Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Йылъяҙма 29 - Изге Яҙма


Ҡорам төҙөлөшө өсөн иғәнәләр

1 Шунан Дауыт батша йыйылған бар халыҡҡа былай ти: – Раббы Үҙе һайлап алған улым Сөләймән әлегә йәш, тәжрибәһеҙ, ә эшләнәһе эш иҫ киткес бөйөк, сөнки был йорт – кеше өсөн түгел, ә Алла Раббы өсөн.

2 Мин, бар көсөмдө һалып, Алла йортона тейешле әйберҙәрҙе эшләр өсөн алтын, көмөш, баҡыр, тимер, ағас әҙерләнем. Оникс, тирәскә беркетмәле таштар, төҫлө таштар һәм һәр төрлө аҫыл таштар, бик күп мәрмәр әҙерләнем.

3 Тағы ла Аллам йортон яратҡанға күрә, Изге йортто төҙөү өсөн әҙерләгән әйберҙәргә өҫтәп, шәхси хазинамдан да алтын менән көмөш бирәм:

4 өс мең талант алтын – Офир алтыны, ете мең талант саф көмөш. Был алтын-көмөш йорттоң диуарҙарын эске яҡтан көпләү,

5 шулай уҡ оҫталарға алтын һәм көмөш әйберҙәр яһау өсөн тотонолор. Һеҙҙең арала ла бөгөн Раббы өсөн иғәнә тапшырырға ниәтләүселәр булырмы?

6 Нәҫел башлыҡтары, Исраил ырыуҙарының башлыҡтары, мең баштары, йөҙ баштары, батша хужалығында мөдирлек итеүселәр бүләктәр килтерә башлай.

7 Алла йорто төҙөлөшөнә биш мең талант алтын һәм ун мең драхма алтын, ун мең талант көмөш, ун һигеҙ мең талант баҡыр һәм йөҙ мең талант тимер йыйыла.

8 Кемдә ҡиммәтле таштар булһа, уларҙы Раббы йортоноң хазина ҡаҙнаһына бирәләр. Хазина өсөн Гершон нәҫеленән Йехиил яуаплы була.

9 Башлыҡтарының ихлас йөрәктән Раббыға тип бүләктәр килтереүенә халыҡ бик шатлана, Дауыт батша ла бик ныҡ ҡыуана.


Дауыттың Аллаға маҡтау яуҙырыуы

10 Дауыт бар йыйын алдында Раббыға шөкөр итеп былай ти: – Эй Раббы, атабыҙ Исраилдың Аллаһы, мәңге мөбәрәк бул!

11 Эй Раббыбыҙ, Бөйөклөк тә, ҡөҙрәт тә, шөһрәт тә, Еңеү ҙә, күркәмлек тә Һинеке! Күктәге лә, ерҙәге бар нәмә лә Һинеке! Батшалыҡ Һинеке, Раббы, Һин барыһынан да өҫтөн Хаким!

12 Байлыҡ та, дан да Һинән килә, Һин бар нәмә өҫтөнән хакимлыҡ итәһең, Һинең ҡулыңда – ҡөҙрәт үә ҡеүәт, Кемде теләйһең, шуны бөйөк һәм мөһабәт итеү – Һинең ихтыярыңда.

13 Эй Аллабыҙ беҙҙең, Беҙ Һиңә шөкөр итәбеҙ, Һинең шанлы исемеңде данлайбыҙ.

14 Мин кем дә минең халҡым кем? Шундай бүләктәр иғәнә итергә беҙҙең үҙебеҙҙең мөмкинлегебеҙ булыр инеме? Бөтә нәмә Һинән килә, Һинең ҡулыңдан алғанды беҙ Һиңә кире килтерҙек.

15 Беҙ Һинең алдыңда атайҙарыбыҙ кеүек ергә ваҡытлыса килгән мосафирҙар һәм килмешәктәр генә. Ерҙәге ғүмеребеҙ ҙә бер күләгә кеүек ҡыҫҡа ғына, шунан артығына өмөтөбөҙ ҙә юҡ.

16 Эй Аллабыҙ Раббы, бөтә был муллыҡты Һиңә, Һинең изге исемеңә йорт төҙөр өсөн әҙерләнек, бының барыһы ла Һинең ҡулыңдан килгән, барыһы ла Һинеке.

17 Беләм, Аллам, һин йөрәктәрҙе һынайһың һәм ихласлыҡты яратаһың; мин быларҙың бөтәһен дә ихлас күңелдән тапшырҙым. Бына бөгөн күрәм, бында йыйылған халҡың да Һиңә шатланып бүләктәр килтерә.

18 Эй Раббым, аталарыбыҙ Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Исраилдың Аллаһы! Халҡыңдың күңелендәге был теләктәрҙе һәм фекерҙәрҙе мәңге һаҡла, уларҙың йөрәген Үҙеңә йүнәлт.

19 Улым Сөләймәнгә Һинең бойороҡ, күрһәтмә һәм ҡағиҙәләреңде теүәл үтәрлек тоғро йөрәк бир. Уға мин әҙерләп ҡуйғандарҙан ҡорам төҙөргә насип ит.

20 Бынан һуң Дауыт йыйылған бар халыҡҡа былай ти: – Аллабыҙ Раббыға шөкөр ҡылығыҙ. Бар йыйын аталарының Аллаһы Раббыға шөкөр итә, маҡтауҙар яуҙыра, Уға сәждә ҡыла һәм батшаға баш эйә.


Сөләймәндең батша булыуы

21 Иртәгәһенә халыҡ Раббыға ҡорбандар килтерә. Мең үгеҙ башмаҡ, мең һарыҡ тәкәһе, мең һарыҡ бәрәсе салып, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерәләр. Тейешенсә түкмә ҡорбан һәм башҡа бик күп ҡорбандар килтерелә.

22 Был көн Раббы хозурында ҙур шатлыҡ менән ашап-эсәләр. Дауыт улы Сөләймәнде тағы бер тапҡыр батша тип иғлан итәләр. Раббы алдында Сөләймән менән Садоҡтың башына зәйтүн майы һөртөп, Сөләймәнде юғары хаким итеп, ә Садоҡты ҡаһин итеп мәсехләйҙәр.

23 Сөләймән Дауыт урынына Раббы тәхетенә ултырып, атаһы Дауыт урынына батша була. Ул ҙур уңыштарға ирешә, бар Исраил уға буйһона.

24 Бар башлыҡтар һәм ғәйрәтле яугирҙәр, Дауыттың бөтә улдары Сөләймән батшаға баш һала.

25 Раббы Сөләймәнде бөтөн Исраил алдында ҙурлай һәм әлегә тиклем Исраилда бер батшаға ла күрһәтелмәгән дәрәжәлә дан-шөһрәт менән бүләкләй.


Дауыттың вафаты
( 3 Бат 2:10-12 )

26 Ишай улы Дауыт бар Исраил өҫтөнән батшалыҡ итә.

27 Ул ете йыл Хевронда, утыҙ өс йыл Йәрүсәлимдә идара итә һәм Исраил халҡына йәмғеһе ҡырҡ йыл батша була.

28 Ул тормоштан, байлыҡ һәм дандан туйғансы кинәнеп йәшәй, ҡәнәғәт ҡартлыҡта мәрхүм була. Урынына улы Сөләймән тәхеткә ултыра.

29 Дауыт батшаның барлыҡ эш-ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Шемуил әүлиәнең һәм Наҫан пәйғәмбәрҙең, шулай уҡ Ғад әүлиәнең яҙмаларында тасуирлана:

30 уның батшалыҡ итеүе, күрһәткән ҡаһарманлыҡтары, уға ҡағылышлы ваҡиғалар һәм Исраил менән, шулай уҡ ерҙәге бөтә батшалыҡтар менән булған хәлдәр барыһы ла һүрәтләнә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan