Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Йылъяҙма 19 - Изге Яҙма


Дауыттың ғаммондарҙы һәм арамиҙарҙы еңеүе
( 2 Бат 10:1-19 )

1 Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ғаммон батшаһы Нахаш мәрхүм булып, уның урынына улы тәхеткә ултыра.

2 Дауыт: «Нахаштың миңә игелеге күп тейгәйне, мин дә улы Ханунға яҡшылыҡ эшләйем әле», – тип уйлай. Дауыт, атаһының вафаты айҡанлы ҡайғыһын уртаҡлашыр өсөн, Ханунға илселәрен ебәрә. Дауыттың хеҙмәтселәре уны йыуатыр өсөн Ғаммон еренә барғас,

3 Ғаммон түрәләре Ханунға: – Әллә Дауыт был кешеләрен атайыңды ихтирам иткәнгә һине йыуатыу өсөн ебәргән тип уйлайһыңмы? Юҡ, Дауыт хеҙмәтселәрен илде ҡарап, барыһын да күреп, һуңынан килеп емереү өсөн ебәргән, – тиҙәр.

4 Ханун, Дауыттың хеҙмәтселәрен тотоп алып, уларҙың һаҡалдарын ҡырып, кейемдәрен янбаштарына тиклем киҫеп, ҡайтарып ебәрә.

5 Илселәр ҡайтырға сыҡҡас, был хәбәр Дауытҡа килеп етә. Ул илселәрен ҡаршы алырға кешеләр ебәрә, сөнки тегеләр бик ныҡ мыҫҡыл ителгән була. Батша уларға: «Һаҡалдарығыҙ үҫкәнсе, Йерихола ҡалып тороғоҙ, шунан ҡайтырһығыҙ», – тигән бойороғон еткерергә ҡуша.

6 Ханун менән ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, Арам-Наһараимға, Арам-Мағахаға һәм Соваға, яу арбалары һәм һыбайлылар яллау ниәтенән, мең талант көмөш ебәрә.

7 Улар утыҙ ике мең яу арбаһы һәм тотош ғәскәре менән Мағаха батшаһын яллай. Мағаха батшаһы, Медева алдына килеп, туплам ҡора. Ғаммондар ҙа, ҡалаларынан йыйылып сығып, һуғышҡа әҙерләнә.

8 Был хаҡта ишеткәс, Дауыт иң ҡаһарман ғәскәре менән Йоавты уларға ҡаршы ебәрә.

9 Ғаммондар ҡала ҡапҡаһынан сығалар ҙа алышҡа әҙерләнеп сафҡа теҙеләләр. Килгән батшалар яланда айырым тора.

10 Йоав, дошман ғәскәрҙәренең алдан да, арттан да торғанын күреп, исраилдарҙың иң яҡшы яугирҙәрен һайлап ала ла уларҙы арамиҙарға ҡаршы ҡуя.

11 Ғәскәрҙең ҡалғанын ҡустыһы Авишайға тапшыра һәм улар ғаммондарға ҡаршы баҫа.

12 – Әгәр арамиҙар мине еңә башлаһа, һин миңә ярҙамға килерһең, ә ғаммондар һине ҡыҫырыҡлай башлаһа, мин ярҙамға килермен, – ти Йоав. –

13 Батыр бул, халҡыбыҙ өсөн, Аллабыҙҙың ҡалалары өсөн ныҡ торайыҡ, ә Раббы Үҙе нисек хуш күрә, шулай эшләр.

14 Бына Йоав ғәскәре менән арамиҙарға һөжүм итә һәм тегеләр унан ҡаса башлай.

15 Арамиҙарҙың ҡасҡанын күргән ғаммондар ҙа, Йоавтың туғаны Авишайҙан ҡасып, ҡала эсенә сигенәләр. Бынан һуң Йоав Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайта.

16 Үҙҙәренең исраилдарҙан еңелгәнен аңлағас, арамиҙар, сапҡындар ебәреп, Евфрат йылғаһы аръяғында йәшәгән арамиҙарҙы саҡыртып ала. Уларға Һададғәзәрҙең ғәскәр башлығы Шофах етәкселек итә.

17 Был турала Дауытҡа хәбәр еткәс, ул барлыҡ исраилдарҙы йыя ла, Иорданды аша сығып, арамиҙар янына килә. Ул ғәскәрен дошман ҡаршыһына сафҡа теҙә һәм ике арала алыш башлана.

18 Арамиҙар Исраил ғәскәренән ҡаса башлай. Дауыт арамиҙарҙың ете мең яу арбаһын һәм ҡырҡ мең йәйәүле һуғышсыһын юҡ итә, уларҙың ғәскәр башлығы Шофахты ла үлтерә.

19 Һададғәзәр яҡлылар, үҙҙәренең исраилдарҙан еңелгәнен күргәс, Дауыт менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөй һәм уға буйһона. Ә арамиҙар артабан ғаммондарға ярҙам ҡулы һуҙмаҫ була.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan