І Йылъяҙма 26 - Изге ЯҙмаҠапҡа һаҡсылары 1 Ҡапҡа һаҡсылары түбәндәгесә бүленә. Ҡорахтарҙан – Асаф улы Ҡоренан тыуған Мешәләмъяһ. 2 Мешәләмъяһ улдары: баш балаһы – Зәкәрьяһ, икенсеһе – Йедиғаил, өсөнсөһө – Зевадъяһ, дүртенсеһе – Яҫниил, 3 бишенсеһе – Ғелам, алтынсыһы – Йеһоханан, етенсеһе – Әлйеһоғынай. 4 Ғовед-Эдомдың улдары: баш балаһы – Шемағъяһ, икенсеһе – Йеһозавад, өсөнсөһө – Йоах, дүртенсеһе – Сахар, бишенсеһе – Неҫанил, 5 алтынсыһы – Ғаммиил, етенсеһе – Исасхар, һигеҙенсеһе – Пеғуллеҫай. Раббы уға шулай итеп фатихаһын бирә. 6 Уның улы Шемағъяһтан да үҙ нәҫелендә башлыҡ булған улдар тыуа, сөнки улар ҡаһарман яугирҙәр була. 7 Шемағъяһтың улдары: Ғоҫни, Рефаил, Ғовед, Әлзавад, ағай-энеләре Әлиһу менән Семахъяһ та булдыҡлы кешеләр була. 8 Улар бөтәһе лә – Ғовед-Эдом нәҫеленән. Улдары, ағай-энеләре менән бергә хеҙмәттә тырыш һәм булдыҡлы кешеләр һаны Ғовед-Эдом нәҫелендә алтмыш ике була. 9 Мешәләмъяһтың улдары һәм ағай-энеһенән булдыҡлы кешеләр ун һигеҙ була. 10 Мерари нәҫеленән Хосаның улдары: иң өлкәне Шимри, ул баш бала булмаһа ла, атаһы уны баш итеп ҡуя; 11 икенсеһе – Хилҡияһ, өсөнсөһө – Тевалъяһ, дүртенсеһе – Зәкәрьяһ; Хосаның барлығы ун өс улы һәм ағай-энеһе була. 12 Был ҡапҡа һаҡсылары төркөмдәренең – башлыҡтары кем булыуына ҡарап – ағай-энеләре кеүек үк Раббы ҡорамындағы хеҙмәттәрендә үҙҙәренең вазифалары була. 13 Хеҙмәт башҡарыу өсөн олоһо-кесеһе тиң булып, һәр ҡапҡаны йәрәбә һалып бүлешәләр. 14 Көнсығыш ҡапҡаға йәрәбә Шәләмъяһҡа сыға. Уның улы, аҡыллы кәңәштәре менән билдәле Зәкәрьяһ, йәрәбәгә Төньяҡ ҡапҡаны ҡабул итә. 15 Ғовед-Эдомға – Көньяҡ ҡапҡа, ә уның улдарына келәттәрҙе һаҡлау эләгә. 16 Шуппим менән Хосаға Көнбайыш ҡапҡаһы һәм Шаллехеҫ ҡапҡаһы төшә, унда юл үрләп китә. Ҡарауыл төркөмдәре бер-береһенең ҡаршыһында була: 17 көнсығыштан – алтышар леви, төньяҡтан – дүртәр, көньяҡтан – дүртәр, ә келәттәр эргәһенән икешәр леви көн һайын һаҡ хеҙмәтендә тора. 18 Көнбайыш ихатала юл буйында дүртәр, ә ихатала иһә икешәр кеше һаҡта тора. 19 Ҡорах һәм Мерари нәҫелдәренән ҡапҡа һаҡсылары бына ошолай бүленә. Хазиналарҙы һаҡлаусылар һәм башҡа хеҙмәтселәр 20 Уларҙың леви ҡәрҙәштәре иһә Алла йортондағы хазиналарҙы һәм изге әйберҙәр ҡаҙнаһын ҡарауыллай. 21 Гершон нәҫеленән булған Лағдандың тоҡомонан Лағдандың ғаилә башлыҡтарының береһе Йехиили. 22 Йехиили улдары: Зеҫам менән Йоил. Уларға Раббы йортоноң хазиналарын һаҡлау ышанып тапшырыла. 23 Ғамрам, Исһар, Хеврон, Ғуззиил нәҫелдәре: 24 Муса улы Гершомдың тоҡомонан Шевуил хазиналар ҡаҙнаһының баш яуаплыһы була. 25 Уның Әлиғәзәр яғынан туғандары – Әлиғәзәрҙең улы Рехавъяһ, Рехавъяһтың – Йешағъяһ, Йешағъяһтың – Йорам, Йорамдың – Зихри, Зихриҙың Шеломиҫ тигән улы була. 26 Ошо Шеломиҫ һәм уның ағай-энеһе Раббыға бағышланған изге әйберҙәр һаҡлағысы өсөн яуаплы була. Был һаҡлағыста Дауыт батша, ғаилә башлыҡтары, мең баштары, йөҙ баштары, ғәскәр башлыҡтары Раббыға бағышлаған бүләктәр һаҡлана. 27 Һуғыштарҙа яулап алынған яумалдың бер өлөшөн улар Раббы йортон тотоуға бағышлап тапшырыр була. 28 Шемуил әүлиә, Ҡиш улы Шаул, Нер улы Авнер, Серуяһ улы Йоав бағышлағандың барыһы, бағышлаған бүләктәрҙең һәммәһе Шеломиҫ менән уның туғандарының ҡулы аҫтында була. 29 Исһар нәҫеленән Кенанъяһ һәм уның улдары Раббы йорто менән бәйләнмәгән хеҙмәткә тәғәйенләнә. Улар Исраилда мөдир һәм хөкөмдар вазифаһын башҡара. 30 Хеврон нәҫеленән: Хашавъяһ һәм уның ағай-энеһе, бер мең ете йөҙ ғәйрәтле ир, Исраилдың Иордан йылғаһының көнбайыш яғындағы биләмәләре өҫтөнән күҙәтселек итә, Раббыға хеҙмәт күрһәтеү һәм батшаның эштәре өсөн яуаплы була. 31 Хеврондарҙың башлығы Йерияһ була. Дауыттың батшалыҡ итеүенең ҡырҡынсы йылында хеврондарҙың нәҫел шәжәрәләре тикшерелә һәм Ғилғәд Яғзерендә уларҙың ҡаһарман яугирҙәре табыла. 32 Йерияһтың ағай-энеһе, ике мең ете йөҙ ғәйрәтле ир, ғаилә башлыҡтары була. Уларҙы Дауыт батша Рәүвән һәм Ғад ырыуы, Менашше ырыуының яртыһы өҫтөнән Алла эштәре буйынса ла, батша эштәре буйынса ла баш итеп ҡуя. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia