Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Йылъяҙма 24 - Изге Яҙма


Ҡаһиндарҙың вазифаһы

1 Һарун нәҫеле түбәндәгесә бүленә. Һарун улдары: Надав, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар.

2 Надав менән Авиһу аталарынан алда донъя ҡуя, улдары булмай, шунлыҡтан ҡаһинлыҡты Әлғазар менән Иҫамар алып бара.

3 Дауыт Әлғазар нәҫеленән Садоҡ һәм Иҫамар нәҫеленән Ахимәләх ярҙамында Һарун нәҫелен вазифаларына күрә төркөмдәргә бүлә.

4 Әммә, Әлғазар улдары араһында нәҫел башлыҡтары Иҫамар улдары араһындағыға ҡарағанда күберәк булған өсөн, Әлғазар нәҫеле – ун алты, ә Иҫамар улдары – һигеҙ төркөмгә бүленә.

5 Улар бөтәһе лә бер төрлө, йәрәбә буйынса бүленә, сөнки Әлғазар нәҫелендә лә, Иҫамар нәҫелендә лә Изге торлаҡтағы башлыҡтар һәм Алла тәғәйенләгән башлыҡтар була.

6 Уларҙы батшаның, түрәләрҙең һәм ҡаһин Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Ахимәләхтең, ҡаһин һәм Леви ырыуы башлыҡтарының күҙе алдында левиҙәрҙән булған кәтип Неҫанил улы Шемағъяһ теркәй бара: бер ғаиләне – Әлғазар нәҫеленән, икенсеһен Иҫамар нәҫеленән алалар.

7 Беренсе йәрәбә – Йеһояривҡа, икенсеһе – Йедағъяһҡа,

8 өсөнсөһө – Харимға, дүртенсеһе – Сеғоримға,

9 бишенсеһе – Малкияһҡа, алтынсыһы – Миямингә,

10 етенсеһе – Һаҡҡосҡа, һигеҙенсеһе – Авияһҡа,

11 туғыҙынсыһы – Йешуағҡа, унынсыһы – Шеханъяһҡа,

12 ун беренсеһе – Әлйәшивкә, ун икенсеһе – Яҡимға,

13 ун өсөнсөһө – Хуппаға, ун дүртенсеһе – Йәшәвавҡа,

14 ун бишенсеһе – Билгаға, ун алтынсыһы – Иммергә,

15 ун етенсеһе – Хезиргә, ун һигеҙенсеһе – Һапписсесҡа,

16 ун туғыҙынсыһы – Пеҫахъяһҡа, егерменсеһе – Йехезҡилға,

17 егерме беренсеһе – Яхинға, егерме икенсеһе – Гамулға,

18 егерме өсөнсөһө – Делаяһҡа, егерме дүртенсе Мағазъяһҡа төшә.

19 Исраил Аллаһы Раббы бойорғанса, бабалары Һарун биргән күрһәтмәләргә ярашлы, Раббы йортона хеҙмәткә килеү тәртибе ошолай була.

20 Левиҙең ҡалған вариҫтары түбәндәгеләр. Ғамрам улдарынан: Шуваил; Шуваил улдарынан: Йәхдейәһ.

21 Рехавъяһтан: Рехавъяһ улдарынан Йишшияһ беренсе була.

22 Исһарҙан: Шеломоҫ; Шеломоҫ улдарынан: Яхаҫ.

23 Хеврон улдары: беренсе – Йерияһ, икенсе – Амаръяһ, өсөнсө – Яхазиил, дүртенсе – Йеҡамғам.

24 Ғуззиил улы: Миха; Миха улдарынан: Шамир.

25 Миханың туғаны Йишшияһ; Йишшияһ улдарынан: Зәкәрьяһ.

26 Мерари улдары: Махли менән Муши – улар Мерари улы Яғазияһтың улдары.

27 Мерари тоҡомонан Яғазияһтың башҡа улдары: Шоһам, Заккур һәм Ғиври.

28 Махлиҙыҡы – Әлғазар; уның улдары булмай.

29 Ҡиштан: Ҡиш улы – Йерахмеил.

30 Муши тоҡомо – Махли, Ғедәр, Йеримоҫ. Былар – ғаиләләре буйынса һаналған левиҙәр.

31 Һарун нәҫеленән булған ағай-энеләре кеүек Дауыт батша, Садоҡ, Ахимәләх, ҡаһин һәм Леви нәҫелдәре башлыҡтары алдында эре нәҫелдәр менән вағыраҡ нәҫелдәр типә-тиң тороп йәрәбә һалыша.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan