Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Йылъяҙма 14 - Изге Яҙма


Дауыттың ғаиләһе
( 2 Бат 5:11-16 ; 1 Йыл 3:5-8 )

1 Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәре менән батша йортон һалыу өсөн кедр ағастары, ташсылар һәм балта оҫталары ебәрә.

2 Дауыт Раббының уны Исраил батшаһы итеп раҫлағанын һәм халҡы Исраил хаҡына уның батшалығын күтәргәнен аңлай.

3 Йәрүсәлимдә Дауыт йәнә ҡатындар ала. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуа.

4 Бына уның Йәрүсәлимдә тыуған балаларының исемдәре: Шаммуағ, Шовав, Наҫан, Сөләймән,

5 Ивхар, Әлишуағ, Әлпәләт,

6 Ногаһ, Нәфәг, Яфияғ,

7 Әлишамағ, Беғәльядағ һәм Әлифәләт.


Пелештиҙәрҙең еңелеүе
( 2 Бат 5:17-25 )

8 Дауыттың бар Исраилға батша итеп мәсехләнгәнен ишеткәс, бөтә пелештиҙәр уны эҙләргә керешә. Был хаҡта белеп ҡалғас, Дауыт үҙе уларға ҡаршы китә.

9 Пелештиҙәр килеп, Рефалар үҙәнен таларға тотона.

10 Дауыт Алланан: – Пелештиҙәргә ҡаршы сығайыммы? Һин уларҙы минең ҡулыма тапшыраһыңмы? – тип һорай. Раббы Дауытҡа: – Бар, ҡаршы сыҡ! Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтара.

11 Исраилдар Бәғел-Перасимға юллана, Дауыт шунда пелештиҙәрҙе тар-мар итә һәм былай ти: – Һыу ташҡыны ҡаршылыҡтарҙы емереп үткән һымаҡ, Алла минең ҡулым менән дошмандарымды туҙҙырып ташланы. Шуға күрә был урынды Бәғел-Перасим тип атайҙар.

12 Ул ерҙә пелештиҙәр илаһтарының һындарын ташлап ҡаса. Дауыттың әмере буйынса ул боттар утта яндырыла.

13 Күпмелер ваҡыттан һуң пелештиҙәр йәнә үҙәнде талай башлай.

14 Дауыт тағын Аллаға һорау менән мөрәжәғәт итә, һәм Ул былай тип яуап ҡайтара: – Уларҙың артынан барма, арт яҡтан урап, тут ағастары яғынан бар.

15 Тут ағастары башында атлағанға оҡшаған тауыш ишетһәң, һөжүмгә күс. Пелешти ғәскәрен ҡыйратыр өсөн Алла Үҙе һинең алдыңдан бара тигән һүҙ булыр был.

16 Дауыт Алла нисек бойорһа, шулай эшләй һәм пелештиҙәр ғәскәрен Ғивғондан алып Гәзәргә тиклем юл буйы ҡырып баралар.

17 Дауыттың даны бөтә ерҙәргә тарала, һәм Раббы ҡөҙрәте менән бар халыҡтар унан ҡурҡып тора.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan