І Йылъяҙма 23 - Изге ЯҙмаЛевиҙәрҙең вазифаһы 1 Йәшәрен йәшәп, олоғайып киткән Дауыт Исраил батшаһы итеп улы Сөләймәнде ҡуя. 2 Шунан Исраилдың бар башлыҡтарын, ҡаһиндарын, левиҙәрҙе йыя. 3 Утыҙ йәше тулып уҙған барлыҡ левиҙәрҙең иҫәбен алалар. Улар йәмғеһе утыҙ һигеҙ мең кеше булып сыға. 4 Шуларҙың егерме дүрт меңе – Раббы йортонда хеҙмәттә, алты меңе – идара итергә һәм хөкөм сығарырға, 5 дүрт меңе – ҡапҡа һаҡларға һәм тағы дүрт меңе, Дауыт эшләп биргән уйын ҡоралдарында уйнап, Раббыға дан йырларға тейеш. 6 Дауыт уларҙы Леви улдарынан Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари нәҫелдәре буйынса төркөмдәргә бүлә. 7 Гершондың ике улы – Лағдан менән Шимғи. 8 Лағдандың өс улы: беренсеһе Йехиил, йәнә Зеҫам менән Йоил. 9 Шимғиҙең өс улы: Шеломиҫ, Хазиел һәм Һаран. Улар – Лағдан тоҡомоноң нәҫел башлыҡтары. 10 Шимғиҙең Яхаҫ, Зиза, Йеғуш һәм Бериға тигән тағы дүрт улы була. 11 Яхаҫ – баш балаһы, Зиза – икенсеһе. Йеғуш менән Бериғаның балалары аҙ булғанлыҡтан, улар бер ғаилә булып һанала. 12 Ҡыһаҫтың дүрт улы: Ғамрам, Исһар, Хеврон, Ғуззиил. 13 Ғамрам улдары: Һарун менән Муса. Һарун һәм уның тоҡомо, иң изге әйберҙәрҙе изгеләндереү өсөн, мәңгелеккә айырып алына. Уға һәм уның улдарына Раббы алдында төтәтеү башҡарыу, ғүмер буйы Раббыға хеҙмәт итеү һәм Уның исеменән фатиха биреү бурысы һалына. 14 Алла бәндәһе Мусаға килгәндә, уның улдары Леви ырыуының бер өлөшө булып һанала. 15 Мусаның улдары: Гершом һәм Әлиғәзәр. 16 Гершомдың баш балаһы Шевуил исемле була. 17 Әлиғәзәрҙең берҙән-бер улы – Рехавъяһ. Әлиғәзәрҙең башҡа улдары булмай, Рехавъяһтың иһә улдары бик күп була. 18 Исһарҙың улдары: баш балаһы – Шеломиҫ. 19 Хеврондың улдары: беренсеһе – Йерияһ, икенсеһе – Амаръяһ, өсөнсөһө – Яхазиил, дүртенсе – Йеҡамғам. 20 Ғуззиилдың улдары: беренсеһе – Миха һәм икенсеһе – Йишшияһ. 21 Мерари улдары: Махли менән Муши. Махлиҙың улдары: Әлғазар һәм Ҡиш. 22 Әлғазар вафат була, уның улдары булмай, тик ҡыҙҙар ғына тыуа. Уның ҡыҙҙарын ике туған ағай-энеләре – Ҡиш улдары ала. 23 Мушиҙың өс улы: Махли, Ғедәр һәм Йәремоҫ. 24 Исемдәре ғаиләләре буйынса нәҫел яҙмаларына теркәлеп, йәше егерменән уҙған һәм Раббы йортонда хеҙмәт иткән Леви ырыуының нәҫел башлыҡтары бына ошолар. 25 Дауыт былай тип әйткән була: «Исраил Аллаһы Раббы, Үҙенең халҡына именлек биреп, мәңгегә Йәрүсәлимдә төйәкләнде. 26 Шул сәбәптән левиҙәргә изге сатырҙы һәм ундағы хеҙмәт өсөн кәрәк булған әйберҙәрҙе күтәреп йөрөүҙең кәрәге юҡ». 27 Дауыттың һуңғы бойороғо буйынса, егерме йәше тулып уҙған левиҙәр иҫәпкә алына. 28 Уларҙың вазифаһы Раббы йортондағы хеҙмәттә Һарун нәҫеленә ярҙам итеү була: ихаталарҙы һәм бүлмәләрҙе тәртиптә тотоу, изге әйберҙәрҙең таҙалығын хәстәрләү һәм Алла йортондағы башҡа эштәрҙе башҡарыу, 29 изге икмәктәр һәм икмәк саҙаҡаһы өсөн килтерелгән бойҙай оно, сөсө икмәктәр, бешерелгән һәм майға буталған ризыҡтар өсөн яуаплы булып, уларҙың бөтәһенең күләме һәм ауырлығын күҙәтеү. 30 Һәр көн иртән һәм кис улар Раббыға шөкөр ҡылырға һәм Уға дан йырларға тейеш була. 31 Шәмбеләрҙә, Яңы ай байрамдарында һәм Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтергәндә, шулай уҡ һәр иртә һәм кис Раббыға рәхмәттәр уҡырға, дан йырларға, Раббы хозурында һәр саҡ ҡағиҙәгә ярашлы билдәле бер һанда хеҙмәт итергә тейеш була. 32 Шулай итеп, улар Осрашыу сатыры һәм изге урын өсөн яуаплы була, шулай уҡ ҡәрҙәштәре – Һарун нәҫелдәренә Раббы йортонда хеҙмәт иткәндә ярҙамлаша. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia