Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Йылъяҙма 2 - Изге Яҙма


Исраилдың улдары
( Баш 35:22-26 )

1 Исраилдың улдары: Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар, Зевулун,

2 Дан, Йософ, Бинйәмин, Нафтали, Ғад һәм Ашер.


Йәһүҙә нәҫеле
( Баш 38:1-30 ; Рут 4:18-22 )

3 Йәһүҙәнең улдары: Ғер, Онан һәм Шела. Был өсәү ҡәнғәни Шуағтың ҡыҙынан донъяға килә. Йәһүҙәнең баш балаһы Ғер Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡыла, шуға күрә Раббы уның йәнен ала.

4 Йәһүҙәнән килене Тамар Пәрәс менән Зерахты таба. Йәһүҙәнең бөтәһе биш улы була.

5 Пәрәстең улдары: Хесрон һәм Хамул.

6 Зерахтың улдары бишәү: Зимри, Эҫан, Һеман, Калкол һәм Дарағ.

7 Кармиҙың улы Ғахар, харам ҡылынырға тейешле әйберҙәрҙең бер нисәһен алып, Исраилға ҡаза килтергән кеше.

8 Эҫан – Ғазаръяһтың атаһы.

9 Йерахмеил, Рам һәм Калев – Хесрондың улдары.

10 Рам – Ғамминадавтың, Ғамминадав Йәһүҙә ырыуы башлығы Нахшондың атаһы була.

11 Нахшондан – Салма, Салманан Боғаз донъяға килә.

12 Боғаздан – Ғовед, Ғоведтан Ишай тыуа.

13 Ишайҙың баш балаһы – Әлиав, икенсе улы – Авинадав, өсөнсөһө – Шимға,

14 дүртенсеһе – Неҫанил, бишенсеһе – Раддай,

15 алтынсыһы – Осем, етенсеһе Дауыт була.

16 Уларҙың Серуяһ менән Авигаил исемле ҡыҙ туғандары ла була. Серуяһтың Авишай, Йоав һәм Ғасаһил исемле өс улы тыуа.

17 Авигаил Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр тигән кешегә тормошҡа сыға һәм уларҙың Ғамаса тигән улы тыуа.

18 Хесрон улы Калевтың ҡатыны Ғазуванан Йериғот тигән ҡыҙы тыуа. Ә Йериғоттың улдары Йешәр, Шовав һәм Ардон.

19 Ғазува мәрхүм булғас, Калев Әфраҫҡа өйләнә. Әфраҫ уға Хурҙы табып бирә.

20 Хурҙан – Ури, Уриҙан Бесалил тыуа.

21 Һуңыраҡ алтмыш йәшлек Хесрон Ғилғәдтең атаһы Махирҙың ҡыҙына өйләнә. Был ҡатыны уға Сегувты табып бирә.

22 Сегувтан Яир тыуа. Яирҙың Ғилғәд ерендә егерме өс ҡалаһы була.

23 Әммә гешуриҙар менән арамиҙар Яир ауылдарын, шулай уҡ Ҡынаҫты, уның тирәһендәге ауылдарҙы – барлығы алтмыш ҡаланы тартып ала. Был ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтың барыһы ла Ғилғәдтең атаһы Махирҙың нәҫелдәре була.

24 Хесрон Калев-Әфраҫа ҡалаһында донъя ҡуя, шунан һуң ҡатыны Авия Ашхурҙы таба. Был Ашхур Теҡоғаның атаһы була.

25 Хесрондың баш балаһы Йерахмеилдың улдары: баш балаһы Рам, унан – Буна, Өрән, Осем һәм Ахияһ.

26 Йерахмеилдың Ғатара исемле икенсе ҡатыны ла була, Ғатаранан Онам донъяға килә.

27 Йерахмеилдың баш балаһы Рамдың улдары: Мағас, Ямин һәм Ғеҡәр.

28 Онамдың улдары: Шаммай менән Ядағ. Шаммайҙың улдары: Надав менән Авишур.

29 Авишурҙың ҡатыны Авиһаил уға Ахбан менән Молид исемле улдар табып бирә.

30 Надавтың улдары: Сәләд менән Аппаим. Сәләд бала ҡалдырмай мәрхүм була.

31 Аппаимдың улы – Ишғи, Ишғиҙең улы – Шешан, Шешандың улы – Ахлай.

32 Шаммайҙың ҡустыһы Ядағтың улдары: Йәҫәр һәм Йонаҫан. Йәҫәр нәҫел ҡалдырмай мәрхүм була.

33 Йонаҫандың улдары: Пәләҫ менән Заза. Былар – Йерахмеил нәҫелдәре.

34 Шешандың улдары булмай, унан тик ҡыҙҙар тыуа. Шешандың Ярхағ исемле мысыр ҡоло була.

35 Шешан Ярхағты үҙенең ҡыҙына өйләндерә. Уларҙың Ғаттай исемле улдары тыуа.

36 Ғаттайҙан – Наҫан, Наҫандан – Завад,

37 Завадтан – Әфлал, Әфлалдан – Ғовед,

38 Ғоведтан – Йеһу, Йеһуҙан – Ғазаръяһ,

39 Ғазаръяһтан – Хәләс, Хәләстән – Әлғаса,

40 Әлғасанан – Сисмай, Сисмайҙан – Шаллум,

41 Шаллумдан – Йеҡамъяһ, Йеҡамъяһтан Әлишамағ тыуа.

42 Йерахмеилдың ҡустыһы Калевтың нәҫеле: баш балаһы Мешағ – ул Зифтың атаһы; һәм Хеврондың атаһы Марешаның нәҫелдәре.

43 Хеврондың улдары: Ҡорах, Таппуах, Рәҡәм һәм Шемағ.

44 Шемағтың улы – Рахам, Рахамдың улы – Йорҡоғам, Рәҡәмдең улы – Шаммай,

45 Шаммайҙың улы – Мағон, ә Мағон – Бейт-Сурҙың атаһы.

46 Калевтың Ғефа исемле йәриәһе Харан, Моса һәм Газез тигән улдар таба. Харандың Газез исемле улы тыуа.

47 Яһдайҙың улдары: Рәгәм, Йоҫам, Гешан, Пәләт, Ғефа, Шағаф.

48 Калевтың Мағаха исемле йәриәһе уға Шәвәр менән Тирхананы табып бирә.

49 Ул шулай уҡ Мадманнаның атаһы Шағафтың, Махбена менән Гивғаның атаһы Шеуаның да әсәһе була. Калевтың Ғахса исемле ҡыҙы ла тыуа.

50 Былар – Калев нәҫелдәре. Әфраҫтың баш балаһы Хурҙың улдары: Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовал,

51 Бейт-Ләхәмдең атаһы Салма, Бейт-Ғадерҙың атаһы Хареф.

52 Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовалдың улдары: Һарое, Хаси-Һамменухоҫ.

53 Ҡыръяҫ-Еғарим нәҫелдәре – йитриҙәр, пуҫиҙар, шумаҫиҙар, мишрағиҙар. Уларҙан сорғалар һәм әштәолдар тарала.

54 Салманан таралған халыҡтар – Бейт-Ләхәм, Нетофа, Ғатроҫ-Бейт-Йоав, манахаҫтарҙың яртыһы – сорғалар.

55 Яғбеста йәшәгән кәтип эшен башҡарыусыларҙың нәҫелдәре: тирғаҫиҙар, шимғаҫиҙар, сухаҫиҙар – былары Бейт-Рехав ҡалаһына нигеҙ һалған Хаммаҫтан таралған ҡыниҙар була.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan