І Йылъяҙма 3 - Изге ЯҙмаДауыттың улдары ( 2 Бат 3:2-5 ; 5:13-16 ; 1 Йыл 14:4-7 ) 1 Дауыттың Хевронда тыуған улдары: баш балаһы Амнон – изреғилле Ахиноғамдан; икенсеһе Даниил – кармәлле Авигаилдән; 2 өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан, дүртенсеһе Адонияһ – Хаггиҫтан; 3 бишенсеһе Шефатъяһ – Авиталдан; алтынсыһы Иҫреғам – Ғәғлә исемле ҡатынынан. 4 Былар – Дауыттың Хевронда тыуған алты улы. Дауыт унда ете йыл да алты ай батшалыҡ итә, ә Йәрүсәлимдә утыҙ өс йыл батша була. 5 Дауыттың Йәрүсәлимдә тыуған улдары: Шимға, Шовав, Наҫан, Сөләймән. Был дүртәүҙе Ғаммиил ҡыҙы Баҫ-Шуағ табып бирә. 6 Тағы туғыҙ улы: Ивхар, Әлишамағ, Әлифәләт, 7 Ногаһ, Нәфәг, Яфияғ, 8 Әлишамағ, Әлъядағ һәм Әлифәләт. 9 Йәриәләренән тыуған улдарынан башҡа Дауыттың бөтә улдары ошо. Дауыттың Тамар исемле ҡыҙы ла була. Сөләймән батшаның нәҫеле 10 Сөләймәндең улы – Рехавғам. Рехавғамдың улы – Авияһ, Авияһтың улы – Аса, Асаның улы – Йеһошафат, 11 Йеһошафаттың улы – Йеһорам, Йеһорамдың улы – Ахазъяһ, Ахазъяһтың улы – Йоаш, 12 Йоаштың улы – Амасъяһ, Амасъяһтың улы – Ғазаръяһ, Ғазаръяһтың улы – Йоҫам, 13 Йоҫамдың улы – Ахаз, Ахаздың улы – Хизкияһ, Хизкияһтың улы – Менашше, 14 Менашшеның улы – Амон, Амондың улы – Йошияһ. 15 Йошияһтың баш балаһы – Йоханан, икенсе улы – Йеһояҡим, өсөнсөһө – Сидкияһ, дүртенсеһе – Шаллум. 16 Йеһояҡимдың улдары: Йехонъяһ, Сидкияһ. 17-18 Йехонъяһтың улдары: Асир, Малкирам, Педаяһ, Шенассар, Йеҡамъяһ, Һошамағ һәм Недавъяһ. Асирҙың Шеалтиил исемле улы була. 19 Педаяһтың улдары: Зеруббавел һәм Шимғи. Зеруббавелдың улдары: Мешуллам менән Хананъяһ, уларҙың Шеломиҫ исемле ҡыҙ туғаны була. 20 Быларҙан тыш Зеруббавелдың Хашува, Оһәл, Бәрәхъяһ, Хасадъяһ һәм Йушав-Хәсәд исемле тағы биш улы донъяға килә. 21 Хананъяһтың улдары: Пелатъяһ һәм Йешағъяһ; Йешағъяһтың улы Рефаяһ, Рефаяһтың – Арнан, Арнандың – Ғовадъяһ, Ғовадъяһтың – Шеханъяһ, 22 Шеханъяһтың Шемағъяһ исемле улы була. Шемағъяһтың алты улы тыуа, улар: Хаттуш, Йигал, Бариах, Неғаръяһ, Шафат. 23 Неғаръяһтың Әлйоғынай, Хизкияһ һәм Ғазриҡам исемле өс улы була. 24 Әлйоғынайҙың иһә улдары етәү була: Һодауъяһ, Әлйәшив, Пелаяһ, Ғаҡҡув, Йоханан, Делаяһ һәм Ғанани. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia