І Йылъяҙма 17 - Изге ЯҙмаРаббының Дауытҡа вәғәҙәһе ( 2 Бат 7:1-17 ) 1 Дауыт батша үҙ һарайында урынлаша. Көндәрҙән бер көндө ул Наҫан пәйғәмбәргә былай ти: – Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Раббының Килешеү һандығы сатырҙа тора. 2 – Бар әйҙә, ниәт иткәнеңде эшлә, Алла һинең менән, – ти Наҫан Дауытҡа. 3 Әммә шул төндө Наҫанға Алла һүҙе иңә: 4 – Бар, ҡолом Дауытҡа әйт, Раббы былай ти: «Мин төйәкләнер йортто һин төҙөмәҫһең. 5 Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан көндән башлап бөгөнгә тиклем өй эсендә йәшәмәнем, бер ерҙән икенсе ергә күсенеп йөрөгәндә урыным гел сатырҙа – Изге торлаҡта булды. 6 Исраил халҡы менән ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, халҡыма көтөүсе булһын өсөн Үҙем тәғәйенләп ҡуйған Исраил хакимдарының берәйһенән: „Ниңә Миңә кедр ағасынан йорт һалып бирмәйһегеҙ?“ – тип берәй һүҙ әйткәнем булдымы?» 7 Инде ҡолом Дауытҡа былай тип әйт: Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һиңә шулай ти: «Мин һине, һарыҡ көтөп йөрөгән ереңдән алып, үҙ халҡым Исраилдың юлбашсыһы итеп ҡуйҙым. 8 Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен. 9-10 Мин халҡым Исраилға Үҙем һайлаған урынды бирермен һәм уны шунда тамыр йәйҙерермен, ул үҙ ерендә тыныс йәшәр, башҡаса шомланып тормаҫ. Элекке кеүек, үҙ халҡым Исраилға Мин ҡуйған хакимдар идара иткән саҡтағы һымаҡ, залимдар уны башҡаса ҡыҫырыҡламаҫ; Мин һине бөтә дошмандарыңдан тыныслыҡта ҡалдырырмын. Һиңә шуны хәбәр итәм: Раббы Үҙе һиңә йорт ҡорасаҡ. 11 Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың хозурына күскәс, һинең нәҫелеңде, улдарыңдың береһен батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын. 12 Ул Миңә бағышлап йорт төҙөр, ә Мин уның тәхетен мәңгелеккә нығытырмын. 13 Мин – уға Атай, ә ул Миңә ул булыр. Мин һиңә тиклемге батшаны рәхмәтемдән мәхрүм иткәйнем, һинең улыңды бер ваҡытта ла тоғро мөхәббәтемдән айырмам. 14 Мин уны йортома һәм батшалығыма мәңгелеккә ҡуйырмын, уның тәхете мәңге ныҡ булыр». 15 Наҫан Дауытҡа бөтә ошо һүҙҙәрҙе һәм Раббынан иңгән күренмеште һөйләп бирә. Дауыттың доғаһы ( 2 Бат 7:18-29 ) 16 Дауыт Раббы хозурына барып ултыра. Доға ҡылып, былай ти: – Эй Аллам Раббым, мин һәм минең нәҫел-нәсәбем кем һуң, Һин мине шул тиклем юғары күтәрҙең! 17 Был да әле Һиңә аҙ тойолдо, Аллам. Һин ҡолоңдоң йортоноң киләсәге хаҡында ла хәбәрҙар иттең, мине бөйөк кеше итеп күрәһең, Аллам Раббым! 18 Ҡолоңдо шулай ҙурлаған өсөн Дауыт Һинең алда тағы нимә әйтә ала инде? Һин бит Үҙеңдең ҡолоңдо беләһең! 19 Раббым! Был бөйөк эштәрҙе Һин ҡолоң хаҡына, йөрәгең ҡушҡанға эшләнең һәм күрһәттең. 20 Эй Раббым! Һиңә тиң булырлыҡ һис кем юҡтыр, Һинән башҡа һис бер илаһ юҡтыр! Беҙ быны үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишетеп торабыҙ. 21 Ер йөҙөндә халҡың Исраил һымаҡ тағы ниндәй ҡәүем бар? Башҡа ҡайһы халыҡҡа уны йолоп алып Үҙенең халҡы итер өсөн Алланың килгәне бар? Һин Үҙ халҡыңды Мысырҙан ҡотҡарып, исемеңде шөһрәтле иттең. Бөйөк һәм хикмәтле эштәрең аша халҡың алдынан башҡа ҡәүемдәрҙе ҡыуҙың. 22 Һин халҡың Исраилды мәңгегә Үҙеңдеке иттең, Һин, Раббым, уның Аллаһы булдың. 23 Хәҙер инде, эй Раббым, Үҙеңдең ҡолоң һәм уның йорто тураһында әйткәнеңде мәңгелеккә нығыт, нимә әйткән булһаң, шуны бойомға ашыр. 24 Һинең исемең мәңге йәшәһен, мәңге шөһрәтле булһын. «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил халҡының Аллаһы!» тиһендәр. Ҡолоң Дауыттың йорто Һинең алдыңда ҡаҡшамаҫлыҡ булып торһон. 25 Эй Аллам, Һин Үҙеңдең ҡолоңа йорт төҙөрмөн тип әйткәйнең. Шуға күрә мин ҡолоң бөтә йөрәгем менән Һиңә ошо доғамды юлларға баҙнат иттем. 26 Эй Раббым, Һин – Аллаһың! Үҙеңдең ҡолоңа ана шундай игелек вәғәҙә иттең! 27 Инде хозурыңда мәңге торһон өсөн ҡолоңдоң йортона фатихаңды биреүҙе хуш күрҙең. Һин, йә Раббым, уға фатиха бирҙең һәм ул мәңге фатихалы буласаҡ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia