І Йылъяҙма 22 - Изге ЯҙмаДауыттың ҡорам төҙөргә әҙерләнеүе 1 – Бында Раббы Алланың йорто менән Исраилдың тотош яндырыу усағы булыр, – ти Дауыт. 2 Дауыт Исраил еренә килеп төпләнгән сит ҡәүем кешеләрен йыйырға бойора һәм улар араһынан таш ҡырҡыусыларҙы Алла йортон төҙөр өсөн юнылған таш әҙерләргә ҡуя. 3 Дауыт ишек-ҡапҡаларға, элгес-күгәндәргә ҡаҙау ҡойор өсөн бик күп тимер, үлсәп бөткөһөҙ күләмдә баҡыр әҙерләй. 4 Кедр ағасы бихисап була, сөнки сидондар менән тирҙар Дауытҡа бик күп кедр ағасы ташый. 5 – Улым Сөләймән әлегә йәш һәм тәжрибәһеҙ, ә Раббыға төҙөләһе йорт бик мөһабәт, даны бөтә донъяға таралырлыҡ затлы-зиннәтле булырға тейеш, шуға күрә мин уға бөтә кәрәк-яраҡты әҙерләйем, – ти Дауыт. Шулай итеп, Дауыт вафатына тиклем бик күп нәмә хәстәрләй. 6 Дауыт улы Сөләймәнде эргәһенә саҡырып ала ла уға Исраил Аллаһы Раббыға йорт төҙөргә васыят әйтә. 7 – Улым! – ти Дауыт Сөләймәнгә. – Мин Раббы Аллам хөрмәтенә йорт һалырға ниәтләгәйнем. 8 Әммә миңә Раббы һүҙе булды: «Һин бик күп ҡан ҡойҙоң, ҙур һуғыштар алып барҙың. Ер йөҙөндә Минең алдымда бик күп ҡан ҡойғанға күрә, һин Минең исемем өсөн йортто төҙөргә тейеш түгелһең. 9 Бына һинең улың тыуыр: ул тыныслыҡ кешеһе булыр. Мин уны уратып алған бөтә дошмандарынан тыныслыҡ бирермен, шуға күрә уның исеме Сөләймән булыр. Уның осоронда Исраилға тыныслыҡ һәм именлек бирермен. 10 Минең исемемә бағышланған йортто ул төҙөр. Ул Миңә – улым, ә Мин уға Атай булырмын, Исраил өҫтөндә уның батшалыҡ тәхетен мәңгелеккә нығытырмын», – тине. 11 Бына хәҙер, улым, Раббы һинең менән булһын! Эштәрең уңыш ҡаҙанһын, Ул әйткәнсә, һиңә Раббың Аллаға йорт төҙөргә насип итһен. 12 Һине Исраил өҫтөнән ҡуйғас, Аллаң Раббының ҡанунын үтәр өсөн һиңә зиһен һәм аҡыл бирә күрһен. 13 Раббының Муса аша Исраилға биргән ҡағиҙә һәм ҡарар-ҡанундарын еренә еткереп үтәһәң, бар эшең уң булыр. Ныҡ бул, ҡыйыу бул, ҡурҡма, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмә! 14 Бына мин, ҙур тырышлыҡ һалып, Раббы йорто өсөн йөҙ мең талант алтын һәм миллион талант көмөш, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күләмдә баҡыр менән тимер әҙерләнем. Ағас-таш та әҙерләнем. Ә һин быларға тағы ла өҫтә. 15 Һинең эшселәрең бик күп, таш ҡырҡыусылар ҙа, ташсылар ҙа, балта оҫталары ла, башҡа оҫталар ҙа етерлек. 16 Алтын, көмөш, баҡыр, тимерҙең иҫәбе-һаны юҡ, башла, эшлә. Раббы һинең менән булһын. 17 Дауыт барлыҡ Исраил башлыҡтарына улы Сөләймәнгә ярҙамлашырға бойора: 18 – Һеҙгә һәр яҡлап именлек биргән Аллабыҙ Раббы һеҙҙең менән түгелме ни? Ул был ерҙә йәшәгән бар халыҡты минең ҡулыма тапшырҙы, был ер Раббы менән Уның халҡына буйһондо. 19 Шуға күрә бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән Аллағыҙ Раббыға ынтылығыҙ. Раббыбыҙ Аллаға Изге торлаҡ төҙөгөҙ, унан һуң Раббы исеменә бағышланған был йортҡа Раббының Килешеү һандығы менән Алланың изге һауыттарын күсерерһегеҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia