І Йылъяҙма 20 - Изге ЯҙмаРабба ҡалаһын ҡулға төшөрөү ( 2 Бат 11:1 ; 12:26-31 ) 1 Киләһе йылдың яҙында, батшалар яуға сыға торған ваҡытта, Йоав үҙенең ғәскәре менән килеп, ғаммондарҙың ерен таларға тотона һәм Рабба ҡалаһын ҡамап ала. Дауыт был саҡта Йәрүсәлимдә ҡала. Йоав Раббаға һөжүм итә һәм уны емертә. 2 Дауыт Ғаммон батшаһының башындағы тажын ала. Аҫыл таштар менән биҙәлгән был тажда бер талант алтын булып сыға. Тажды Дауыттың башына кейҙерәләр. Ул ҡалала бик күп яумал ҡулға төшөрә. 3 Унда йәшәгән халыҡты, ҡыуып алып китеп, бысҡы, тимер кәйлә һәм балта менән эшләргә мәжбүр итә. Ғаммондарҙың барлыҡ ҡалаларында ла ул шулай эшләй. Шунан Дауыт үҙенең бөтә ғәскәре менән Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайта. Пелештиҙәр менән һуғыш ( 2 Бат 21:18-22 ) 4 Бынан һуң Гәзәрҙә пелештиҙәр менән һуғыш була. Хушанан Сиббехай рефалар тоҡомонан булған Сиппайҙы үлтерә һәм пелештиҙәр буйһонорға мәжбүр була. 5 Шунан һуң пелештиҙәр менән тағы бер алыш була. Шунда Яғыр улы Әлханан Ғаҫ кешеһе Голиаҫтың туғаны Лахмиҙы еңә. Лахмиҙың һөңгө һабы туҡыу ыҫтаны таяғы оҙонлоҡ була. 6 Һуңғараҡ йәнә бер һуғыш Ғаҫта була. Унда бер һонтор кәүҙәле кешенең ике ҡулы ла, аяҡтары ла алтышар бармаҡлы булып, бармаҡтары йәмғеһе егерме дүрт була. Ул да рефалар тоҡомонан. 7 Шул әҙәм исраилдарҙы хурларға тотонғас, уны Йонаҫан үлтерә. Йонаҫан Дауыттың ағаһы Шимғаның улы була. 8 Был һуғышсылар Ғаҫта йәшәгән рефалар тоҡомонан була, улар Дауыт менән уның кешеләре тарафынан үлтерелә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia