І Йылъяҙма 13 - Изге ЯҙмаКилешеү һандығының ҡайтарылыуы ( 2 Бат 6:1-11 ) 1 Дауыт мең баштары, йөҙ баштары һәм барлыҡ башлыҡтар менән кәңәшләшә лә 2 йыйылған исраилдарҙың бөтәһенә былай тип өндәшә: – Теләһәгеҙ, Аллабыҙ Раббы ихтыяр ҡылһа, бөтә Исраил еренә барлыҡ туғандарыбыҙҙы, шулай уҡ ҡаһиндарҙы, левиҙәрҙе ошонда йыйылырға саҡырып, уларҙың ҡалаларына һәм ауылдарына хәбәр ебәрәйек. 3 Шунан Аллабыҙ һандығын үҙебеҙгә күсереп алайыҡ, Шаул заманында беҙ уға иғтибар бирмәнек бит. 4 Бар йыйын: «Әйҙә шулай булһын», – тип хуплай, сөнки был ғәмәл бар халыҡҡа дөрөҫ булып тойола. 5 Шулай итеп, Дауыт, Алла һандығын Ҡыръяҫ-Еғаримдан күсереп алып ҡайтыр өсөн, Мысыр Шихорынан Лево-Хамаҫҡаса бөтә ерҙән бар исраилдарҙы йыя. 6 Дауыт менән барлыҡ исраилдар, кирубтар араһында тәхет ҡорған Раббы Алланың исемен йөрөткән һандыҡты алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына – Ҡыръяҫ-Еғаримға – юллана. 7 Алла һандығын өр-яңы еңел арбаға ҡуйып, Авинадав йортонан алып китәләр. Арбаны Ғузза менән Ахйо алып бара. 8 Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Алла алдында бар күңелен һалып йырлай-йырлай, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, еҙ тәрилкәләр һуғып, борғола уйнап, бейей-бейей күңел аса. 9 Кидон тигән кешенең ырҙыны янынан үтеп барғанда, үгеҙҙәр һөрлөгөп китә лә, Ғузза, ҡулын һуҙып, һандыҡты тотоп ҡала. 10 Шул саҡ Раббының Ғуззаға асыуы ҡабара һәм, һандыҡҡа ҡағылырға ҡулын һуҙған өсөн, уның ғүмерен өҙә. Ғузза шунда Алла ҡаршыһында йән бирә. 11 Раббының Ғуззаны һәләк итеүе Дауытты ҡайғыға һала. Ошо төбәккә ул «Пәрәс-Ғузза» тип исем ҡуша. Был урын әле лә шулай тип йөрөтөлә. 12 Шул көндө Дауыт Алланан бик ныҡ ҡурҡа һәм: «Нисек Алланың һандығын үҙемә алып инәйем?» – ти. 13 Дауыт һандыҡты тура үҙенә, Дауыт ҡалаһына, алып ҡайтмай, барған юлынан боролоп, уны Ғаҫ кешеһе Ғовед-Эдомдың йортона ҡуя. 14 Алла һандығы өс ай буйы Ғовед-Эдом йортонда тора һәм Раббы Ғовед-Эдомға, уның ғаиләһенә, бөтә мал-мөлкәтенә Үҙенең бәрәкәтен күндерә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia