелдәрҙән көтөүлектәре менән Башандағы Голан, Ғаштароҫ бирелә. 72 Исасхар ырыуынан – Ҡәдәште, Давраҫты, 73 Рамоҫты, Ғанемде – һәр ҡайһыһын көтөүлектәре менән; 74 Ашер ырыуынан – Машалды, Ғавдонды, 75 Хуҡоҡты, Реховты һәм уларҙың көтөүлектәрен; 76 Нафтали ырыуынан – Галилеялағы Ҡәдәште, Хаммонды, Ҡиръяҫаимды шулай уҡ һәр ҡайһыһын көтөүлектәре менән тапшыралар. 77 Ә Мерари нәҫеленә ҡараған башҡа левиҙәргә – Зевулун ырыуынан Риммонды, Таворҙы; 78 Рәүвән ырыуынан Иордандың аръяғында, Йерихо ҡаршыһында, Иордандан көнсығышта сүллектә урынлашҡан Бәсәрҙе, Яһасты, 79 Ҡедемоҫты, Мефағаҫты; 80 Ғад ырыуынан Ғилғәдтәге Рамоҫты, Маханаимды, 81 Хешбонды, Яғзерҙе – һәммәһен көтөүлектәре менән ҡуша бирәләр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia