Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Йылъяҙма 5 - Изге Яҙма


Рәүвән нәҫеле

1 Рәүвән Исраилдың баш балаһы була. Ләкин ул атаһының түшәген нәжесләгәнлектән, баш бала хоҡуғы Исраил улы Йософ нәҫеленә бирелә. Шуға күрә Рәүвән нәҫел исемлегендә лә баш бала булып яҙылмай.

2 Туғандары араһында Йәһүҙә иң көслөһө була, юлбашсы ла уның тоҡомонан сыға, әммә баш бала булыу хоҡуғы Йософҡа бирелә.

3 Исраилдың баш балаһы Рәүвәндең улдары: Ханох, Паллу, Хесрон һәм Карми.

4 Йоилдың нәҫеле: Шемағъяһ, уның улы Гог, Гогтың улы Шимғи,

5 Шимғиҙең улы Миха, Миханың улы Реаяһ, Реаяһтың улы Бәғел,

6 Бәғелдең улы Беера, Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр һөргөнгә алып киткәндә, ул рәүвәндәрҙең нәҫел башлығы булған була.

7 Нәҫел исемлектәрендә теркәлгәнсә, уның ағай-энеһе һәм ғаиләләре: иң өлкәне – Йеғиил, унан ҡала – Зәкәрьяһ,

8 киләһеһе – Белағ; Белағ – Ғазаздың, Ғазаз – Шемағтың, Шемағ Йоилдың улы була. Улар Ғароғерҙа, Невоға һәм Бәғел-Меғонға тиклемге ерҙәрҙә йәшәй.

9 Көнсығышта улар Евфрат йылғаһынан башланған сүллек алдына тиклемге ерҙәрҙә төйәкләнә. Ғилғәд ерендә уларҙың ҙур-ҙур көтөүҙәре йөрөй.

10 Шаул заманында улар һағриҙар менән һуғыша һәм уларҙы ҡырып бөтөрә, шунан, Ғилғәдтең көнсығышын тотош биләп, сатырҙарҙа йәшәй башлай.


Ғад нәҫеле

11 Ғад нәҫелдәре рәүвәндәр ҡаршыһында Башанда Салхаға тиклемге ерҙәрҙә йәшәй.

12 Йоил Башанда башлыҡ була, унан ҡала икенсе кеше – Шафам, уларҙан ҡала Яғнай менән Шафат була.

13 Уларҙың ағай-энеһе, һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән: Михаил, Мешуллам, Шевағ, Йорай, Яғаҡан, Зияғ һәм Ғевәр – йәмғеһе етәү.

14 Улар Авихаилдың улдары була. Авихаил үҙе – Хуриҙың улы, Хури – Яроахтың, Яроах – Ғилғәдтең улы, Ғилғәд – Михаилдың улы, Михаил – Йешишайҙың улы, Йешишай – Яхдоның улы, Яхдо – Буздың улы.

15 Гуниҙан тыуған Ғавдиилдың улы Ахи үҙ нәҫеленең башлығы була.

16 Ғадтар Ғилғәдта, Башанда һәм уның тирәһендәге ауылдарҙа, Шарон эргәһендәге бөтә көтөүлектәрҙе иң сигенә тиклем биләп йәшәй.

17 Улар барыһы ла Йәһүҙә батшаһы Йоҫам менән Исраил батшаһы Яровғам заманында нәҫел исемлектәренә теркәлгән була.

18 Рәүвән менән Ғад һәм Менашше ырыуының яртыһында ҡалҡан менән ҡылыс тотҡан, уҡтан атҡан һәм һуғыш һөнәрен белгән, яуға йөрөй торған ҡырҡ дүрт мең ете йөҙ алтмыш яугир ир була.

19 Улар һағриҙар, Йетур, Нафиш, Нодав менән һуғыша.

20 Алла ярҙамы менән һағриҙарҙы һәм улар менән булғандарҙың барыһын еңәләр. Исраилдар алыш барған мәлдә Аллаға мөрәжәғәт итә һәм Ул Үҙенә ышанғандарҙың ялбарыуын ишетә.

21 Улар һағриҙарҙың көтөүҙәрен – илле мең дөйәне, ике йөҙ илле мең баш ваҡ малды, ике мең баш ишәкте ҡулға төшөрә, йәнә йөҙ мең кешене әсиргә ала.

22 Бик күп дошман үлтерелә, сөнки был яу Алла ихтыяры менән була. Ғад нәҫеле, һөргөнгә ҡыуылғанға тиклем, һағриҙар ерендә ғүмер кисерә.


Менашше ырыуының яртыһы

23 Менашше ырыуының яртыһы Башандан Бәғел-Хермон һәм Сенирға, Хермон тауына тиклемге ерҙәрҙә йәшәй, улар бик ишле була.

24 Бына уларҙың нәҫел башлыҡтары – Ғефәр, Ишғи, Әлиил, Ғазриил, Йермеяһ, Һодауъяһ, Яхдиил. Былар һәммәһе лә ҡаһарман яугирҙәр, абруйлы ирҙәр, үҙ нәҫелдәренең башлыҡтары була.

25 Әммә улар ата-бабаларының Аллаһына хыянат итә, Алла уларҙың күҙ алдында һәләк иткән халыҡтарҙың илаһтарына табына башлай.

26 Шул сәбәпле Исраил Аллаһы Ашшур батшаһы Пулда (йәғни Тиглат-Пиләсәрҙә) уларға ҡаршы һуғыш ҡомары уята, ә ул рәүвәндәр менән ғадтарҙы, Менашше ырыуының яртыһын Халахҡа, Хаворға һәм Һараға, шулай уҡ Гозан йылғаһы буйҙарына һөргөнгә ҡыуа. Улар әле лә шунда көн итә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan