І Йылъяҙма 16 - Изге ЯҙмаАлланы данлау 1 Алла һандығын алып килеп, Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуялар. Аллаға тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерәләр. 2 Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтереү тамамланғас, Дауыт халыҡты Раббы исеме менән фатихалай 3 һәм бар исраилдарға – ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла, берәр икмәк, берәр киҫәк ит һәм йөҙөм көлсәһе өләшеп сыға. 4 Исраил Аллаһы Раббыға доға ҡылһындар, Уға шөкөр итһендәр һәм данлаһындар тип, Дауыт левиҙәрҙән Раббы һандығы янында хеҙмәт башҡарыусыларҙы ҡуя: 5 Асафты баш итә, уға ярҙамға Зәкәрьяһты, Йеғиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Маттиҫъяһты, Әлиавты һәм Бенаяһты, Ғовед-Эдомды һәм Йеғиилды – лирала һәм арфала уйнарға, Асафты еҙ тәрилкә һуғырға тәғәйенләй. 6 Ҡаһиндар Бенаяһ менән Яхазиил Алланың Килешеү һандығы янында көн һайын борғо ҡысҡыртырға тейеш була. Дауыттың шөкөрана йыры ( Зәб 104:1-15 ; 95:1-13 ; 105:1 , 47-48 ) 7 Был көн Дауыт тәү тапҡыр Асаф менән туғандарынан Раббыны данлаған изге йырын йырлата: 8 Раббыға шөкөр итегеҙ, исеме менән саҡырығыҙ, Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында иғлан итегеҙ! 9 Уға йырлағыҙ, көй сығарығыҙ, Бөтә мөғжизәләрен бәйән итегеҙ! 10 Уның мөҡәддәс исеме менән маҡтанығыҙ, Раббыны эҙләгәндәрҙең күңелдәре шат булһын! 11 Раббыға, Уның ҡеүәтенә өмөт бағлағыҙ, Бер туҡтауһыҙ Уға ынтылығыҙ! 12-13 Эй ҡоло Исраилдың тоҡомо, Ул һайлап алған Яҡуп улдары, Ул ҡылған мөғжизәләрҙе, Ул биргән билдәләрҙе, Теленән төшкән хөкөм һүҙҙәрен онотмағыҙ! 14 Ул – беҙҙең Аллабыҙ Раббы, Уның хөкөмө – бөтә ер йөҙөндә; 15-16 Уның килешеүен, Меңдәрсә быуынға биргән һүҙен, Ибраһим менән төҙөшкән килешеүен, Исхаҡҡа Ул биргән антты мәңге онотмағыҙ. 17 Уны Яҡупҡа ҡағиҙә итеп ҡуйҙы, Уның Исраил менән килешеүе – мәңгелек! 18 Әйтте: «Һиңә Ҡәнғән ерен бирәм, Ул өлөшөгөҙгә төшкән биләмә булыр». 19 Ул заманда һанығыҙ аҙ, бик аҙ ине, Был илдә һеҙ бары килмешәк булдығыҙ. 20 Ҡыҙырҙылар бер ҡәүем араһынан икенсеһенә, Бер батшалыҡтан башҡа халыҡҡа. 21 Уларҙы Раббы һис бер йәбергә бирмәне, Улар хаҡында батшаларҙы киҫәтеп торҙо: 22 «Минең мәсихтәремә һеҙ ҡағылмағыҙ, Пәйғәмбәрҙәремә яманлыҡ ҡылмағыҙ». 23 Йырла Раббыға, бар донъя! Беҙҙе нисек ҡотҡарғанын көн һайын һөйләгеҙ! 24 Шөһрәтен ҡәүемдәргә иғлан итегеҙ, Хикмәттәрен барса халыҡтарға еткерегеҙ. 25 Сөнки Раббы бөйөк, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ, Ул барса илаһтарҙан да дәһшәтлерәк. 26 Башҡа халыҡтарҙың илаһтары – боттар, Раббы иһә күктәрҙе бар ҡылған. 27 Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Торлағында – ҡеүәт һәм дә шатлыҡ. 28 Эй халыҡтар, Раббыға лайыҡ хөрмәтте күрһәтегеҙ, Ғиззәтле, ҡөҙрәтле Раббыға хөрмәт күрһәтегеҙ. 29 Раббының данлы исемен ололағыҙ, Саҙаҡалар алып алдына килегеҙ! Ғәжәйеп изгелек эйәһе Раббыға сәждә ҡылығыҙ! 30 Эй бөтә ер йөҙө, Уның хозурында ҡалтырап тор! Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ. 31 Һөйөнһөн күк, тантана итһен ер! Халыҡтарға: «Раббы – батша!» – тип иғлан ителһен. 32 Диңгеҙ һәм ундағы йән эйәләре шаулаһын! Ҡырҙар һәм ҡырҙа йәшәгәндәр ҡыуанһын! 33 Урмандағы ағастар шатланып гөрләшһен Раббы хозурында. Сөнки Ул ер йөҙөн хөкөм итергә килә. 34 Раббыға шөкөр итегеҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 35 Әйтегеҙ: «Ҡотҡар беҙҙе, эй Аллам, Беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ! Беҙ мөҡәддәс исемеңә шөкөр итһен, Һинең шөһрәтең менән маҡтанһын өсөн Йыйып ал беҙҙе ҡәүемдәр араһынан, азат ит». 36 Раббы, Исраил Аллаһы Мәңге-мәңгегә мөбәрәк булһын! Шунан барса халыҡ: «Амин!» – ти һәм Раббыны данлай. Левиҙәрҙең Килешеү һандығы янына хеҙмәткә тәғәйенләнеүе 37 Дауыт, Раббының Килешеү һандығы эргәһендә көндәлек хеҙмәтте башҡарһын өсөн, Асаф менән уның туғандарын, 38 шулай уҡ Ғовед-Эдом менән уның алтмыш һигеҙ туғанын ҡалдыра. Йедуҫун улы Ғовед-Эдом менән Хосаны ҡапҡа һаҡсыһы итеп ҡуя. 39 Ә Садоҡ ҡаһин менән уның нәҫелендәге ҡаһиндарҙы Ғивғондағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан Раббының изге сатыры янында хеҙмәткә ҡалдыра. 40 Улар һәр иртә һәм кис тотош яндырыу усағында тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә, Исраилға Раббы биргән ҡанунда нимә яҙылған булһа, шуны эшләргә тейеш була. 41 Шулай уҡ Һеманды, Йедуҫунды һәм исемдәрен атап тағы бер нисә кешене «Раббының тоғро мөхәббәте мәңгелек!» тип Раббыны данлар өсөн тәғәйенләй. 42 Һеман менән Йедуҫун, борғола, һуҡма тәрилкәлә һәм башҡа төрлө уйын ҡоралдарында уйнап, Аллаға йырларға тейеш була. Йедуҫун улдары иһә ҡапҡа һаҡлай. 43 Бынан һуң бар халыҡ өйҙәренә таралыша. Дауыт та, үҙ ғаиләһен фатихалар өсөн, өйөнә ҡайта. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia